» Материалы за Август 2014 года

Шиғыр ҡайҙан килә?28-08-2014, 10:15 / Мәҙәниәт


Шиғыр ҡайҙан килә?Йәшлек йылдарында Әхиәр Хәсән улы шиғырҙар менән мауыға, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙғандарының барыһы ла һаҡланмаған. Күрәһең, үҙе лә уларҙы бик үк әһәмиәтле тип һанамағандыр.
1998-2000 йылдарҙа Советтар Союзының тарҡалыуы, тормош ҡатмарлыҡтары, элек берҙәм илдең барлыҡ яҙыусыларын берләштергән ҙур ойошманың юҡҡа сығыуы, һөҙөмтәлә төрлө дәүләттәрҙә бүленеп ҡалған ҡәләмдәш дуҫтары менән аралашыу мөмкинлектәренең кәмеүе менән бәйле ауыр кисерештәре, етмәһә инфаркт кисереүе уға яңынан шиғыр яҙыу өсөн этәргес бирҙе.
 

Тыуған яҡ йылъяҙмасыһы28-08-2014, 10:13 / Мәҙәниәт


Тыуған яҡ йылъяҙмасыһыОшо көндәрҙә танылған яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Әхиәр Хәкимовтың тыуыуына 85 йыл тулды.
Уның хеҙмәт юлы башынан аҙағынаса ижад менән бәйле тип әйтергә була – 1960 йылдан ул «Ағиҙел» журналында әҙәби хеҙмәткәр, баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. Ә 1967 йылда Әхиәр Хәсән улы Советтар Союзының күп милләтле әҙәбиәте Мәккәһе - «Литературная газета» редакцияһына барып урынлаша.
 

«Башҡортостандың төбәк операторы» эшмәкәрлегенә үҙгәрештәр индерелде28-08-2014, 10:11 / Яңылыҡтар


«Башҡортостандың төбәк операторы» эшмәкәрлегенә үҙгәрештәр индерелде«Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексына, закон акттарына үҙгәрештәр индереү һәм Рәсәй Федерацияһының ҡануниәтенең айырым положениеларын көсөнән сыҡҡан тип таныу тураһында» 255-се федераль закон менән Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексына үҙгәрештәр индерелде. Улар күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милеккә капиталь ремонттың төбәк системалары эшен яйға һалыуға йүнәлтелгән.
2014 йылдың 1 сентябренән фатирҙар һаны 30-ҙан артҡан бер нисә күп фатирлы йортҡа идара итеү, капиталь ремонт фондын формалаштырыу өсөн махсус иҫәп алып барыу хоҡуғын сикләгән норма бөтөрөлә.
 

Гуманитар ярҙам ҡабул итеү пункты ойошторолдо28-08-2014, 10:10 / Яңылыҡтар


Гуманитар ярҙам ҡабул итеү пункты ойошторолдоҺуңғы айҙарҙа Украинала барған ваҡиғалар һөҙөмтәһендә даими йәшәгән урындарын ташлап, Рәсәйгә, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһына килеүсе мәжбүри күскенселәрҙең ағымы арта бара. Башҡортостан Республикаһы территорияһына килгән украиналыларға ярҙам күрһәтеү маҡсатында Дәүләкән районы һәм Дәүләкән ҡалаһының халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгендә (Дәүләкән ҡалаһы, Д.Бедный урамы, 6 адресы буйынса балалар китапханаһының икенсе ҡатында) гуманитар ярҙам тапшырыу һәм күрһәтеү пункты ойошторолдо. Һаҡлау өсөн махсус шарттар талап ителмәгән шәхси гигиена әйберҙәре, хужалыҡ тауарҙары, аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙар (һауыт-һаба, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, кескәйҙәр өсөн памперстар, аяҡ кейемдәре, кейем-һалым һ.б.) ҡабул ителә. Барлыҡ әйберҙәр ҙә яңы булырға тейеш.
 

Физкультурниктар көнө хөрмәтенә ярыштар26-08-2014, 11:42 / Спорт


Физкультурниктар көнө хөрмәтенә ярыштарБеҙҙең ил спортсылары Физкультурниктар көнөн тантаналы рәүештә билдәләне. «Самбо-75» спорт мәктәбе байрам көнөндә Асылыкүлгә, «Тәбиғәт дуҫы» һауыҡтырыу лагерына барҙы.
 

Үҙ эшем менән ғорурланам26-08-2014, 11:41 / Яңылыҡтар


Үҙ эшем менән ғорурланамВизит карточкаһы: Зинаида Николаевна Тарасенко филиал коллективында 38 йыл эшләй. Хаҡлы ялға производство-техник бүлек начальнигы вазифаһынан китә. «РФ Энергетика министрлығы яғыулыҡ-энергетика комплексының почетлы хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ.
 

Матурлыҡ тыуҙырыусылар26-08-2014, 11:38 / Яңылыҡтар


Матурлыҡ тыуҙырыусыларЙорт ҡайҙан башлана? Йәшәп килгән фекергә ярашлы, фатир буҫағаһынан түгел икән шул – ә ихатанан, подъезд ишегенән үк башлана. Уларҙың бөхтә, уңайлы һәм матур булыуы хаҡында махсус ойошмалар хәстәрлек күрә. Яуаплылығы сикләнгән «Строймастер» йәмғиәте (директоры М.Н. Зиятов) коллективы, мәҫәлән, был көндәрҙә Эшселәр урамының 2-се йортонда подъездарҙы төҙөкләндереү менән шөғөлләнә.
 

«Иғтибар – балалар!»26-08-2014, 11:37 / Яңылыҡтар


«Иғтибар – балалар!»Урамдарҙа һәм юлдарҙа хәрәкәт хәүефһеҙлеге менән бәйле күнекмәләрҙе тергеҙеү, балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе даими йәшәгән, уҡыған урындарында транспорт ағымына өйрәтеү маҡсатында 2014-2015 йылғы уҡыу йылы башланыр алдынан һәм уның барышында 20 августан 17 сентябргә тиклем районда «Иғтибар – балалар!» профилактик саралар үтә.
 

«Домокомплект» проектын һайлағыҙ!26-08-2014, 11:36 / Иҡтисад


«Домокомплект» проектын һайлағыҙ!Ҡайҙа йәшәү яҡшыраҡ – фатирҙамы, әллә үҙ йортоңдамы? Был һорауға һәр кем үҙенсә яуап бирә. Әлбиттә, баҡса үҫтереп, гараж, мунса төҙөп, үҙ ихатаңда көн күреү – ымһындырғыс маҡсат. Тик йорт һалыу өсөн һәр кемдең көсө, аҡсаһы етмәй. Төҙөлөш – ҡиммәтле һәм мәшәҡәтле эш.
Беҙҙең республикала аҙ ҡатлы төҙөлөш сараларын арзанайтыу һәм еңелләштереү мөмкинлектәрен тапҡандар. Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары С.М. Хисаметдинов беҙҙең хәбәрсегә «Домокомплект» проектының үҙенсәлектәре хаҡында һөйләй.
 

Алдынғы урындарҙа26-08-2014, 11:34 / Рәсми


Алдынғы урындарҙаАғымдағы йылдың ғинуар-июнендә Башҡортостанда төп капиталға инвестициялар күләме барлыҡ финанслау сығанаҡтары иҫәбенә 97,9 миллиард һум тәшкил итте. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 11,3 процентҡа күберәк.