» Материалы за Апрель 2014 года

Һәр ваҡыт ярҙам итәләр24-04-2014, 07:53 / Яҡташтар ижады


Һәр ваҡыт ярҙам итәләрЗыяраттарҙы төҙөкләндереү – мәшәҡәтле эш. Ул даими иғтибар талап итә, ҡышын ҡар көрәргә, йәйен һыу ташырға, сүп-сарҙы йыйыштырырға, түгергә кәрәк. Мин – мосолман зыяраттары ҡарауылсыһы. «ГорКомСервис» муниципаль унитар предприятиеһы директоры А.Ә. Шәйҙуллин, ҡаланы төҙөкләндереү буйынса участка начальнигы В.Н. Сафронов һәм механик Ю.Н. Дышлюк был эштә миңә һәр ваҡыт ярҙам итә.
 

Ҡырымдың Белогорск районына ярҙам күрһәтәйек!24-04-2014, 07:36 / Яңылыҡтар


Ҡырымдың Белогорск районына ярҙам күрһәтәйек!Башҡортостанда Белогорск районына ярҙам күрһәтеүҙә ведомство-ара хеҙмәттәшлек буйынса штаб эшләй башланы

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса республика Хөкүмәтендә Ҡырымдың Белогорск районына ярҙам күрһәтеүҙә төбәк дәүләт власының башҡарма органдары хеҙмәттәшлеген ойоштороу буйынса оператив штаб булдырылды.
 

Яңы эш алымдары ыңғай һөҙөмтәләр бирәсәк24-04-2014, 07:34 / Иҡтисад


Яңы эш алымдары ыңғай һөҙөмтәләр бирәсәк    Райондың ауыл хужалығы предприятиелары вәкилдәре ресурстарҙы һаҡлаусы технологиялар буйынса семинарҙа ҡатнашты.
Республика үҫемлекселек белгестәре алдына йыл һайын яңынан-яңы һынауҙар килеп баҫа. Улар уңыш күләменә кире йоғонто яһай, етештерелгән продукцияның үҙҡиммәте артыуына килтерә. Йәйге ҡоролоҡ, тупраҡ уңдырышлылығының түбәнәйеүе, шулай уҡ ашламаларға, үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларына һәм яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡтың артыуы шулар иҫәбенә инә. Күп осраҡта һөҙөмтә бер төрлө: ауыл хужалығы тауары етештереүсе көткән табышын ала алмай.
 

Вәкәләттәребеҙ сиктәрендә22-04-2014, 15:27 / Йәмғиәт


Вәкәләттәребеҙ сиктәрендәҠаҙырғол ауыл Советы ауыл биләмәһенә ете ауыл: Ҡаҙырғол, Ғүмәр, Ҡамсылытамаҡ, Кузьминовка, Яңы Йәнбәк, Филипповка, Хөсәйен инә. Уларҙа 1280 кеше йәшәй. Башҡорт, сыуаш, татар, мордва милләттәре вәкилдәре ҙур, берҙәм ғаиләлә көн күрә. Әхиәр Хәким исемендәге урта дөйөм белем биреү һәм ике башланғыс мәктәптәре эшләй. Уҡытыу-тәрбиә эше рус, башҡорт һәм сыуаш телдәрендә алып барыла.
 

Ҡалаға йылы бирәбеҙ22-04-2014, 15:26 / Иҡтисад


Ҡалаға йылы бирәбеҙУрындағы һүҙидара органдарының коммуналь хеҙмәттәр өлкәһендәге эшмәкәрлеге беренсе сиратта үҙ вәкәләттәре сиктәрендә граждандар хоҡуҡтарының социаль гарантияларын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Беҙҙең «Йылылыҡ селтәрҙәре» муниципаль унитар предприятиеһы ла ошо өлкәгә ҡарай.
 

Мәҙәниәт учреждениелары эшмәкәрлеген яңы кимәлгә22-04-2014, 15:24 / Мәҙәниәт


Мәҙәниәт учреждениелары эшмәкәрлеген яңы кимәлгәМәҙәниәт учреждениелары эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген күтәреү, халыҡҡа мәҙәни-ағартыу хеҙмәттәре күрһәтеү күләмен арттырыу – район үҙәкләштерелгән мәҙәни-ял учреждениелары һәм китапханаларының төп бурысы. Финанс сығымдарын оптималләштереү ярҙамында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын хеҙмәттең күләмен һәм сифатын иҫәпкә алып түләү, аҡсаларҙы хеҙмәтләндерелгән халыҡтың һанына һәм граждандарҙың мәҙәниәт өлкәһендәге ихтыяждарына ҡарап бүлеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде.
 

Сәләмәтлек һағында22-04-2014, 15:23 / Сәләмәтлек


Сәләмәтлек һағындаХалыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн шарттар булдырыу райондың һаулыҡ һаҡлау системаһы эшендә төп йүнәлеш булып тора. Был бурысты беҙ Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте менән берлектә үтәйбеҙ. Граждандарға түләүһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеүҙең дәүләт гарантиялары буйынса территориаль программаға ярашлы, ҡала һәм райондың медицина учреждениеларында тейешле шарттар булдырыла. Улар инженерлыҡ селтәрҙәре һәм коммуникациялар менән тәьмин ителгән, транспорт өсөн юлдар ҙа ҡаралған. Тирә-яҡ территориялары даими төҙөкләндерелә.
 

Сифатлы белем биреүҙә ярҙам22-04-2014, 15:22 / Мәғариф


Сифатлы белем биреүҙә ярҙамМәғариф өлкәһендә муниципаль идараның мөмкинлектәрен киңәйтеү райондың белем биреү системаһына урындағы үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып хәл итеүҙе талап иткән бик күп мәсьәләләрҙе сисеүҙә үҙаллылыҡ бирҙе. Объектив һәм субъектив сәбәптәргә нигеҙләнеп, муниципаль белем биреү учреждениеларын төҙөү, үҙгәртеп ҡороу һәм бөтөрөү мәсьәләләре бөгөн урындағы кимәлдә хәл ителгән ошондай һорауҙарға ҡарай.
 

Староста – халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусы22-04-2014, 15:20 / Йәмғиәт


Староста – халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусыРеспублика гәзиттәренең береһендә ауыл старостаһын ғаилә башлығы менән сағыштырғайнылар. Ауыл – үҙенә күрә оло бер ғаилә бит ул. Тырыш староста бар икән, ауыл йәшәй тигән һүҙ. Староста үҙенең артынан башҡаларҙы эйәртә белеүсе, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүсе кеше, берләштереүсе көс булырға тейеш. Ауылдың уңышлы көн итмеше тап уның әүҙемлегенә бәйле.
 

Төп бурыс – кешеләр хаҡында хәстәрлек22-04-2014, 15:19 / Сәйәсәт


Төп бурыс – кешеләр хаҡында хәстәрлекДәүләкән районы – тыуған илебеҙҙең күп һанлы муниципаль берәмектәренең береһе. Уның территорияһында дәүләт идаралығы менән бер рәттән, урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн тәғәйенләнгән урындағы үҙидара ла тормошҡа ашырыла.