» Материалы за Июнь 2014 года

Мәктәп симфонияһының һуңғы аккорды30-06-2014, 08:17 / Мәғариф


Мәктәп симфонияһының һуңғы аккорды23 июндә Дәүләкәндең 216 ун беренсе класс уҡыусыһы мәктәптәре менән хушлашты. Улар ҡупшы кейенеп, район мәктәптәрен тамамлаусылар өсөн ҡала майҙанында йыл һайын үткәрелгән һоҡланғыс байрамға йыйылды. Тантананы асып ебәргән әкиәт персонаждарының уйыны кисәге уҡыусыларҙың яңы тормошҡа аяҡ баҫыуына ишара ине. 7-се урта мәктәптең вокал төркөмө «Тормош» тип аталған ғәйәт ҙур карап тураһында йырланы, тиҫтерҙәрен уның руле артына баҫып, дөрөҫ йүнәлеш һайларға саҡырҙы.
 

Матурлыҡ – мәңгелек ул30-06-2014, 08:16 / Мәҙәниәт


Матурлыҡ – мәңгелек ул1959 йылдың аяҙ август иртәһендә Совет урамындағы бер ҡатлы бина тәҙрәләренән ҙур булмаған Дәүләкән ҡалаһы өсөн ғәжәп яңғыраған классик көйҙәр ағыла башлай. Был яңы ғына асылған балалар музыка мәктәбендә тәүге дәрестәр барғанын аңлата.
Һулындағы баянды тылсымлы өндәр сығанағына әүерелдергән талантлы уҡытыусы Владимир Николаевич Захаров үҙенең педагогик һәм ижади эшмәкәрлегенә юлды тап ошонан ала. Һоҡланғыс музыкант иҫтәлегенә, уның тыуыуына 75 йыл тулыу хөрмәтенә Балалар сәнғәт мәктәбендә яңыраҡ ҡына халыә музыкаһы фестивале үтте.
 

Ҡышҡы запас тулылана30-06-2014, 08:15 / Иҡтисад


Ҡышҡы запас тулыланаАуыл хужалығы идаралығынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 27 июнгә район хужалыҡтарының мал аҙығы әҙерләүселәре 2700 гектарҙа тәбиғи һәм сәселгән үләндәрҙе сабып алған. Был – пландың 35 проценты тигән һүҙ.
Планға ҡарата 13 процент, йәғни 1350 тонна бесән һәм 6500 тонна сенаж (21 процент) әҙерләнгән.
 

Хеҙмәттә үткән ғүмер30-06-2014, 08:14 / Яҡташтар ижады


Хеҙмәттә үткән ғүмерЗәйтүнә Нәбиулла ҡыҙы Фәтхетдинова 1927 йылда Ҡоръятмаҫ ауылында ишле ғаиләлә тыуа. Бала сағы ауыр һуғыш осорона тура килә. Ауылдың башҡа ир-егеттәре менән атаһы Нәбиулла фронтҡа киткәс, Зәйтүнә тиҡтерҙәре менән ҡулынан килгәнсә өлкәндәргә ярҙам итә. Колхоз ҡырҙарында эшләй, бесән саба, ер һөрә,сәсә, утай...
 

Башҡорт балы – Бөрйән даны27-06-2014, 12:12 / Мәҙәниәт


Башҡорт балы – Бөрйән даны«Башҡорт Уралы» объекты менән танышыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһына Халыҡ-ара ЮНЕСКО эксперттары делегацияһы һәм ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй комиссияһы ағзалары килеүгә бәйле үткәрелгән сараларға ярашлы, 2014 йылдың 13 июлендә Бөрйән районында республиканың алдынғы этнотөркөмдәре, Тыва, Алтай республикалары ижади коллективтары һәм ҡунаҡтары ҡатнашлығында «Башҡорт балы – Бөрйән даны» халыҡ-ара этнофестивале буласаҡ. Был фестивалде үткәреү өсөн Бөрйән районы осраҡлы һайланмаған, сөнки ул Башҡортостанда халыҡ кәсебе булараҡ солоҡсолоҡ һаҡланып ҡалған берҙән-бер төбәк.
 

Юлдарың уң булһын!27-06-2014, 12:03 / Мәҙәниәт


Юлдарың уң булһын!«Булыр бала – биләүҙән» ти халыҡ мәҡәле. Олеся Әхмәтрәхимова ла бәләкәйҙєн үк ҡыҙыҡһыныусан, отҡор, хисле булып үҫә. Өләсәһенең әкиәттәрен, фәһемле хикәйәттәрен, халыҡ йырҙарын башҡарыуын тыңлап үҫкән ҡыҙсыҡ 6-сы класта уҡығанда уҡ уның бер әкиәтен шиғыр юлдарына һалған. Улай ғына ла түгел, уны рус теленә тәржемә итеп, фольклор төркөмө менән сәхнәләштереп тә күрһәткән.
-Мәктәпкә барғансы уҡ клуб сәхнәһендә сығыш яһаны, район конкурстарында ҡатнашҡыланы. Мәктәп йылдарында «Шаян ҡыҙҙар, шуҡ малайҙар» фольклор төркөмөндә, драма түңәрәгендә ҙур теләк менән шөғөлләнде. Фольклор төркөмө өсөн үҙе сценарийҙар яҙа, кисәләрҙе алып бара ине, - тип һөйләй Олесяның әсәһе Р.З. Әхмәтрәхимова.
 

Улар беҙҙе матур итә27-06-2014, 11:39 / Яңылыҡтар


Улар беҙҙе матур итәТүҙемлек, сыҙамлыҡ, эшһөйәрлек, аралашыусанлыҡ, йыйнаҡлыҡ, мөләйемлек - «Фея» парикмахерскийы коллективына тап шундай сифаттар хас.
Зилә Латип ҡыҙы Исхаҡова, Зинаида Викторовна Селантьева, Светлана Михайловна Лишманова, Светлана Мәхмүт ҡыҙы Хәбибуллина 30 йылдан ашыу сәс киҫеү, бөҙрәләтеү, прическалар яһау, буяу, ламинирлау кеүек хеҙмәттәр күрһәтә.
 

Һөҙөмтәләр ҡыуаныслы!27-06-2014, 11:37 / Мәғариф


Һөҙөмтәләр ҡыуаныслы!Дәүләкәндең өс уҡыусыһы олимпиадаларҙың Рәсәй этабында иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте

Мәғарифты үҫтереү институтында һәләтле балаларҙың «Башҡортостан өмөтө» тип аталған сираттағы форумы булды. Республиканың мәғариф министры Ә.С. Ғаязов бөтөн Рәсәй олимпиадаларының йомғаҡлау этабында еңеп сыҡҡан һәм призлы урындар алҠан уәыусыларҠа награда тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында Дәүләкәндән өс егет булды. 4-се лицейҙың ун беренсе класс уҡыусыһы Евгений Курсаков (етәксеһе В.Ф. Шәрәфетдинов) технология буйынса яҡшы белем күрһәткән. Ә 7-се урта мәктәптән сығарылыш класс уҡыусыһы Марат Зарипов һәм 10-сы кластан Эдуард Мәкәримов хоҡуҡ буйынса юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән. Егеттәрҙең уҡытыусыһы М.И. Йыһангировты мәктәп директоры С.В. Курмаев менән бергә әлеге тантаналы сараға саҡырғандар.
 

Сығыу юлы юҡ27-06-2014, 10:45 / Яңылыҡтар


Сығыу юлы юҡБМО-ның Наркотиктарға контроллек итеү буйынса халыҡ-ара комитеты яһаған йыллыҡ докладҡа ярашлы, 2013 йылда донъяла наркотик ҡулланыусылар һаны, төрлө сығанаҡтарға ҡарағанда, 250 миллион кешенән артып киткән. Ғәмәлдә һәр кемдең наркомания ҡорбанына әүерелеүе ихтимал, шулай ҙа ул күберәк йәш быуынға янай.
Нимә ул наркомания? «Нарке» боронғо грек телендә «хәрәкәтһеҙлек», «иҫһеҙлек» тигәнде аңлата. Ул көн һайын яңынан-яңы төрҙәре барлыҡҡа килгән наркотик сараларға күнегеү, арынып булмаҫлыҡ һәүәҫлек рәүешендә сағыла. Наркотиктарға бәйлелек алкоголгә бәйлелектән 500 тапҡырға тиҙерәк барлыҡҡа килә, ул шуның менән дә хәүефле.
 

Белем һуҡмағынан бергәләп атланыҡ27-06-2014, 10:43 / Мәғариф


Белем һуҡмағынан бергәләп атланыҡЯҙ үтеп китте – мәктәптә үткән туғыҙ йыл да артта ҡалды. 23 майҙа 7-се урта мәктәптә беҙҙең өсөн һуңғы ҡыңғырау сыңланы. Кем өсөндөр был яҡты бүлмәләр, яратҡан уҡытыусылар менән хушлашыу мәле булды. Бында бик күп ҡыуаныслы көндәр кисерҙек, класс етәксебеҙ Ольга Петровна Якушинаның йылы ҡанаты аҫтында белем һәм тәрбиә алдыҡ.
Ольга Петровнаның 25 йыл рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләүен беләбеҙ. Был осорҙа ул ҡатмарлы юл үтеп, үҙ һөнәре оҫтаһы кимәленә күтәрелгән. Шуға күрә уны уҡыусылар ғына түгел, коллегалары ла ярата, хөрмәт итә, бәхәсле хәлдәрҙә уның менән кәңәшләшә.