» Материалы за Июль 2014 года

Яҡташтар иҫтәлегенә31-07-2014, 14:12 / Яңылыҡтар


Яҡташтар иҫтәлегенәВена ҡалаһының хәрби-тарихи музейында «FN Model 1910» пистолетын күрергә мөмкин. Ун туғыҙ йәшлек серб Гаврил Принцип Австрия тәхете вариҫы Франц Фердинандты ошо ҡоралдан атып үлтерә. Шунда уҡ эрцгерцог Франц Фердинанд китеп барған автомобиль, асыҡ зәңгәр төҫтәге кейеме ҡуйылған. Прага эргєғендєге Конопишт һарайында (Австрия тәхете вариҫы шунда йәшәй) уны йәрәхәтләгән пуля һаҡлана. Уны «Беренсе донъя һуғышының беренсе пуляһы» тип йөрөтәләр (http://rusplt.ru/ww1/history/ubiystvo-Frantsa-Ferdinanda-10801.htm1).
 

Яңы тротуар һалынды31-07-2014, 14:10 / Яңылыҡтар


Яңы тротуар һалындыКарл Маркс урамындағы күп фатирлы 149-сы йортта йәшәүселәр хәҙер өр-яңы тротуар буйлап ҡына йөрөй. Уны «ГорКомСервис» муниципаль унитар предприятиеһы һалды.
Был эш үткән йылдың көҙөндә үк башланғайны, ул саҡта тротуар һалынасаҡ урынды тигеҙләп, тығыҙлап ҡуйҙылар. Әле шул нигеҙгә юл плиталары тһшєнелєр һәм йәйәүлеләр өсөн ике йөҙ метрға яҡын бына тигән юл барлыҡҡа килде.
 

Тормош мәғәнәһе – балаларҙа31-07-2014, 14:08 / Яңылыҡтар


Тормош мәғәнәһе – балаларҙаҮҙ тормошонан ҡәнәғәт, әйләнә-тирәләгеләргә иғтибарлы, асыҡ күңелле кешеләр менән танышып аралашҡандан һуң үҙеңде һыуһындарың ҡанғансы саф шишмәнән һыу эскәндәй тояһың. Ҡоръятмаҫ ауылынан Шәйхуллиндар ғаиләһенә барып ҡайтыу тап шундай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бер-береһен йөпләшеп, тыныс ҡына һөйләшеүҙәренән, ипле генә күҙ һирпеп, ҡарашып алыуҙарынан уҡ Тимерғәзим Моталлап улы һәм Фәниә Ғәбделхәй ҡыҙының үҙ-ара йылы мөнәсәбәттәрен һүҙһеҙ ҙә аңлап була. Хатта был парҙың ошо көндәрҙә алтын туйҙарын билдәләргә йыйыныуына ышаныуы ла ҡыйын.
 

Йәйге тәьҫораттар менән уртаҡлашалар31-07-2014, 14:06 / Яҡташтар ижады


Йәйге тәьҫораттар менән уртаҡлашаларЙәй дауам итә. Буш ваҡыты булдымы, һәр кем саф һауала күберәк йөрөргә, тәбиғәткә сығырға, сәйәхәт ҡылырға тырыша. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн төрлө саралар үткәрә, «Тәбиғәт дуҫы» лагеры эшләй, мәктәптәге көндөҙгө ял һәм хеҙмәт лагерҙары күңелле минуттар бүләк итә.
 

Ҙур ғаиләбеҙҙең ғорурлығы30-07-2014, 09:15 / Яңылыҡтар


Ҙур ғаиләбеҙҙең ғорурлығыМария Александровна һәм Александр Филиппович Калюжныйҙар ғаиләһендә беҙ ун бер бала үҫтек. Улар һәр беребеҙҙе өҙөлөп яратты, һәйбәт кешеләр итеп үҫтереү өсөн бар көсөн һалды. Һәм беҙ уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыштыҡ.
Атайым да, әсәйем дә уҙған быуат башында әлеге Шестаев ауыл Советына ҡараған Оло Таҡмаҡ ауылында тыуған. 2011 йылдың 25 авгусында атайым Александр Филипповичтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләгәйнек.
 

Халыҡты борсоған һорауҙарға – етди иғтибар30-07-2014, 09:12 / Йәмғиәт


Халыҡты борсоған һорауҙарға – етди иғтибар«Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Д.А. Медведевтың Башҡортостан Республикаһындағы Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Р.М. Әсәҙуллин Дәүләкәндә граждандарҙы ҡабул итте.

Ҡала һәм район граждандары мөрәжәғәт иткән һорауҙар буйынса фекер алышыуҙа район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары – ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Р.Ғ. Әхмәтйәнов, ҡала хакимиәте, хеҙмәтләндереүсе һәм ресурс һаҡлаусы ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты.
 

Һорау булғас – тәҡдим дә арта30-07-2014, 09:11 / Иҡтисад


Һорау булғас – тәҡдим дә артаДәүләкән районы муниципаль район территорияһында 284 сауҙа объекты эшләй. Уларҙың 35-е аҙыҡ-түлек, 99-ы – сәнәғәт тауарҙары һәм 57-һе ҡатнаш төркөмгә ҡараған тауарҙар менән сауҙа итә. 102 павильон һәм киоск ваҡлап һатыу менән шөғөлләнә.
 

Татыу коллективта эшләүе лә күңелле29-07-2014, 17:33 / Яңылыҡтар


Татыу коллективта эшләүе лә күңеллеЯуаплылығы сикләнгән «Иришка» йәмғиәте сауҙа предприятиеһының «Шишмә» магазинында татыу һәм яуаплы коллектив эшләй. Комаров урамында, сауҙа селтәрҙәренән алыҫ урынлашҡан был магазин ассортимент бай булыуы менән генә түгел, һатыусыларҙың итәғәтле хеҙмәтләндереүҙәре менән халыҡ араһында популярлыҡ яулаған. Даими һатып алыусыларҙы бында танып торалар, яҡты йөҙ менән ҡаршы алалар. Улар үҙ предприятиеларының абруйын төшөрмәҫкә тырыша. Тәжрибәле һатыусы Хәлиҙә Тимербай ҡыҙы Әхмәҙиева магазин асылған көндән бирле эшләй, уның сауҙа өлкәһендә дөйөм стажы – йыл.
 

Бәлә булмаһын тиһәгеҙ, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ25-07-2014, 10:47 / Яңылыҡтар


Бәлә булмаһын тиһәгеҙ, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ2014 йылдың тәүге ярты йылында Дәүләкән районы һәм ҡалаһы территорияһында 32 янғын сыҡты. Улар килтергән дөйөм матди зыян 6 миллион һумдан ашып китте. Үткән йылдарҙағыса, янғындарҙан торлаҡ йорттар (10 осраҡ), граждандарҙың йорт алды ҡаралтылары (12 осраҡ) һәм автотранспорт саралары (3 машина) зыян күрҙе. Ут сығыуҙың төп сәбәптәре лә элеккесә: 12 осраҡта – электр ҡорамалдарын тотонғанда 5-һендә – мейестән файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу, ә 3 осраҡта – ут менән һаҡһыҙ эш итеү.
Ағымдағы йылдың тәүге яртыһында граждандарҙың милкенә ут төртөүҙең 7 осрағы теркәлде. Район территорияһындағы урмандарҙа бер янғын булды.
Райондағы янғындар ваҡытында кешеләрҙең йәрәхәт алыуы һәм һәләк булыуы ла элеккесә хәүеф тыуҙыра. Ошо йылдың тәүге алты айында 8 кеше янып үлде, ә тағы ла дүртеһе төрлө йәрәхәттәр алды. Мәҫәлән, 2014 йылдың 5 июнендә 1-се ҡала яны урамындағы торлаҡ йортта янғын сыға, һөҙөмтәлә бер юлы 5 кеше янып үлә. Коминтерн, Яңы Яппар ауылдарындағы, Дәүләкән ҡалаһындағы янғындарҙа берәр кеше һәләк булды. Был осраҡтарҙа янғын сәбәптәре тураһында күп һөйләргә мөмкин булыр ине, әммә уларҙың бер уртаҡлығы бар – әлеге 8 кешенең барыһы ла иҫерек булған.
 

Ҡышҡы запастар арта24-07-2014, 16:36 / Яңылыҡтар


Ҡышҡы запастар артаАуыл хужалығы идаралығының оператив мәғлүмәттәре буйынса район хужалыҡтарының мал аҙығы әҙерләүселәре 20 июлгә 11,1 мең гектар майҙанда үләндәр сапты, был планға ҡарата 89 процент тәшкил итә.