» Материалы за Декабрь 2014 года » Страница 5

Капиталь ремонт өсөн иғәнә: һорауҙар һәм яуаптар5-12-2014, 10:37 / Иҡтисад


Капиталь ремонт өсөн иғәнә: һорауҙар һәм яуаптарГраждандарҙың күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милеккә капиталь ремонт өсөн иғәнәләр күсереүгә ҡағылышлы һорауҙар буйынса күп һанлы мөрәжәғәттәренә бәйле, Башҡортостан Республикаһының «Төбәк операторы» коммерция булмаған ойошмаһы гәзит уҡыусылар иғтибарына иң көнүҙәк һорауҙарға яуаптар тәҡдим итә.
 

Уҡытыусылар араһында спартакиада4-12-2014, 18:18 / Спорт


Уҡытыусылар араһында спартакиадаКөҙгө каникул көндәрендә 7-се урта мәктәптең спорт залы көйәрмәндәрҙең тауышынан гөр килеп торҙо. Ике көн дауамында уҡытыусылар араһында барған волейбол ярыштарының һөҙөмтәһе өсөн коллегалары шулай янып-көйҙө.
 

Ижадтың мөмкинлектәре сикһеҙ4-12-2014, 18:16 / Яңылыҡтар


Ижадтың мөмкинлектәре сикһеҙСәләмәтлеге яғынан мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең «Ижад беҙгә йәшәргә ярҙам итә» тип аталған район фестиваль-конкурсы Дәүләкәндә алтынсы тапҡыр уҙғарылды, ул Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә тап килтереп ойошторолдо.
 

Әсәлек: бәхет, хәстәрлек, яуаплылыҡ4-12-2014, 18:15 / Яңылыҡтар


Әсәлек: бәхет, хәстәрлек, яуаплылыҡӘсә көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ошо фекер өҫтөнлөк алды.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙы, предприятиелар һәм бөтөн милек формаһындағы ойошмаларҙың хеҙмәт коллективтары вәкилдәрен, йорт хужабикәләрен район Мәҙәниәт йорто сәхнәһенән тәүгеләрҙән булып балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре ҡотланы. Йәйғор төҫтәрендәге күлдәктәр кейгән ҡыҙҙар яратҡан әсәйҙәр тураһында дәртле йырҙар башҡарҙы.
 

Гәзит – беҙҙең ярҙамсыбыҙ4-12-2014, 18:13 / Яҙылыу


Гәзит – беҙҙең ярҙамсыбыҙЙәмғиәтебеҙҙең тормошо хаҡында мәғлүмәтте ниндәй сығанаҡтан алырға һәр кем үҙе хәл итә. Интернет, үҙәк һәм республика гәзиттәре, телевидение, журналдар – был мәғлүмәт сараларынан һәр кем файҙалана ала.
 

Алтын» - дәүләкәндәрҙә!4-12-2014, 18:10 / Спорт


Алтын» - дәүләкәндәрҙә!Туймазы ҡалаһында 2001-2003 йылда тыуған үҫмерҙәр араһында самбо буйынса асыҡ беренселек булды, унда беҙҙең мәктәптән 12 тәрбиәләнеүсе ҡатнашты.
 

“Әсә” һүҙе – бәхеттең үҙе3-12-2014, 18:01 / Яңылыҡтар


“Әсә” һүҙе – бәхеттең үҙеҒәлимйәновтарҙың ҙур иркен йортонда моңло көй ағыла. Уның талғын тауышы бында һәр кис айырым бер ваҡытта ишетелә. Тыныс ҡына уйнаған көй аҫтында кесе ҡыҙҙары: өс йәшлек Илнара һәм йәш ярымлыҡ ҡына Юлиана иҙрәп йоҡлап китә. Уларҙың юрғандарын ипләп ябып, әсәләре Әлфисә Әхмәтнур ҡыҙы бәләкәстәренә йылмайып ҡарап алды ла аш бүлмәһенә йүнәлде - етенсе класта уҡыусы улы Әлгиз уның борщ бешереүен һорағайны.
 

Эште әүҙемләштереү маҡсатында3-12-2014, 15:51 / Яңылыҡтар


Эште әүҙемләштереү маҡсатындаКешенең холҡо шулай ҡоролған, ул ғәҙәти әйберҙәрҙән ҡурҡыуҙан туҡтай. Тормошобоҙға уңайлыҡтар алып килгән газ да шулар рәтенә инә, дөрөҫ файҙаланмағанда ул бик хәүефле икәнлеген онотоп ебәрәбеҙ.
 

Һәләтлеләр һәм әүҙемдәр3-12-2014, 15:28 / Яңылыҡтар


Һәләтлеләр һәм әүҙемдәр3 декабрҙә Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә. Беҙҙең ҡалала һәм районда сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән дүрт меңдән ашыу кеше йәшәй, уларҙың 135-е инвалидтарҙың район ойошмаһында тора.
 

Сәләмәт тормош өсөн3-12-2014, 12:46 / Сәләмәтлек


Сәләмәт тормош өсөнҮҙәк китапхананың уҡыу залы хеҙмәткәрҙәре Е.В. Скрипникова, Т.М. Андреева һәм Р.М. Вәлиев тарафынан ҡала йәштәре өсөн ойошторолған сарала һаулыҡ һаҡлау һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу буйынса мәғлүмәттәр тәҡдим ителде. Бында уҡылған шиғырҙар, матбуғат баҫмаларында сыәҡҡан мәҡәләләр менән танышыу, һаулыҡ тураһында видеоролик ҡарау йәштәр өсөн файҙалы һәм фәһемле булды.