» Материалы за Ғинуар 2015 года

Халыҡ ижадын яраталар29-01-2015, 13:39 / Мәҙәниәт


Халыҡ ижадын яраталар1-се урта мәктәптең «Берегиня» театр коллективы Мәҙәниәт йылына арналған «Йәшел планета» Халыҡ-ара һәм республика конкурстарында «Тәбиғәт. Мәҙәниәт. Экология» номинацияһында лауреат булды.
 

Яңы йылды ҡупшы ҡаршыланылар20-01-2015, 18:05 / Яңылыҡтар


Яңы йылды ҡупшы ҡаршыланыларБина фасадтарын һәм уларға яҡын территорияларҙы байрамса биҙәүгә «Яңы йыл мозаикаһы» ҡала конкурсында мәктәптәр һәм балалар баҡсалары әүҙем ҡатнашты.
 

Балалар өсөн шахмат турниры20-01-2015, 18:02 / Спорт


Балалар өсөн шахмат турнирыШахмат – боронғо һәм мауыҡтырғыс уйын. Ә бөгөн ул балаларҙың үҫеше өсөн әһәмиәтле инструменттарҙың береһе. Баланы кесе йәштән үк шахматҡа ылыҡтырыу мейе эшмәкәрлеге өсөн бик яҡшы гимнастика һәм артабанғы уҡыуында уңышҡа өлгәшеү өсөн нигеҙ булып тора.
 

Күңелдәре менән һәр саҡ йәштәр20-01-2015, 17:59 / Мәҙәниәт


Күңелдәре менән һәр саҡ йәштәрМәҙәниәт йылында «Әхирәттәр» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле үҙенең ун биш йыллығын билдәләне. Район Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә ҡунаҡтар – Дүртөйлө һәм Мәкәш ауыл клубтарының фольклор ансамблдәре, Әлшәй районы Ташлы ауылының «Гөлнәзирә» ансамбле сығыш яһаны.
Район һәм ҡала хакимиәте башлығы З.Ғ. Бикбулатов исеменән «Әхирәттәр»ҙе Дәүләкән районы муниципаль районының мәҙәниәт идаралығы начальнигы Р.В. Әхмәтрәхимов ҡотланы. Ул ансамбль ағзаларына ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, яңы ижади бейеклектәр теләне һәм «Урал» халыҡ ижады үҙәгенең почет грамоталарын тапшырҙы.
 

2015 йылда әсәлек капиталы 453 мең һумдан ашыу буласаҡ20-01-2015, 17:55 / Яңылыҡтар


2015 йылда әсәлек капиталы 453 мең һумдан ашыу буласаҡӘсәлек капиталына хоҡуҡ алыу өсөн сертификатҡа эйә булған бала 2016 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған йәки уллыҡҡа алынған булырға тейеш. Сертификатты һәм уның аҡсаһын алыу ваҡыты сикләнмәгән.
Шулай итеп, әсәлек капиталына хоҡуғы булған ғаиләләргә уны алырға ашығырға кәрәкмәй, сөнки уның күләме йыл һайын индексациялана. Әгәр 2007 йылда ул 250 мең һум булһа, 2015 йылда 453026 һум буласаҡ.
 

Булмышы менән уҡытыусы20-01-2015, 11:05 / Мәғариф


Булмышы менән уҡытыусыМәктәп – ауылдың үҙәге. Тәжрибәле директор, булмышы менән уҡытыусы Рәйзә Зәйҙулла ҡыҙы етәкләгән Мәкәш урта мәктәбе тураһында тап шулай тип әйтергә мөмкин.
 

Бер осрашыу20-01-2015, 10:56 / Яҡташтар ижады


Бер осрашыуРәзилә Ғәйнислам ҡыҙы менән үҙебеҙҙең район гәзите редакцияһында бер генә осрашырға тура килде. Бер генә күрҙем дә, уның мөләйемлелеге, алсаҡлығы һәм бик тә йәш күренеүе хәтерҙә ҡалған. Мин уны үҙ тиңдәшемдер тип йөрөһәм, яҡташыбыҙ 55 йәшлек юбилейын билдәләгән икән дә!
 

Почта маркаһы авторы булғың киләме?19-01-2015, 18:27 / Яңылыҡтар


Почта маркаһы авторы булғың киләме?Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған почта маркаһы һәм конверт өсөн иң яҡшы һүрәткә Бөтөн Рәсәй конкурсы башланды. Уны Рәсәй почтаһы «Марка» нәшриәт үҙәге менән берлектә үткәрә. Ярыш «Хәтерләйбеҙ! «Ғорурланабыҙ!», «Бөйөк Еңеүҙең хаҡы» һәм «Беҙгә Хәтер ышанып тапшырылған» тип аталған өс номинацияла ойошторола.
 

Геройҙың иҫтәлегенә арналды19-01-2015, 18:25 / Бөйөк Еңеүгә арнала


Геройҙың иҫтәлегенә арналды7-се урта мәктәптә пневматик ҡоралдан атыу буйынса район ярыштары үтте.
Декабрь аҙағында мәктәп тирында пневматик ҡоралдан атыу буйынса Советтар Союзы Геройы В.П. Ферапонтов иҫтәлегенә арналған ярыш булды. Унда райондың һигеҙ мәктәбе командаһы ҡатнашты. Егеттәр һәм ҡыҙҙар атыуҙың ике төрө буйынса көс һынашты: баҫып торған килеш пневматик мылтыҡтан 8-се сәпкә һәм 10 м алыҫлыҡтан пистолеттан 9-сы сәпкә тейҙерергә тырышты. Көсөргәнешле ярышта лицей-интернат командаһы еңеү яуланы, улар күсмә кубокҡа, дипломға һәм бүләккә эйә булды. Наградаларҙы был ярыштарҙың ойоштороусыһы һәм бағыусыһы Рәсәй ДОСААФ-ының урындағы бүлексәһе рәйесе А.А. Константинов тапшырҙы. 7-се урта мәктәп һәм 4-се лицей командалары икенсе һәм өсөнсө урындарға сыҡты.
 

Прокуратура йылға йомғаҡ яһай19-01-2015, 18:14 / Яңылыҡтар


Прокуратура йылға йомғаҡ яһайРәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән 12 ғинуар Рәсәй Федерацияһы прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө тип билдәләнде.
1722 йылда Петр I тарафынан булдырылған прокуратура иң боронғо дәүләт институттарының береһе булып тора һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары системаһында айырым урын биләй, сөнки күҙәтеү функцияларын тормошҡа ашыра һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса эшмәкәрлеген координациялай.