» Материалы за Март 2015 года

Яңы технологиялар нигеҙендә24-03-2015, 13:16 / Яңылыҡтар


Яңы технологиялар нигеҙендә
Уңышлы эшләүсе предприятие һәр системаһы үҙ функцияларын һәм бурыстарын үтәгән, шул уҡ ваҡытта бер-береһе менән ярашып эш иткән тере организмды хәтерләтә. Яуаплылығы сикләнгән «Рязань торба заводы» йәмғиәтенең беҙҙең ҡалалағы «Сельхозтехника» базаһында асылған 2-се айырым подразделениеһы бер нисә йыл буйына алдынғылар рәтендә килә.
 

Тыуған ил һәм халыҡҡа һөйөү өсөн наградалар24-03-2015, 13:14 / Бөйөк Еңеүгә арнала


Тыуған ил һәм халыҡҡа һөйөү өсөн наградалар
4-се лицейҙа Дәүләкән районы ветерандарына һәм тыл хеҙмәтсәндәренә «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл» юбилей миҙалдарын тапшырыу сараһы булды
 

Тыуған яҡ матурлығын сағылдыра24-03-2015, 13:13 / Мәҙәниәт


Тыуған яҡ матурлығын сағылдыра
Дәүләкән балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Андрей Кирьянов Рәсәйҙең һәләтле балаларының художестволы ижады фестиваль-конкурсының III йомғаҡлау күргәҙмәһе финалистары иҫәбенә инде
 

Ҡалаға экскурсия24-03-2015, 13:11 / Яҡташтар ижады


Ҡалаға экскурсия
Уҡытыусыбыҙ Рима Фәхретдинова һәм клуб мөдир Резида Ҡорбанғәлиева етәкселегендә Дәүләкән ҡалаһына экскурсияға барҙыҡ. Юл буйынса тирә-яҡты күҙәтеп барҙыҡ, Резида апайыбыҙ ер-һыуҙарҙың атамалары менән таныштырҙы. «Сәүкә мороно», «Рәшәткәлек», «Ҡасҡын ҡулы», «Күләүек», «Уҫаҡ-ҡыуаҡ»ты үтеп киттек, ауылыбыҙҙың сиген дә белдек.
 

Әҙәби кисә24-03-2015, 13:07 / Мәҙәниәт


Әҙәби кисә
Алға ауылы китапханаһында Әҙәбиәт йылына арналған «Ҡаурый ҡәләм» тип исемләнгән әҙәби-музыкаль кисә үтте. Унда Дәүләкән ҡалаһынан ҡунаҡтар – һәүәҫкәр шағир Фәннүр Низаметдинов, район Мәҙәниәт йортоноң «Әхирәттәр» ансамбле ҡатнашты.
 

Ихтирам һәм рәхмәт белдерәбеҙ24-03-2015, 13:05 / Мәҙәниәт


Ихтирам һәм рәхмәт белдерәбеҙ
Кеше өсөн ғүмеренең иң матур ваҡыты – уның бала сағылыр ул. Шуға ла беҙ, ата-әсәләр, балаларыбыҙҙы бәхетле итеү өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Был йәһәттән балаларыбыҙҙы өйҙән ситтә саҡтарында ҡурсалаусы изге күңелле, талантлы кешеләр беҙҙең иң ышаныслы ярҙамсыларыбыҙ булып тора.
 

Гүзәл заттар бәйгеһе24-03-2015, 13:04 / Яңылыҡтар


Гүзәл заттар бәйгеһе
Февраль айының аяҙ ҡояшлы көнөндә лицей-интернаттың тамаша залында Дәүләкән районының иң һылыу ҡыҙҙарының бәйгеһе үтте.
Сәхнә түренә сағыу күлдәктәр кейеп биш гүзәл зат сыҡты: Лариса Мөхәрәмова (Дәүләкән ҡалаһы), Ләйсән Усманова (Дәүләкән ҡалаһы), Зәлиә Гәрәева (Имай-Ҡармалы ауылы), Эльвина Ильясова (Ҡаҙырғол ауылы) һәм Регина Шәүәлиева (Аҡҡолай ауылы).
 

«Иғтибар, балалар!»23-03-2015, 12:58 / Яңылыҡтар


«Иғтибар, балалар!»
Әлеге ваҡытта 3 апрелгә тиклем район һәм республика юлдарында «Иғтибар, балалар!» тип аталған иҫкәртеү сараһы үтә
Ағымдағы йылда бәлиғ булмаған пассажирҙар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары һанының 26,7 процентҡа артыуы теркәлгән.
 

Дәүләт стандаттары талаптарын үтәй23-03-2015, 12:54 / Яңылыҡтар


Дәүләт стандаттары талаптарын үтәй
Фидан Фирғәт улы Мостафин (һүрәттә) «Рязань торба заводы» йәмғиәтенең 2-се айырым подразделениеһы эшләй башлағандан алып торба прокатлау станогында ҡалайҙарҙы һәм таҫмаларҙы электр менән иретеп йәбештереүсе булып хеҙмәт итә.
 

Һуғышҡа үҙ теләге менән китә23-03-2015, 12:53 / Бөйөк Еңеүгә арнала


Һуғышҡа үҙ теләге менән китә
Һуғышта ҡатын-ҡыҙға урын юҡ – хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың һәр береһе шундай фекерҙә. Әммә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бик күп ҡатын-ҡыҙ, үҙ ғүмерен һәм һаулығын аямай, ирҙәр менән бер рәттән фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышты.