» Материалы за Май 2014 года

Үҫешкә – берҙәм ҡараш29-05-2014, 13:58 / Спорт


Үҫешкә – берҙәм ҡарашБашҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры А.И. Иванюта эш сәфәре менән Дәүләкән районында булып китте

Министр урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы А.В. Новиков менән бергәләп ул беҙҙең ҡаланың физкультура-һауыҡтырыу комплексын ҡараны. Бында министрлыҡ вәкилдәре өсөн район хакимиәте башлығы З.Ғ. Бикбулатов етәкселегендә экскурсия ойошторолдо, комплекстың мөмкинлектәре һәм ун йыл буйына хеҙмәт иткән бинаның торошо тикшерелде.
 

Һуңғы ҡыңғырау алға әйҙәй29-05-2014, 10:25 / Мәғариф


Һуңғы ҡыңғырау алға әйҙәй24 майҙа ҡала һәм район мәктәптәрендә ун беренсе кластар өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Мәктәпте тамамлаусылар үҙаллы тормошҡа тәүге аҙым яһай, ә беренсе кластар өсөн иһә ҡыуаныс – йәйге каникул башлана!
 

Оло тормошҡа илткән юл башы29-05-2014, 09:08 / Мәғариф


Оло тормошҡа илткән юл башы    7-се урта мәктәптең тамашалар залы сәхнәһе һуңғы ҡыңғырау көнөндә ун беренсе класс уҡыусылары өсөн үҙенсәлекле пьедесталға әүерелде. Сәхнә алдына ике яәтан туғыҙынсы класты тамамлаусылар тигеҙ сафтарға баҫҡан. Йыр-моң, шиғырҙар, ихлас ҡотлауҙар һәм изге теләктәр – барыһы ла мәктәптә уҡыу йылдарын тамамлап, сығарылыш имтихандары алдында торған тантана сәбәпселәренә арналды.
 

Дәләкән пионерҙары байрам итә29-05-2014, 08:37 / Мәғариф


Дәләкән пионерҙары байрам итә19 майҙа ҡала мәктәптәренең һәм ун ауыл мәктәбенең балалар йәмәғәт ойошмалары делегациялары «Салют, пионерия!» байрамында ҡатнашты.
Парад формаһы кейгән ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың тигеҙ сафтары тантаналы марш аҫтында район Мәҙәниәт йорто яғына ағылды. Сағыу атрибуттар һәм дәртле йырҙар совет осоронда борғосолар һәм барабансыларҙың мәктәп сборына саҡырған мәлдәрен пионерҙар хәрәкәте ветерандарының хәтеренә төшөрҙө.
 

Балалыҡ менән хушлашыу29-05-2014, 08:16 / Мәғариф


Балалыҡ менән хушлашыу5-се гимназияның ун беренсе класс уҡыусылары өсөн дә һуңғы ҡыңғырау сыңланы. Иркен залды сағыу көмөш моңға күмеп, ул уҡыусылар алдында бала саҡ ишеген япты. Дәрестәр һәм тәнәфестәр, таҡта янында яуап биреү һәм көндәлектәге билдәләр – барыһы ла үткәндәрҙә ҡалды.
 

Һалдат батырлығы онотолмай28-05-2014, 14:52 / Яңылыҡтар


Һалдат батырлығы онотолмайДаманский – Тымыҡ океан сик буйы округының Иманский сик буйы отряды Түбәнге Михайловка сик буйы заставаһы янында Уссури йылғаһындағы утрау. Бында 1969 йылдың 2 һәм 15 мартында совет һәм ҡытай ғәскәрҙәре араһында хәрби конфликт була. 1969 йылдың 2 мартында өс йөҙгә яҡын ҡытай һалдаты Уссури йылғаһы үҙәне аша сыға. Уларҙы туҡтатырға тырышҡан застава начальнигы өлкән лейтенант И.И. Стрельников һәм ете пограничник атып үлтерелә. 1969 йылдың 15 мартында ла сик буйы һаҡсыларына танктар, артиллерия-миномет уты һәм пулеметтар менән ҡоралланған Ҡытай армияһы подразделениеларының һөжүменә ҡаршы торорға тура килә.
 

Китапханала төн ҡурҡыныс түгел, ә бик ҡыҙыҡлы булды28-05-2014, 14:33 / Мәҙәниәт


Китапханала төн ҡурҡыныс түгел, ә бик ҡыҙыҡлы булдыЯҙҙың һалҡынсараҡ йома кисе ҡаланың әҙәбиәт һөйөүселәре өсөн үҙенсәлекле ваҡиғаға әүерелде, сөнки эш көнө тамамланыу менән Дәүләкән китапханаларында «Китапханала төн» тип аталған сара башланды.
Үҙәк район китапханаһының уҡыу залында шиғриәт яратыусыларҙың «Родники» һәм өлкән йәштәгеләрҙең «Серебряная нить» клубтары ағзалары, бергәләп йыйылып, сәй табыны янында әҙәбиәт тураһында һөйләште.
 

Яҙғы сәсеү тамамлана27-05-2014, 10:06 / Иҡтисад


Яҙғы сәсеү тамамланаРайон игенселәре яҙғы баҫыу эштәрен йомғаҡлау алдында. Ауыл хужалығы идаралығынан алынған һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, 22 майға 54 мең гектарґа яҙғы культуралар сәселгән. Был – планға ҡарата 93 процент тигән һүҙ.
 

Совет ултырышы үтте27-05-2014, 10:04 / Рәсми


Совет ултырышы үттеДәүләкән районы муниципаль район Советының 22 майҙа уҙған ултырышы эшендә район хакимиәте башлығы З.Ғ. Бикбулатов, Дәүләкән районы прокуроры Е.А. Иванов, хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары, биләмәләр башлыҡтары, хужалыҡтар һәм ҡала ойошмалары, учреждениелары етәкселәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
 

Музейға – кис еткәс27-05-2014, 10:02 / Мәҙәниәт


Музейға – кис еткәсБашҡортостанда дүртенсе тапҡыр үткәрелгән сара йылдан-йыл күберәк иғтибар йәлеп итә, өлкәндәр һәм балалар араһында популярлаша бара. Был фекер менән райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры М.З. Мөхәмәтйәнов тулыһынса килешә: