» Материалы за Март 2014 года

Оператив-иҫкәртеү саралары31-03-2014, 10:38 / Рәсми


Оператив-иҫкәртеү сараларыАдминистратив хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы эштәрҙе ҡарау полиция органдары эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе. Эшмәкәрлектең был йүнәлешенең мөһимлеге тағы ла шунда, хәҙерге ваҡытта полиция органдары хоҡуҡ боҙоусыларға ҡарата административ йоғонто яһау сараларын күрә.
 

Яңы спорт үрҙәренә31-03-2014, 10:25 / Спорт


Яңы спорт үрҙәренәНовочебоксарск ҡалаһы махсуслашҡан 3-сө Олимпия резервындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең еңел атлетика манежында терәк-хәрәкәт итеү аппараты зарарланған кешеләр араһында ябыҡ бинала еңел атлетика буйынса Чемпионат һәм Рәсәй беренселеге үтте.
 

Яңы үрҙәр һеҙгә!31-03-2014, 10:13 / Спорт


Яңы үрҙәр һеҙгә!Стәрлетамаҡта 1998-2000 йылдарҙа тыуған ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында самбо буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге үткәрелде. Көсөргәнешле көрәштә беҙҙең мәктәптән Владислав Сорокин (78 килограмм ауырлыҡ категорияһында) һәм Әмир Әхмәҙишин (84 килограмдан ашыу) икенсе урын яулап, иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште.
 

Ҡыйыуҙар һәм етеҙҙәр уйыны31-03-2014, 09:19 / Мәғариф


Ҡыйыуҙар һәм етеҙҙәр уйыныНиндәй генә малай «Зарница» уйынында ҡатнашыу хаҡында хыялланмай икән? Үҙҙәрен ысын Ватан һаҡсылары итеп тойоу мөмкинлеге биргән был хәрби-спорт уйыны бөгөнгө уҡыусылар араһында ғына түгел, заманында уларҙың ата-әсәләрендә лә ҙур популярлыҡ яулаған.
 

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау – дөйөм хәстәрлек31-03-2014, 08:50 / Йәмғиәт


Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау – дөйөм хәстәрлекРеспубликаның ҡулланыусылар баҙары йылдам үҫә һәм торған һайын замансараҡ була бара. Тауарҙар ассортименты киңәйә, башҡарылған эштәр, күрһәтелгән хеҙмәттәр күләме арта. Сауҙа процестарын ойоштороу камиллаша, алдынғы технологиялар һәм сауҙаның заманса формалары индерелә.
 

Иман йорто нур сәсә31-03-2014, 07:56 / Йәмғиәт


Иман йорто нур сәсәДүртөйлө ауылына яҡынлашҡанда уҡ ҡояш яҡтыһында ялтырап ярым айлы манара күренә. Был матур архитектура ҡоролмаһы – ауыл мәсете.
Ауылда иман йорто булыуы – дүртөйлөләрҙең күптәнге хыялы. 1990 йылда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, имам Әхмәтов Хәжиәхмәт Миниәхмәт улы инициативаһы менән ауылда мәсет төҙөлә башлай, тик аҡса булмау сәбәпле был эш туҡтап ҡала.
 

Студент йылдары – бәхетле мәл28-03-2014, 14:02 / Мәғариф


Студент йылдары – бәхетле мәлӨфө политехник техникумының Дәүләкән филиалы ҡалала күп йылдар эшләй. Ошо йылдар эсендә бында техникум директоры О.Х. Зәрбиев етәкселегендә татыу ижади коллектив тупланған. Уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Р.З. Бикмәтова, техник фәндәр уҡытыусыһы А.М. Копецкий, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Г.В. Хәмитова, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Л.К. Лукъяненко һәм башҡалар үҙҙәренең бар тәжрибәһен, белемен уҡусыларына тапшырырғ тырыша, дәрстән файҙалы, фәһемле итеп кенә түгел, ә ҡыҙыҡлы ойоштора.
 

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ҡабатланылар27-03-2014, 15:19 / Мәғариф


Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ҡабатланыларИлебеҙҙең барлыҡ зирәк һәм тапҡырҙарын берләштереүсе КВН клубының гимнына әүерелгән йыр һүҙҙәре менән әйткәндә, был уйын кемгә һәм ниңә кәрәк? Күптән түгел беҙҙең ҡалала юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә арнап «Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы» исеме менән ойошторолған КВН-да ҡатнашыусылар был һорауға яуапты асыҡ бирә алыр ине.
 

1944 йылдағы кеүек27-03-2014, 14:41 / Яңылыҡтар


1944 йылдағы кеүекДәүләкән эҙәрмәндәре хәрби-тарихи реконструкцияла ҡатнашты.
Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан, 22 февралдә, республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөлә сираттағы хәрби-тарихи реконструкция үтте. Хәрби тарихты яратыусылар был юлы Рогачев-Жлобинск һөжүм итеү операцияһының бер алышын сағылдырҙы. Ул 1944 йылдың 21 февраленән 26-һына тиклем Белоруссия территорияһында үтә.
 

Телдәренән бал тама27-03-2014, 14:27 / Мәғариф


Телдәренән бал тамаКешенең мәҙәнилеге – уның аҡыл үҫеше, белем кимәле һәм тәрбиәлелеге күрһәткесе ул. Уны үҫтереү өсөн һәр беребеҙ үҙ халҡының бай мираҫына, элекке һәм бөгөнгө мәҙәни ҡаҙаныштарына, туған тел тарихына мөрәжәғәт итергә тейеш. Шыма һәм дөрөҫ итеп һөйләгән кеше хаҡында юҡҡа ғына «теленән бал тама» тимәйҙәр. Матур телмәр – үҙе үк мәҙәнилек сағылышы.