» Материалы за Сентябрь 2014 года

Шумахер... Дәүләкәндә йәшәгән30-09-2014, 12:29 / Яңылыҡтар


Шумахер... Дәүләкәндә йәшәгәнГорчактар ауылдарының барлыҡҡа килеүенең 120 йыллығын билдәләне.
Башта уның ғәҙәти булмаған исеменең нисек барлыҡҡа килеүен асыҡлайыҡ. Ауыл исемдәре, ғәҙәттә, үҙҙәре ултырған йылға, тау, урман атамаларынан сығып алына. Ә бына Горчак ауылының исеме топонимика менән бәйле түгел. Ул кенәз Горчаковтар нәҫеленә барып тоташа.
 

Хеҙмәт һәм әсәлек бәхете30-09-2014, 12:28 / Яҡташтар ижады


Хеҙмәт һәм әсәлек бәхетеНаталья Петровна Овчарова 1954 йылда Өфө ҡалаһында тыуа. Уның хеҙмәт биографияһы ла ошонда башлана. 70-се йылдар башында ул күн аяҡ кейемдәре комбинатының ҙур коллективына уңышлы инеп китә.
 

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Президенты вазифаһын үтәй башланы30-09-2014, 12:26 / Рәсми


Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Президенты вазифаһын үтәй башланыИнаугурация Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда үтте. Һайлау йомғаҡтары буйынса Башҡортостан халҡының 81,71 проценты республиканың әлеге етәксеһенә үҙ тауышын биргән. Тантана барышында төбәк етәксеһе ант ҡабул итте, уның тексы Республика Конституцияһы менән нығытылған.
 

Йәштәрҙең һаулығы – йәмғиәттең киләсәге30-09-2014, 12:25 / Сәләмәтлек


Йәштәрҙең һаулығы – йәмғиәттең киләсәге«2012-2014 йылдарҙа «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары араһында алкоголле продукцияны ҡулланыу даирәһен кәметеү һәм алкоголизмды иҫкәртеү» республика маҡсатлы программаһына ярашлы, Өфө политехник техникумы Дәүләкән филиалының педагогик коллективы студенттар менән бергәләп төрлө саралар үткәрә.
 

Иң түбән эш хаҡы күтәрелә30-09-2014, 12:23 / Иҡтисад


Иң түбән эш хаҡы күтәрелә1 сентябрҙә Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтендә социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика комиссияһы ултырышын үткәрҙе. Ултырыш йомғаҡтары буйынса 2014 йылдың 1 октябренән Башҡортостанда минималь эш хаҡын 6900 һумға тиклем арттырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
 

Ижад һәм яңылыҡ – уңышҡа юл30-09-2014, 12:21 / Мәҙәниәт


Ижад һәм яңылыҡ – уңышҡа юл3-сө башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусылары Неля Мөслим ҡыҙы Суфиянова һәм Рузил Сынтимер улы Абдрахманов, иң яҡшы рус теле һәм башҡорт теле уҡытыусылары булараҡ, быйыл Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең аҡсалата бүләгенә лайыҡ булды. Был ваҡиға уларҙың һәр береһе өсөн әүҙем һәм ижади эш һөҙөмтәһе.
 

Егәрленең өйө семәрле30-09-2014, 12:18 / Мәҙәниәт


Егәрленең өйө семәрлеАлға ауылына ингәндә ыҡсым ихаталы ап-аҡ итеп ағартылған йорт ҡаршы ала.
Уның хужаһы – хеҙмәт ветераны Сәкинә Мөхәррәм ҡыҙы Вәлиева. Эшләгән осоронда алдынғылар рәтендә һаналған һауынсыны яҡын-тирә ауылдарҙа яҡшы беләләр.
 

Хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын яҡлап30-09-2014, 10:03 / Яңылыҡтар


Хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын яҡлапРайон прокуратураһы тарафынан «Ергән МТС-ы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Дәүләкән» бүлексәһендә хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләмәү факттары асыҡланды.
Дәүләкән районы прокуратураһы «Ергән МТС-ы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Дәүләкән» бүлексәһендә хеҙмәт законының үтәлешен тикшерҙе.
Асыҡланыуынса, был бүлексәнең хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы буйынса 4 млн 21 мең һум бурысы бар.
 

Ялған документ файҙаланып30-09-2014, 10:00 / Йәмғиәт


Ялған документ файҙаланыпДәүләкән районы прокуратураһы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында ҡануниәтте үтәүгә тикшереү үткәрҙе.
Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе 38 йәшлек граждандың муниципаль район территорияһында пассажирҙар йөрөтөү буйынса эшмәкәрлек алып барыуы асыҡланды.
 

Яҙыусының ғүмере – әҫәрҙәрендә29-09-2014, 12:14 / Мәҙәниәт


Яҙыусының ғүмере – әҫәрҙәрендәМәҙәни сараларҙың республика марафоны беҙҙең район буйлап һуңғы көн атлағанда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимдең тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған байрам үтте. Ул нәфис әҙәбиәт, дөйөм алғанда ижад тантанаһына әүерелде.