» Материалы за Апрель 2017 года

Пландарҙы ғәмәлгә ашырайыҡ28-04-2017, 09:44 / Яңылыҡтар


Пландарҙы ғәмәлгә ашырайыҡ
Районда уҙғарылған «Уңышҡа бер аҙым» социаль проекттар конкурсы уҡыусыларҙың иң яҡшы идеяларын һәм уларҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен атаны
 

30 апрель – Янғын һағы хеҙмәткәрҙәре көнө28-04-2017, 09:31 / Яңылыҡтар


30 апрель – Янғын һағы хеҙмәткәрҙәре көнө
Яңы уңыштар һеҙгә!
Янғынға ҡаршы көрәш хеҙмәте эшсәндәре һәм ветерандары!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым!
[center][/center]
Янғынға ҡаршы көрәш хеҙмәте районда йәшәүселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә айырым роль уйнай. Һеҙҙең ҡыйыулыҡ, фиҙакәрлек, бәләгә тарыусыларға ярҙамға килергә әҙер булыуығыҙ ғәҙәттән тыш хәлдәргә кәртә булып тора. Һеҙгә янғындарҙы иҫкәртеү, кешеләрҙе һәм милекте уттан һаҡлау буйынса яуаплы бурыс йөкмәтелгән. Бында хәлгә дөрөҫ баһа биреү һәм бик тиҙ ҡарар ҡабул итә белеү кеүек сифаттар бик мөһим, сөнки ҡайһы саҡта кешеләрҙең ғүмере ошоға бәйле. Профессионаллегегеҙ, бурысҡа тоғролоғоғоҙ артабан да дәүләкәндәрҙе янғындарҙан һаҡларға булышлыҡ итер, тип ышанам.
Еңел булмаған һәм хәүефле хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, яҡындарығыҙҙың аңлауын һәм ярҙамын теләйем. Ныҡлы сәләмәтлек, бәхет һәм именлек һеҙгә!
 

Рөстәм Хәмитов: Мин беҙҙең кешеләр менән ғорурланам21-04-2017, 16:37 / Яңылыҡтар


Рөстәм Хәмитов: Мин беҙҙең кешеләр менән ғорурланам
Башҡортостан Башлығы тура эфирҙа республика халҡы менән аралашты
13 апрелдә ойошторолған һөйләшеү бер нисә телеканал һәм радиостанция аша тапшырылды. Өс сәғәт дауамында төбәк етәксеһе республиканың төрлө мөйөштәренән бирелгән һорауҙарға яуап бирҙе. Һеҙҙең иғтибарға әңгәмәнең иң мөһим өлөштәрен тәҡдим итәбеҙ.
 

“Тамыр” байрам итә21-04-2017, 14:42 / Яңылыҡтар



25-26 апрелдә Башҡортостан дәүләт концерт залында “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалының 25 йыллығына арналған байрам үтәсәк. Юбилейға федераль каналдарҙан ҡунаҡтар, Ҡаҙағстан, Татарстан, Саха -Яҡутия, Удмуртияның балалар каналдары етәкселәре саҡырылған. Байрамдың махсус ҡунағы – “АБВГДейка” тапшырыуының алып барыусыһы һәм художество етәксеһе Татьяна Кирилловна Черняева.
Тамашасыларҙы “Тамыр” вокаль студияһы һәм республиканың балалар коллективтары сығыштары көтә. Байрамдың ижади командаһы “Тамыр”ҙың тәүге алып барыусылары ҡатнашлығында сюрприздар әҙерләй.
Бынан тыш матбуғат конференцияһы, “түңәрәк өҫтәл” үткәреү ҡаралған, ҡунаҡтар республика теле- һәм радиоканалдары программаларында ҡатнашасаҡ.
 

Йәш дәүләкәндәрҙе шатландырып18-04-2017, 16:12 / Яңылыҡтар


Йәш дәүләкәндәрҙе шатландырып
Ҡаланың төньяҡ микрорайонында 260 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһын төҙөү аҙағына яҡынлаша. Эштәр ағымдағы йылдың август айында тамамланыр һәм яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы сентябрҙә үҙ ишектәрен асыр, тип күҙаллана.
 

Башҡортостан Башлығы менән һөйләшеү18-04-2017, 15:14 / Яңылыҡтар


Башҡортостан Башлығы менән һөйләшеү
Уҙған кесаҙна, 13 апрелдә, дәүләкәндәр республикала йәшәүселәр менән берлектә бер нисә телеканалдың тура эфирында «Башҡортостан Республикаһы Башлығы менән әңгәмә»не ҡарай алды, уның барышында Рөстәм Зәки улы Хәмитов республикала йәшәүселәрҙең тиҫтәләгән һорауына яуап бирҙе.
 

Иғтибар: ташҡын!14-04-2017, 10:49 / Яңылыҡтар


Иғтибар: ташҡын!
Йылғаларҙа һыу күтәрелә
Көндәр йылытыу менән урамдар гөрләүектәр тауышына күмелде, ҡалын-ҡалын ҡар өйөмдәре, ниһайәт, иреп бөттө. Ҡояш төшмәгән урындарҙа һаман да ҡар һәм боҙ киҫәктәре ята, ә урман һәм яландарҙа ул күп әле. Тиҙ ирегән ҡар һыуҙары тәү сратта ваҡ ялан йылғаларының ташыуына килтерә. Ҡалалағы Мораҙым йылғаһы һәм башҡа йылғасыҡтар тап шундайҙар иҫәбенә инә, улар йәй көнө ҡороп, яҙын яҡындағы йорттар өсөн ҡурҡыныс тыуҙыра. Йыл һайын яҙғы ташҡын алдынан махсус хеҙмәттәр әйтеп үтелгән йылғаларҙың, йырындарҙың торошон тикшерә, үҙәндәрен сүп-сарҙан таҙарта. Уларға яҡын урамдарҙа йәшәүселәр ҙә үҙ участкаларында хәүефһеҙлек сараларын күрергә тейеш. Хужалыҡтарҙа көнкүреш кәрәк-ярағын юғарыға мендерергә, йорт хайуандарын хәүефһеҙ урынға күсерергә, кешеләрҙе эвакуациялауға әҙерләнергә кәрәк.
 

Дәүләт хеҙмәттәре – интернет аша14-04-2017, 10:45 / Рәсми


Дәүләт хеҙмәттәре – интернет аша
Бына инде ике йыл ярым ҡалабыҙҙа Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙең күп функциялы үҙәге республика дәүләт автономлы учреждениеһын филиалы эшләй. Ошо ваҡыт эсендә ҡалала һәм ауылдарҙа йәшәүселәр дәүләт хеҙмәттәрен алыу өсөн тап ошо учреждениеға мөрәжәғәт итеүҙең өҫтөнлөктәрен лайыҡлы баһаланы.
 

Сәсеү – 201714-04-2017, 10:39 / ---


Сәсеү – 2017
Иртәгәнән баҫыуға әҙерҙәр
Игенселәр өсөн сәсеү – төп имтихан. Буласаҡ уңыштың яҙмышы уны нисек үткәреүгә бәйле
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы эшсәне, генераль директор Валерий Владимирович Остапенко етәкселендәге яуаплылығы сикләнгән “Восход” йәмғиәтенең аграр секторы хеҙмәтсәндәре үҫемлекселектә эштәрҙе ойоштороу буйынса районда лайыҡлы урын биләй. Ауыл хужалығы предприятиеһы игенселәренең уңышлы эшләүенең сере - ойошҡанлыҡ һәм механизаторҙарҙың үҙ бурысын еренә еткереп башҡарыуы.
 

Төҙөкләндереү14-04-2017, 10:33 / Рәсми


Төҙөкләндереү
Таҙалыҡ – уңыш нигеҙе
Экологик өмәләр мәле етте
Дәүләкәндәр ҡулдарына тырма, һепертке алып, көстәренән килгән тиклем урамдарҙа, торлаҡ микрорайондарҙа, производство территорияларында тәртип булдыра.