» Материалы за Ноябрь 2014 года

Капиталь ремонт – яңы ҡағиҙәләр буйынса27-11-2014, 17:39 / Яңылыҡтар


Капиталь ремонт – яңы ҡағиҙәләр буйынсаБашҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан кһп фатирлы йорттарґа йєшєһсе фатир хужалары 2014 йылдың октябренән дөйөм милеккә капиталь ремонт өсөн иғәнә түләргә бурыслы (Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 169-сы статьяһы 3-сө өлөшө һәм 2013 йылдың 28 июнендәге 694-се Башҡортостан Республикаһы Законының 4-се статьяһы, 3-сө өлөшө).
 

Тыуған ерҙә йәшәү бәхет27-11-2014, 17:07 / Яҡташтар ижады


Тыуған ерҙә йәшәү бәхетБыйыл ноябрҙә хеҙмәт ветераны Андрей Сергеевич Чернобай һоҡланғыс ваҡиға – 85 йәшен билдәләй.
Ул бар ғүмерен Хотимля ауылына арнай: ошонда тыуа, ауыр һуғыш йылдарына тура килгән бала сағы һәм үҫмер йылдары ошонда үтә, ауыл уҡытыусыһы Ольга Даниловна менән яҙмышын бәйләй, балалар үҫтерә, хеҙмәт ҡала һәм иптәштәре менән тәжрибә уртаҡлаша. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, тракторсы-машинист һөнәрен ала һәм хеҙмәт юлын башлай.
 

Бүләктәр уйнатыла27-11-2014, 17:03 / Яҙылыу


Бүләктәр уйнатыла
Төп приз – саң һурҙырғыс һәм башҡа бүләктәр!

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

«Асылыкүл» - «Балҡантау» район гәзитенә яҙылыу тамамланырға бер генә ай ҡала.
Уҙып барған 2014 йыл оҙаҡҡа хәтерегеҙҙә ҡалһын һәм эстафетаны киләһе йылға тапшырһын өсөн район гәзите редакцияһы 2015 йылдың I ярты йыллығына район гәзитенә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйната.
Уны үткәреү шарттары:
 

Башҡортостанда «Үлем менән ҡайҙа һатыу итеүҙәрен хәбәр ит!» Бөтөн Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияның икенсе этабы үткәрелә.27-11-2014, 17:01 / Яңылыҡтар


Башҡортостанда «Үлем менән ҡайҙа һатыу итеүҙәрен хәбәр ит!» Бөтөн Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияның икенсе этабы үткәрелә.2014 йылдың 17 ноябренән 28-нә тиклем Башҡортостан Республикаһында «Үлем менән ҡайҙа һатыу итеүҙәрен хәбәр ит!» Бөтөн Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияның икенсе этабы старт алды.
 

Көнүҙәк милли мәсьәлә27-11-2014, 16:59 / Сәләмәтлек


Көнүҙәк милли мәсьәләЙыл һайын 1 декабрҙә Бөтөн донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Ул тәүге тапҡыр 1988 йылда Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан иғлан ителә һәм был ауырыуҙың таралыуын туҡтатыу кәрәклеге хаҡында иҫкә төшөрә.
 

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына лайыҡлы әҙерлек25-11-2014, 12:25 / Яңылыҡтар


Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына лайыҡлы әҙерлекДәүләкән районы муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау ветерандарының ҡала-район советы пленумы үтте. Унда ветерандар ойошмаларының 2014 йылдың 26 сентябрендәге ветерандарҙың республика советы V пленумы ҡарарҙарын үтәү йәһәтенән совет халҡының фашистик Германияны еңеүенең 70 йыллығын билдәләүгә әҙерлек һәм уны байрам итеү буйынса бурыстары ҡаралды.
 

Атайҙар форумы бурыстар билдәләне25-11-2014, 12:23 / Яңылыҡтар


Атайҙар форумы бурыстар билдәләнеӨфөлә, Профсоюздар федерацияһы бинаһында, Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы республикала беренсе тапҡыр атайҙар йыйылышын үткәрҙе. Уның эшендә республика муниципалитеттарының атайҙар советы рәйестәре әүҙем ҡатнашты.
 

Улар артыҡ йөк түгел25-11-2014, 12:22 / Яңылыҡтар


Улар артыҡ йөк түгелБыл ваҡытты берәүҙәр – түҙемһеҙләнеп, икенселәр шөбһәләнеп көтөп ала. Хеҙмәт эшмәкәрлеген тамамлап, хаҡлы ялға, йәғни пенсияға сығыу күнегелгән йәшәү рәүешен тулыһынса үҙгәртеүҙе талап итә. Шуға күрә әүҙем тормош позицияһында торған кешеләр был осорҙо ауыр ҡабул итә.
 

Фестиваль дуҫтарын йыя25-11-2014, 12:21 / Мәҙәниәт


Фестиваль дуҫтарын йыяДәүләкән районы муниципаль район хакимиәтендә 2014 йылдың 28 ноябрендә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең 6-сы «Ижад беҙгә йәшәргә ярҙам итә» художестволы ижад фестиваль-конкурсын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
 

Һоҡланғыс уңыш25-11-2014, 12:19 / Мәҙәниәт


Һоҡланғыс уңышБер нисә ай элек Мәҙәниәт йылы сиктәрендә Һәүәҫкәр композиторҙарҙың бөтөн Рәсәй конкурсы иғлан ителгәйне. Уның ситтән тороп үткәрелгән беренсе этабында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың Йорт-музейы директоры, үҙ шиғырҙарына яҙған күп йырҙар авторы Гөлүзә Арыҫланова ла ҡатнашты.