» Материалы за Декабрь 2014 года

Улар бейеүгә ғашиҡ29-12-2014, 13:42 / Мәҙәниәт


Улар бейеүгә ғашиҡ«Байыҡ» дәүләкән бейеүселәрен алҡышланы

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында барған «Байыҡ» бейеү бәйгеһен күптәр яратып ҡарайҙыр, моғайын. Унда йышыраҡ Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ кеүек «бейеүсе» райондар вәкилдәре уңышҡа өлгәшә.
 

Оҫта ҡулдар арыу белмәй29-12-2014, 13:41 / Мәҙәниәт


Оҫта ҡулдар арыу белмәйСатрашлап сигеү – ҡатмарлы һәм киң төшөнсә. Уны тиҙ генә үҙләштереүе еңел түгел, сөнки ул сәнғәт төрөнә тиң. Шулай ҙа оҫта ҡуллы кешеләргә был шөғөл күңел тынысландырыу, йәм табыу сараһына әүерелә. Мәҫәлән, район Мәҙәниәт йортоноң Яңы Аҡҡолай филиалы мөдире Ф.С. Шәүәлиева өсөн сигеү – үҙ ҡулдарың менән матур пейзаждар, натюрморттар, хатта портреттар яһау мөмкинлеге.
 

Әҙип иҫтәлегенә29-12-2014, 13:39 / Спорт


Әҙип иҫтәлегенәКүптән түгел беҙҙең ҡалала милли көрәш һәм билбаулы көрәш буйынса Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов иҫтәлегенә арналған республика турниры үтте. Изге йолаға әүерелгән был бәйге быйыл туғыҙынсы тапҡыр батырҙарҙы бер майҙанға йыйҙы һәм әҙиптең 85 йыллығына арналған йомғаҡлау сараһы булды.
 

Ә һеҙҙең ихатала йәмлеме?29-12-2014, 13:38 / Яңылыҡтар


Ә һеҙҙең ихатала йәмлеме?Дәүләкәндә «Яңы йыл мозаикаһы» конкурсы старт алды

Белем биреү учреждениелары ситтә ҡалманы һәм мәктәп яны участкаларын, биналар фасадтарын биҙәүгә тотондо. Педагогик коллективтың һәм уҡыусыларҙың ижади эше ҡар һындары: әкиәт геройҙары, киләһе йылды һынландырыусы статуялар эшләүҙән башланды.
 

Асыҡ тыңлауҙар булды29-12-2014, 13:37 / Рәсми


Асыҡ тыңлауҙар булды19 декабрҙә район Мәҙәниәт йортоноң бәләкәй залында БР Дәүләкән районы муниципаль район Советының «Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы муниципаль районыУставына үҙгәрештәр һәм өҫтәлмәләр индереү тураһында» һәм «Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы муниципаль районының Дәүләкән ҡалаһы ҡала биләмәһе Уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәлмәләр индереү тураһында» ҡарарҙары проекттары буйынса асыҡ тыңлауҙар булды.
 

Байрам хәүефһеҙ үтһен29-12-2014, 13:36 / Яңылыҡтар


Байрам хәүефһеҙ үтһенЯңы йыл һәм Раштыуа – һәр кем яратҡан, көтөп алған байрамдар. Әммә тап ошо көндәрҙә һеҙҙе йортоғоҙҙа, урамда һәм ҡунаҡта саҡта һис көтмәгәндә хәүеф һағалап тороуы бар.
 

Йылы хәтирәләр23-12-2014, 12:54 / Мәғариф


Йылы хәтирәләр
Мәктәп – күңелгә иң яҡын һәм яҡты йорт. Ошо бәләкәй генә һүҙ үҙендә күпме йылылыҡ, күпме хәтирәләр һаҡлай: яратҡан уҡытыусылар, дуҫтар, тәүге мөхәббәт. Ысынлап та, мәктәп йылдары күңелдән һис ҡасан юйылмай. Ул минең өсөн белем усағы ғына түгел, ә тормош һабаҡтары биргән изге урын да.
 

Ауыл халҡы хәстәрлек өсөн рәхмәтле23-12-2014, 12:50 / Иҡтисад


Ауыл халҡы хәстәрлек өсөн рәхмәтлеЭнергетиктар көнө алдынан яуаплылығы сикләнгән «Дәүләкән селтәрҙәр компанияһы» йәмғиәте эшселәре исеменә йылы һүҙҙәр әйтке килә. Һуңғы йылдарҙа беҙ, ауыл халҡы, ошо энергия менән тәьмин итеүсе ойошманың эшендә яҡшы яҡҡа һүҙгәрештәр күрәбеҙ.
 

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары районға килеп китте23-12-2014, 12:49 / Сәйәсәт


Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары районға килеп киттеБашҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Р.Х. Мәрҙәновтың Дәүләкәнгә эш сәфәре программаһы бай ғына булып сыҡты.
Атап әйткәндә, сәфәр барышында Рөстәм Хәбиб улы граждандарҙы ҡабул итте, был осрашыуға ҡаланан да, район ауылдарынан да килеүселәр күп булды.
 

Совет ултырышы булды23-12-2014, 12:47 / Рәсми


Совет ултырышы булдыШишәмбе, 16 декабрҙә Дәүләкән районы муниципаль район Советының быйылғы йылдағы һуңғы ултырышы булды, уның эшендә хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары, район хакимиәте бүлектәре начальниктары, район прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре, биләмәләр башлыҡтары, предприятиелар, хужалыҡтар, ойошмалар етәкселәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.