» Материалы за Май 2017 года

Дәүләкән гербы31-05-2017, 16:03 / ---


Дәүләкән гербы
Дәүләкән ҡалаһы һәм районы тарихы игенселек һәм он етештереү менән бәйле. Герб уртаһындағы көмөш ат тарихи үткәнебеҙҙе һәм бөгөнгөбөҙҙө сағылдыра. Археологик ҡаҙыныуҙар барышында районда беҙҙең эраға тиклем VII-VI мең йыллыҡта йәшәгән боронғо кеше һәм ат һөлдәләре табыла. Гербтағы көмөш ат – ҡыйыулыҡ, тоғролоҡ, фиҙакәрлек, эшһөйәрлек символы.

Урындағы халыҡтың төп шөғөлө – игенселек. XIX быуат аҙағына Дәүләкән Өфө губернаһында икмәк менән сауҙа итеүсе иң эре үҙәккә әйләнә. 1905-1915 йылдарҙа төҙөлгән тәүге ярма тарттырыу тирмәндәре лә район тарихында ҙур урын биләй. Шуға герб башында быуаттар күсәгилешлеген, игенсенең мәңгелек хеҙмәтен сағылдырған тирмәндәр төшөрөлгән. Тирмәндәрҙең көмөш төҫтә булыуы – камиллашыу, дәрәжәлелек, таҙалыҡ символы.

Гербтың төп төҫө йәшел булыуы далаларҙы аңлата. Дәүләкән далаларында үҫкән ҡылған шифалы эсемлек – ҡымыҙға үҙенсәлекле тәм бирә, дауалау сифаттарын арттыра. Билдәле булыуынса, урындағы халыҡ йылҡысылыҡ, ҡымыҙ яһау менән шөғөлләнгән. Гербтың йәшел төҫө шулай уҡ муллыҡ, шатлыҡ, тыныслыҡ билдәһе. «Ҡусҡар» орнаменты Асылыкүлдең тулҡындарын сағылдыра. Ҡыҙыл төҫ – мөхәббәт, тыуған ергә, атай йортона тоғролоҡ символы.

Герб БР Дәүләкән районы муниципаль район Советы ҡарары менән 2006 йылдың 13 июлендә раҫланған.
 

Һуңғы ҡыңғырау – үҙенсәлекле байрам30-05-2017, 09:32 / ---


Һуңғы ҡыңғырау – үҙенсәлекле байрам
Дәрестәр һәм тәнәфестәр бөтөнләйгә тамамланып, ҡыңғырау имтихандар яҡынашыуын белдергән көн – һәр уҡыусының яҙмышында тулҡынландырғыс мәл. Алда – имтихандар, дуҫтар һәм уҡытыусылар менән хушлашыу, үҙаллы тормошҡа юл. Шуға тантаналы линейкала әле бер ҡыҙҙың, әле икенсеһенең күҙҙәрендә сағылған йәш бөртөктәре ғәжәп түгел. Быйыл район мәктәптәренең 167 уҡыусыһы өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны.
Һуңғы ҡыңғырау – үҙенсәлекле байрам
 

"Һабантуй-2017"30-05-2017, 09:28 / ---


"Һабантуй-2017"
 

Кешеләргә файҙа килтерергә26-05-2017, 10:07 / Йәмғиәт


Кешеләргә файҙа килтерергә
“Лошкарева З.А.” шәхси предприятиеһы бына инде ун йыл дауамында дәүләкәндәргә пластик тәҙрәләр әҙерләү һәм ҡуйыу хеҙмәттәрен тәҡдим итә
 

Берләшмәнең әүҙемлеге арта26-05-2017, 10:03 / Йәмғиәт


Берләшмәнең әүҙемлеге арта
26 майҙа Рәсәй эшҡыуарҙары көнө билдәләнә. Был сағыштырмаса яңы байрам. Ул 2007 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путиндың Указы менән булдырыла. Бөгөн эшҡыуарҙар эшмәкәрлектең барлыҡ төрөн башҡара.
 

Дәүләкән районы прокуратураһы ер ҡануниәтен үтәүҙе тикшерҙе25-05-2017, 15:21 / ---


Дәүләкән районы прокуратураһы ер ҡануниәтен үтәүҙе тикшерҙе
Урындағы хакимиәт тарафынан ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге 19 гектар ерҙе арендаға алыуға килешеү төҙөү хоҡуғына аукцион ойошторолоуы билдәләнде.
Аукционға әҙерлек барышында лотҡа талаптар ҡуйылған. Шул иќәптән ер өсөн йыллыҡ аренда хаҡының башланғыс күләме 11032,31 һум тип билдәләнгән.
РФ Ер кодексының 39.11-се статьяһына ярашлы, ер участкаһын арендалау килешеүен төҙөү хоҡуғына аукциондың хаҡы ошондай ер участкаһының кадастр хаҡының бер ярым процентынан кәм булмаќҡа тейеш.
Шуға ҡарамаќтан, аукцион документтарында билдәләнгән аренда хаҡы 8 мең һумға кәметелгән.
Закон боҙоуҙы сикләү маҡсатында район прокуратураһы аукцион документтарына ҡул ҡуйған урындағы хакимиәт башлығына ҡарата дәғүә белдерҙе.
Уны тикшереү һөҙөмтәләре буйынса был закон боҙоу аукционға әҙерлек барышында бөтөрөлдө.
 

Законды боҙоуға сик ҡуйылды25-05-2017, 15:19 / ---


Законды боҙоуға сик ҡуйылды
Дәүләкән районы прокуратураһы тәбиғәтте һаҡлау законының үтәлешен тикшерҙе
Тикшереү барышында шәхси эшҡыуарҙың автотранспорт сараларын йыуыу буйынса эшмәкәрлеген торлаҡ йорттарға яҡын ерҙә тормошҡа ашырыуы асыҡланды. Эшҡыуарҙың был эшмәкәрлекте торлаҡ йорттарға яҡын урында башҡарыу мөмкинлеген раҫлаусы санитар-һаҡлау зонаһы проекты булмай сыҡты.
Асыҡланған етешһеҙлекте бөтөрөү маҡсатында район прокуроры предприятиеға санитар-һаҡлау проекты әҙерләп, Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығында килешеү бурысын йөкмәтеү тураһында ғариза менән судҡа мөрәжәғәт итте. Дәүләкән район суды ҡарары менән прокурорҙың талаптары тулыһынса ҡәнәғәтләндерелде.
Хәҙерге ваҡытта шәхси эшҡыуар тарафынан суд ҡарары тулыһынса үтәлгән, ул предприятиеның санитар-һаҡлау проектын эшләткән.
Был проектҡа ярашлы, шәхси эшҡыуар күрһәтелгән эшмәкәрлеген торлаҡ йорттарға яҡын ерҙә тирә-яҡҡа һәм яҡында йәшәүселәргә кире йоғонто яһамайынса тормошҡа ашыра ала.
 

Мәктәп менән хушлашырға әҙерләнәләр23-05-2017, 09:57 / Яңылыҡтар


Мәктәп менән хушлашырға әҙерләнәләр
Иртәгә илебеҙ мәктәптәре сығарылыусылары өсөн һуңғы уҡыу көнө. 25 майҙа сағыу ҡыңғырау тауыштары ун беренсе класс уҡыусылары өсөн мәктәп йылдары тамамланыуы һәм йомғаҡлау аттестацияһы башланыуы хаҡында белдерәсәк.
 

Эштәр тамамланыу алдында23-05-2017, 09:55 / ---


Эштәр тамамланыу алдында
Ауыл хужалығы идаралығының оператив мәғлүмәттәре буйынса 23 майға район хужалыҡтарында 38,5 мең гектарҙа яҙғы культуралар сәселгән, планға ҡарата – 70 процент. Дәүләкән игенселәренең яҙғы баҫыуҙа эш темпы республика буйынса уртаса алғанда юғары.
 

Иртәгәһе көндөң технологиялары – Дәүләкәндә23-05-2017, 09:53 / ---


 Иртәгәһе көндөң технологиялары – Дәүләкәндә
Беҙҙең ҡалала робототехника буйынса асыҡ ярыштар үтте
Әле күптән түгел генә фантастик әҙәбиәттә уҡыған әйберҙәр бөгөн ысынбарлыҡҡа әйләнде
Һүҙ ҡала мәктәптәре малайҙарының үҙ ҡулдары менән йыйған роботтар хаҡында бара. Йәш конструкторҙар тарафынан моделләштерелгән һәм программа һалынған ғәҙәти булмаған механизмдарҙың алышы моделдәр авторҙарын һәм уларҙың остаздарын, лицей-интернатта ярышҡа йыйылған күп һандағы көйәрмәндәрҙе тулҡынланырҙы.