» Материалы за Июнь 2017 года

Район гәзите - тормош юлдашы30-06-2017, 10:23 / ---


Район гәзите - тормош юлдашы
Бөгөн 2017 йылдың икенсе яртыһына Республика матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө тамамлана
Әлегә тиклем яратҡан гәзит-журналдарына яҙылып өлгөрмәгәндәр тағы бер тапҡыр 10 процент ташлама менән подписка тултырыу мөмкинлегенә эйә булды. Ун көнлөккә ярашлы, 27 июндә почта бүлексәләрендә Подписчик көнө уҙғарылды. Дөйөм алғанда был көндө ҡала һәм район буйынса бөтәһе 67 дана район гәзитенә яҙылғандар. Декада барышында бөтәһе 300 дана «Асылыкүл»-«Балҡантау» гәзитенә подписка тултырылған. 29 июндә Ленин урамында, Балалар ижады йорто янында, Дәүләкән мәғлүмәт үҙәге «Бәхетле авто» акцияһы уҙғарҙы. Уның барышында 2017 йылдың икенсе яртыһына ра­йон гәзитенә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатылды. Иң бәхетлеләр автомобилселәр өсөн махсус приздар отто.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто филиалы – Дәүләкән мәғлүмәт үҙәге коллективы район гәзитенә тоғро ҡалыуығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерә. Беҙҙең баҫмаға икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыусыларҙың хәтеренә төшөрәбеҙ: беҙ һеҙҙең өсөн эшләйбеҙ! Элекке кеүек үк, гәзит биттәрендә мәҡәләләр һәм яҙмалар, фоторепортаждар һәм иғландар, рәсми белдереүҙәр, ҡала һәм ауылдарҙа йәшәүселәр, хөрмәтле кешеләр, хеҙмәт алдынғылары хаҡында һүрәтләмәләр баҫыласаҡ. Беҙҙең гәзитте уҡығыҙ һәм һеҙ һәр ваҡыт районда, республикала, илдә барған ваҡиғалар уртаһында буласаҡһығыҙ.
 

Китапханаға килегеҙ!30-06-2017, 10:13 / Яңылыҡтар


Китапханаға килегеҙ!
Беҙҙең район территорияһында 26 китапхана бар, бында үҙ эшен яҡшы белгән белгестәр хеҙмәт һала. Улар әҙәбиәт һөйөүселәргә төрлө мәғлүмәт биреү буйынса ла ҙур эш алып бара.
Китапханасының эше унан ситтә лә башҡарыла. Мәќәлән, 2015 йылдан башлап күсмә китапхана, йәғни, библиобус эшләй. Уның төп маҡсаты – халыҡтың мәғлүмәт алыу ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү. Библиобус ярҙамында ҡала предприятиелары хеҙмәткәрҙәренә, шулай уҡ китапхана булмаған ауылдарҙа йәшәүселәргә китапхана һәм мәғлүмәт биреү хеҙмәттәре күрһәтелә. Китап уҡырға яратыусылар библиобусҡа бик теләп йөрөй һәм уны көтөп ала. Был эште китапханасылар А.Т. Йәғәфәрова һәм библиобусты йөрөтөүсе Н.С. Шелковский алып бара.
«Халыҡ китапханаһы» эшен ойоштороу беҙҙең системала тағы бер яңылыҡ булып тора. Ҡала территорияһында эсенә китаптар ҡуйылған объекттар (Үҙәк майҙанда тирмән һәм Высоковольтный урамында мәскәй әбейҙең өйө) урынлаштырылды. Был китаптарҙы алып ҡайтып уҡырға һәм кире килтерергә йә иһә икенсе китап ҡалдырырға мөмкин. Фондтың тулыланыуын баш китапханасы М.П. Мөсәүәрова тикшереп тора.
Китапханасының эше китаптар биреүгә генә ҡайтып ҡала, тиер күптәр, әммә был хата фекер. Был өлкәлә эшләүселәр китаптарҙы, уҡыуҙы һәм китапхана хеҙмәттәрен популярлаштырыуҙың яңы алымдарын эҙләй, төрлө формалағы һәм йүнәлештәге саралар ойоштора. Театрлаштырылған тамашаларҙы, әҙәби шоу-программаларҙы, әҙәби-музыкаль композицияларҙы, тарих-тыуған яҡты өйрәнеүгә арналған экскурсияларҙы ошолар араһына индерергә мөмкин. Белгестәр сценарийҙарҙы үҙҙәре төҙөй, үҙҙәре үк актер ҙа, режиссер ҙа була. А.П. Макарова, Н.П. Данилко, А.И. Ғи­малетдинова, Н.Ю. Иванова, З.Д. Хаджибоева, Э.М. Хөсәйенова, Ф.М. Хәбибуллина, В.Е. Скрип­никова, Л.Г. Афа­насьев кеүек хеҙмәткәрҙәрҙе билдәләп үтергә теләйем.
Күптән түгел балалар китапханаһында ҡурсаҡ театры ойошторолдо, уның тәүге тамашасылары 2-се балалар баҡсаһы һәм 1-се урта мәктәп тәрбиәләнеүселәре булды.
Үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре А.Ю. Табачкова, Т.М. Андреева, А.И. Семе­нова «Әҙәби эскәмйә» акцияһын ойошторҙо. Уның маҡсаты кешеләрҙе китапханаларға һәм китап уҡыуға йәлеп итеү ине. Был акция йәйен кесаҙна көндәрендә ҡаланың үҙәк майҙанында төрлө темаларға арнап уҙғарыла. «Әҙәби эскәмйә» майҙанда булыусыларҙың барыһын да үҙенә йәлеп итә. Кешеләр берәмләп тә, төркөмдәр менән дә килә. Ойош­тороусылар уларға үҙенсәлекле күргәҙмәгә ҡуйылған китаптар менән танышырға, китапханаға яҙылырға тәҡдим итә. Осраҡлы үтеп барыусыларға һәм Үҙәк китапханаға яҙылмағандарға визиткалар таратыла.
Ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса клубтар эшен ойоштороу ҙа уҡыусыларыбыҙ өсөн бик кәрәк. Үҙәк китапханала бына инде бер нисә йыл дауамында оло йәштәгеләр өсөн «Көмөш юлаҡтар» клубы эшләп килә, уны Г.А. Ермоленко етәкләй. Оло йәштәгеләрҙең күпселеге өсөн китапхана мәғлүмәт һәм белем алыу, ял итеү урыны булып тора. Улар тап бында ял итә, иптәштәр таба, ваҡыттарын файҙалы һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәрә ала, китапхана хеҙмәткәрҙәре йыш ҡына уларға компьютерҙы өйрәнергә ярҙам итә.
Ауыл китапханасылары ла ҡалалағы коллегаларынан ҡалышмай. Уларҙың эш үҙенсәлеге – халыҡ менән тығыҙ бәйләнеш. Бында китапханасы булыу ғына етмәй, ә кешеләр менән аралашыу, уларҙы ихлас тыңлай белеү ҙә кәрәк. Ауылдарҙағы китапханасыларҙың эш нигеҙе – ауылдаштарының тормошон белеү һәм аңлау. Г.Х. Мәғәсүмова, В.М. Кояшова, Г.В. Абдуллина, Г.Т. Мөхәрәмова, Р.Р. Бай­мыр­ҙина, С.Р. Лоҡманова, Л.В. Рыжова, Т.Г. Латышова, К.У. Сәйәхова, Л.И. Степанова, Н.Н. Пархоменко, Л.Р. Муллагәрәева кеүек хеҙмәткәрҙәр был бурыстарҙы уңышлы башҡара.
Комплектлау һәм эшкәртеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре Н.Н. Пашина менән Л.П. Чикова китап фондтарының ваҡытында тулыланыуы һәм һаҡланышы өсөн яуап бирә. Уларҙың хеҙмәте күҙгә ташланып бармай, әммә райондың китапханалар системаһы эше өсөн бик мөһим. 2017 йылда китап фонды сыуаш, татар һәм башҡорт телдәрендәге әҙәбиәт менән ярайһы тулыланды. Китапхана «Чу­вашкнигоиздат», «Тат­книгоиздат», «Китап», «Детлит», «Экс­мо» кеүек нәшриәттәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.
Заманса китапхана – китаптарҙы һаҡлау урыны ғына түгел, ә уҡырға яратыусылар өсөн асыштар донъяһы ла тип әйтергә мөмкин.

 

Яҡтылыҡ бүләк итәләр30-06-2017, 10:09 / Яңылыҡтар


Яҡтылыҡ бүләк итәләр
Яҡтылыҡ бүләк итәләр
Бөтәбеҙ ҙә йәйҙе түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ, әммә ул бик тиҙ үтеп китә. Ә быйылғы һалҡын, ямғырлы йәй йылы көндәрҙең оҙаҡламай тамамланасағына ишаралай. Көҙ, уның артынан килгән ҡыш ҡала һәм ауылдар инфраструктураһының әҙерлек сифатын һынаясаҡ. Шуға күрә йәшәүҙе тәьмин итеү өсөн яуаплы хеҙмәттәр йылы көндәрҙе мөмкин тиклем файҙаланып ҡалырға тырыша.
Мәҫәлән, яуаплылығы сикләнгән «Дәүләкән селтәрҙәр компанияһы» йәмғиәте ҡулланыусыларҙы электр энергияһы менән тәьмин итеүҙең сифатын һәм ышаныслылығын нығытыу маҡсатында электр ҡорамалдарын, трансформатор подстанцияларын, электр һауа линияларын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса саралар үткәрә. Уҙ­ған биш ай эсендә предприятие хеҙмәткәрҙәре көсө ме­нән райондың Вперед, Буранғол, Ленинск, Искәндәр, Шес­аев, Әлмәт һәм башҡа ауылдарында (бөтәһе 18 ауыл) 18,2 км оҙонлоҡтағы 0,4 кВ-лы электр тапшырыу линиялары ремонтланды, ағас таяуҙар – тимер-бетондан эшләнгәндәренә, яланғас сымдар изоляцияланғандарына (СИП) алмаштырылды. 10/0,4 кВ-лы 10 трансформатор подстанцияһына капиталь ремонт эшләнде, уларҙың алтыһында иҫке ҡорамалдар яңы, замансаларына алмаштырылды. Капи­таль һалыуҙар күләме 3,2 млн һум тәшкил итте.
Александровка һәм Ҡаҙанғол ауылдарында подряд ойошмалары 100 һәм 160 кВА ҡеүәтле ике трансформатор подстанцияһы ҡуйып, 6,348 км оҙонлоҡтағы һауа линияларында (0,4 кВ) ремонт эштәре үткәрә.
Йыл башынан алып 17 йортто һәм бер юридик берәмекте электр селтәрҙәренә тоташтырғандар, был маҡсатта яңы төҙөлөш өсөн бүленгән участкалар территорияһында 0,875 км оҙонлоғонда электр тапшырыу линияһы үткәрелгән. Шулай уҡ предприятие Асылыкүл буйында ике трансформатор подстанцияһын (КТПН-10/0,4 кВ) ҡуйырға планлаштыра.
Яуаплылығы сикләнгән «Дәүләкән селтәрҙәр компанияһы» йәмғиәте, инвестиция программаһына ярашлы, Сергиополь ауылында үҙ аҡсалары иҫәбенә 2,13 км оҙонлоҡта электр тапшырыу линияһын (ВЛИ-0,4 кВ) һуҙҙы һәм 160 кВА ҡеүәтле трансформатор подстанцияһын, шулай уҡ 22 яҡтыртҡыс ҡуйҙы. Объект оҙаҡламай бында барлыҡҡа киләсәк яңы торлаҡ биналарҙы тоташтырыу өсөн әҙер. Горчаки ауылында ла ошо программаға ярашлы эштәр алып барыла, әлеге ваҡытта бында 2,28 км оҙонлоҡтағы һауа линияларын монтажлау тамамланған.
Бынан тыш, йыл аҙағына тиклем Рассвет ауылында электр менән тәьмин итеү селтәрҙәренә һәм «Кировский» подстанцияһының 2-се фидерында 2,2 км оҙонлоғондағы электр тапшырыу линияһына капиталь ремонт буйынса эштәрҙе тамамларға кәрәк. Ремонт һәм монтаж эштәре менән берлектә 10 кВ-лы һауа линияларының һаҡланған зоналарында ағастарҙы һәм ҡыуаҡлыҡтарҙы киҫеү эштәре лә алып барыла.
Производство бурыстарын уңышлы башҡарыу тотош коллективтың көйлө эшенә, мастерҙар Х.М. Усманов, Р.Ф. Фәхретдинов, И.Т. Сә­лимгәрәевтың, электр монтерҙары А.И. Починок, И.Г. Низаметдинов, Н.Д. Калашниковтың, водителдәр И.М. Шәйхетдинов, В.И. Гараев, С.В. Стовбур, А.Е. Качев­скийҙың һәм башҡаларҙың намыҫлы эше һөҙөмтәһендә мөмкин булған.
Ағымдағы йылдың биш айы эсендә яуаплылығы сикләнгән «Дәүләкән селтәрҙәр компанияһы» йәмғиәте ҡулланыусыларҙы 12 млн кВт электр энергияһы менән тәьмин иткән. Пландағы 18,61 процент юғалтыуҙарҙан фактик юғалтыуҙар 15,59 процент тәшкил иткән.
Тиҙҙән көндәр ҙә ҡыҫҡара башлар, әммә яуаплылығы сикләнгән «Дәүләкән селтәрҙәр компанияһы» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы менән йорттарыбыҙҙа һәм фатирҙарыбыҙҙа элеккесә яҡты булыр.
 

Шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итеү булды30-06-2017, 10:07 / Яңылыҡтар


Шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итеү булды
22 июндә Дәүләкән ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте граждандарҙы шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итте
Билдәләнгән ваҡытта Дәү­ләкән районы муниципаль район хакимиәтендә кеше күп ине. Етмештән ашыу ке­ше республиканың баш ҡалаһынан килгән БР Башлығы Хакимиәте, төбәк ми­нистрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәренә үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.
Дәүләкәндәр власть органдарының урындарға барып ҡабул итеүҙәренә күнегеп бөткән. Беҙҙең районға республика кимәлендәге етәкселәр һәм белгестәр килеп тора, теләге булған һәр кем уларға мөрәжәғәт итә ала. Әммә ошо көндәрҙә үткән ҡабул итеү башҡаларына оҡшамағайны. Власть органдарының егерме вәкиле, район хакимиәте бүлмәләрендә урынлашып, төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтте, ҡануниәт буйынса аңлатмалар, көнүҙәк һорауҙарға яуаптар бирҙе.
Был көндө ҡала һәм районда йәшәүселәр үҙ мөрәжәғәттәрендә һаулыҡ һаҡлауға, пенсия менән тәьмин итеүгә, төҙөкләндереүгә, тирә-яҡ мөхиткә бәйле бик күп мәсьәләләргә ҡағылды. Юлдар төҙөү һәм ремонтлауға бәйле һорауҙы ауылдарҙа йәшәүсе айырым кешеләр генә түгел, ә ауыл биләмәләре башлыҡтары ла күтәрҙе.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юриспруденция, мәғариф өлкәләре һәм башҡа темалар ҙа ситтә ҡалманы. Граждандарҙы ҡабул итеүҙә район һәм ҡала хакимиәте вәкилдәре лә ҡатнашты. Бөтәһе 77 мөрәжәғәт ҡаралды, күп һорауҙар буйынса ҡарарҙар ҡабул ителде, аңлатмалар бирелде. Һорауҙарҙың бер өлөшө контролгә алынды.
Шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итеү булды
Шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итеү булды
Шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итеү булды
Шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итеү булды
Шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итеү булды
Шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итеү булды
Шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итеү булды
Шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итеү булды
 

Матур йоланы дауам итеп...27-06-2017, 10:34 / Яңылыҡтар


Матур йоланы дауам итеп...
Совет осоронда ауылдағы мәктәп уҡыусылары малсылыҡ фермаларына йыш йөрөнө. Улар малсыларға ярҙамлаштылар, мәктәп агитбригадалары байрамдарҙа ферма эшсәндәренә концерт әҙерләй, “Молния”лар сығара, алдынғыларҙы тәбрикләй инеләр. Үҙгәртеп ҡороу башланыу менән был эш алымы үткәндә ҡалды. Рассвет урта мәктәбендә ошо матур йоланы тергеҙергә ҡарар иттеләр.
“Истоки” тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәге ағзалары Ленинск ауылында урынлашҡан яуаплылығы сикләнгән “Регионагро йәмғиәтенең малсылыҡ фермаһына барҙы. Уларҙы директор урынбаҫары Н.М. Лысенков ҡаршыланы. Ул уҡыусыларға машина-трактор мастерскойындағы сит ил техникаһын күрһәтте, уның файҙаланышы, техник үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. Заманса трактор кабинаһына инеп ултырып, рычагтарҙы, приборҙарҙы үҙ күҙҙәрең менән күреү, уларҙы тотоп ҡарау малайҙарға ғына түгел, ҡыҙҙарға ла бик мауыҡтырғыс булды. Кондиционер, йылытҡыс, компьютер программаһы, шулай уҡ “ГЛОНАС” системаһы менән йыһазландырылған кабинаның уңайлылығына таң ҡалдыҡ.
Артабан малсылыҡ комплексына йүнәлдек. Һөтсөлөк фермаһындағы тәртипкә һәм таҙалыҡҡа хайран ҡалдыҡ: корпустар ағартылған, пластик тәҙрәләр, автоматик ишектәр ҡуйылған, бөтөн ер йыйыштырылған.
Өс һыйыр ҡураһын, быҙау аҙбарын, һыйыр һауыу цехын үҙ эсенә алған малсылыҡ фермаһы буйлап 1,5 сәғәт дауам иткән экскурсия барышында беҙ бында ике төр тоҡомло һыйырҙар аҫралыуын белдек. Баш зоотехник А.Ж. Мусин малсыларҙың эше механизацияланғанлығын һәм компьютерлаштырыл­ғанлығын һөйләне. Миксертурағыс ярҙамында тракторҙың нисек итеп мал аҙығы әҙерләүен һәм уны малдарға таратыуын ҡарап торҙоҡ.
Бөгөн фермала 700 баш һыйыр малы аҫралыуына ҡарамаҫтан, уларҙы тәрбиәләп ҡарау әллә ни ауырға төшмәй. Һәр һыйырҙың үҙенең махсус һаны бар, һәр береһенә электрон щип беркетелгән, уның аша диспетчер бүлмәһендәге компьютерға бар мәғлүмәт тапшырылып тора: йәше, нисә тапҡыр быҙаулағанлығы, әлеге ваҡытта быуаҙмы-юҡмы икәнлеге, ауырыуҙары, шулай уҡ көнөнә күпме ашауы һәм күпме һөт биреүе. Һәр малдың ошондай электрон портфолиоһы бар. Фермала малдар бәйһеҙ тотола, бәйләр өсөн урын ҡаралмаған. Тәүлегенә 20-25 литр һөт биргән һыйырҙарҙы һауыу процесы беҙҙең өсөн ысын мөғжизәгә әйләнде. Һыйырҙарҙы махсус цехҡа индерәләр. Тәүлектең бер үк ваҡытында ҡапҡалар асыла һәм улар үҙҙәре һауыу кабинкаһына инә. Ул бер үк ваҡытта 20 һыйырҙы һауыуға көйләнгән. Был система һауынсыларҙы бер һыйырҙан икенсе һыйырға ауыр биҙрәләр, һауыу аппараттары күтәреп йөрөткән ҡул эшенән бөтөнләй азат иткән. Хәҙер һауынсыға бары тик аппаратты һыйырҙың имсәгенә килтерергә генә кәрәк. Һыйырҙың еленендә 250 грамдан аҙыраҡ һөт ҡала икән, аппарат автоматик рәүештә туҡтай. Артабан икенсе төркөм һыйырҙар инә. Һөт нәҙек кенә торбалар буйлап ҙурыраҡ һауытҡа, артабан һыуытҡысҡа китә. Һауым тамамланғандан һуң барлыҡ ҡорамалдар, иҙән машина ярҙамында махсус шыйыҡса менән йыуыла. Һыуытҡыстан көнөнә бер тапҡыр һөт Дәүләкән заводына оҙатыла.
Быҙауҙар аҙбарында ла күп ҡыҙыҡлы нәмәләр күрҙек, махсус бокстарға урынлаштырылған йәш малдарҙы нисек тәрбиәләүҙәрен белдек. Һәр быҙауға бүлмә йылытҡыс материалдан эшләнгән, иҙәнгә ҡалын итеп һалам түшәлгән. 55 көн бы­ҙауҙарға ҡуйы һөт эсерәләр, витаминлы аҙыҡ бирәләр, артабан махсус урындарға күсерәләр. Бер нисә сәғәт элек кенә донъяға килгән бәләкәстәрҙең имеҙлек кейҙерелгән биҙрәнән һөт эсеүе бигерәк ирмәк! Бөтә ошо эштәрҙе бер быҙау ҡараусы башҡара.
Экскурсия барышында бында эшләүселәр өсөн бөтөн шарттар булдырылғанлығын күрҙек. Йыуыныу һәм ял бүлмәләре, санузел бар. Артабан яңыраҡ ҡына төҙөлөп бөткән ашханаға йүнәлдек. Бында яуаплылығы сикләнгән “Регион­агро” йәмғиәте директоры В.Ә. Нуриәхмәтов хужалыҡтың барлыҡҡа килеү тарихы, уның үҫеше хаҡында һөйләне, киләсәккә уйниәттәре менән уртаҡлашты, беҙҙең һо­рауҙарыбыҙға яуап бирҙе. Йылы осрашыу сәй эсеү менән тамамланды.
Яуаплылығы сикләнгән “Регионагро” йәмғиәтенең малсылыҡ фермаһына экскурсия бөтәһенә лә бик оҡшаны. Һөҙөмтәлә беҙ үҙебеҙгә күп асыштар яһаныҡ, ҡыҙыҡлы нимәләр белдек, шулай уҡ ауыл халҡына ҡыуаныс, яҡшы табыш килтергән хеҙмәт менән таныштыҡ.


 

Хәтер һәм ҡайғы көнөндә27-06-2017, 10:31 / ---


Хәтер һәм ҡайғы көнөндә
22 июндә дәүләкәндәр бөтөн ил менән бергәләп Хәтер һәм ҡайғы көнөн – Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 76 йыллығын билдәләне
Ҡалаларға бомбалар һәм снарядтар яуа башлағанда, ә илебеҙ сигенә немец оккупанттары баҫып ингәндә кешеләр тыныс ҡына йоҡлаған була. Ватанды һаҡлаусылар 1418 көн дошманға ҡаршы алыша.
Һуғыш башланыуҙың 76 йыллығы көнөндә Бөйөк Ва­тан һуғышында ҡатнашыусылар һәм ветерандар, ил сиге ғәскәрҙәре, диңгеҙ флоты ветерандары, яугир-интернационалистар һуғыш ҡорбандарын, фронтҡа ярҙам итеү, Бөйөк Еңеү хаҡына ғүмерен һәм сәләмәтлеген йәлләмәйенсә тылда көрәшкәндәрҙе хөрмәт менән иҫкә алды.
Хәрби дан скверында Һалдат һәйкәле эргәһендә тантаналы митинг үтте. Йыйылыу­сыларға Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының ҡала-район советы рәйесе Р.А. Усманов мөрәжәғәт итте. Артабан “БР ил сиге ғәскәрҙәре ветерандары” ойошмаһының Дәүләкәндәге вәкиле М.Ә. Ғәитов сығыш яһаны.
Митингыла ҡатнашыу­сылар Һалдат һәйкәленә веноктар, сәскәләр һалды, һәләк булыу­сыларҙы бер минут тын тороп иҫкә алды.

 

Таныҡлыҡтар тапшырылды27-06-2017, 10:27 / Яңылыҡтар


Таныҡлыҡтар тапшырылды
«Һабантуй-2017» байрамында Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов тантаналы шарттарҙа социаль түләүҙәр алыуға хоҡуҡ тураһында таныҡлыҡ тапшырҙы:
-йәш ғаилә Илдар Рәүеф улы һәм Миләүшә Валерий ҡыҙы Вәлиуллиндарға – 2015-2020 йылдарға иҫәпләнгән «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» подпрограммаһына ярашлы торлаҡ һатып алыуға йә иһә шәхси торлаҡ төҙөүгә;
-Георгий Витальевич һәм Татьяна Владимировна Никифоровтар менән Вәлинур Мөнир улы һәм Гүзәл Ғәлимулла ҡыҙы Әхмәтвәлиевтар ғаиләләренә – «2014-2017 йылдарҙа һәм 2020 йылға тиклемге осорҙа ауыл биләмәләрен үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһына ярашлы ауыл ерендә торлаҡ төҙөүгә (һатып алыуға).
Тағы ла өс күп балалы ғаилә, дәүләт тарафынан күрһәтелгән мадти ярҙамға таянып, торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ.

 

26 июнь – Бөтә донъя наркоманияға ҡаршы көрәш көнө23-06-2017, 11:26 / Яңылыҡтар


26 июнь – Бөтә донъя наркоманияға ҡаршы көрәш көнө
Наркомания социаль ауырыу статусын алды. Ул, халыҡтың бөтөн ҡатламдарына ла үтеп инеп, таралғандан-тарала. Был афәткә юлығыусыларҙың һаны аныҡ ҡына билдәле түгел, ул арта бара. Был хәүеф айырыуса йәштәргә янай. Илебеҙгә сит тарафтарҙан индерелгән наркотиктар тыйылған матдәләрҙең уҡыу йорттарына ла үтеп инеүенә булышлыҡ итә. Шулай уҡ интернет та наркотиктарҙың, айырыуса химик матдәләрҙең таралыуына ҙур йоғонто яһай.

Ил кимәлендә алғанда наркомания – милләттең киләсәгенә янаусы сир ул. Үҫмерҙәрҙе йыш ҡына наркотиктарға сит кешеләр – өлкән дуҫтары йә иһә быға тиклем наркотиктарҙы «тәмләп» ҡараған тиҫтерҙәре йәлеп итә. Бындай баланы асыҡлауы ҡыйын түгел. Уның ҡарашы ғәмһеҙ була, моторикаһы үҙгәрә, үҙен бик ярһыу, йә, киреһенсә, бик тыныс тота. Бындай күренештәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Ата-әсәләр һәм педагогтар баланың холҡондағы үҙгәрештәрҙең сәбәбен асыҡларға тейеш. Ысын күңелдән һөйләшеү йыш ҡына тыйылған матдәләрҙе ҡулланыу сәбәбен генә түгел, ә уны таратыусыларҙы ла асыҡлау мөмкинлеге бирә.
Балаларҙың наркотик матдәләр ҡулланыуы ата-әсәләрҙең иғтибарһыҙлығы тураһында һөйләй, ғәҙәттә, улар уҡыуҙа ла өлгәшә алмай. Шуға күрә үҫмер бер яҡтан – ололарҙың ышанысына һәм терәгенә, икенсе яҡтан уҡыуҙа һәм социаль яраҡлашыуҙа ярҙамға мохтаж. Тик ата-әсәләрҙең, бөтөн ҡыҙыҡһынған ведомстволарҙың, йәмәғәтселектең берҙәм тырышлығы менән генә наркоманияны еңеп була.
Үҙәк район дауаханаһының медицина профилактикаһы бүлексәһе.
 

«Тауыш. Дәүләкән» конкурсы еңеүсеһе асыҡланды23-06-2017, 11:23 / Яңылыҡтар


«Тауыш. Дәүләкән» конкурсы еңеүсеһе асыҡланды
20 июндә конкурстың суперфиналына сығыу өсөн көс һынашҡан йырсыларҙың гала-концерты булды. Һәр конкурсанттың сығышы көслө алҡыштарға күмелде. Был юлы уларҙың оҫталығын мәктәпкәсә белем биреү буйынса методист О.А. Воронова, Балалар ижады йортоноң өҫтәмә белем биреү педагогы Ю.Ю. Битюцкая һәм ҡала балалар баҡсаларының музыка етәкселәренән торған жюри баһаланы.
Концерт йомғаҡтары буйынса һәр остаздың иң яҡшы башҡарыусыһы һайлап алынды. Һөҙөмтәлә суперфиналға Дмитрий Филимонов (остазы Н.И. Греценгер), Юнир Януров (В.Р. Садиҡова) һәм Арина Әйүпова (Н.Н. Белов) сыҡты. Интернет-тауыш биреү юлы менән Лиана Ғибәҙуллина (Н.Н. Белов) дүртенсе финалист булды.
Конкурсанттарҙың һәр береһенең сығышы сағыу һәм үҙенсәлекле ине, улар йырға һәләттәрен, үҙҙәрен сәхнәлә тота белеүҙәрен күрһәтте. Беренсе урын Лиана Ғәбиҙуллинаға бирелде, ул бөтөн балаларҙың да тыныс күк йөҙө аҫтында йәшәргә теләүе хаҡында йыр башҡарып, бөгөнгө көндөң көнүҙәк проблемаһын – донъялағы сәйәси хәлдең тотороҡһоҙлоғон сағылдырҙы. Суперфиналға сығыусы малайҙар үҙ-ара икенсе урынды бүлеште: Юнир Януров башҡарған йыр үҙ көсөнә ышанған кешенең гимны булараҡ яңғыраны, ә Дмитрий Филимоновтың дәртле йыры йыйылыусыларҙың кәйефен күтәрҙе, күптәрҙе, шул иҫәптән башҡарыусының олатаһын да бейергә мәжбүр итте. Суперфиналға сығыусы иң йәш конкурсант Арина Әйүпова ла тамашасыларҙың һөйөүен яуланы, ул өсөнсө урынға сыҡты. Моңло тауышы, һөйләү оҫталығы был башҡарыусының образын тағы ла тулыландырҙы. Егет һәм ҡыҙҙарҙы алда яңы еңеүҙәр көтһөн!
 

Изге Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!23-06-2017, 11:21 / Яңылыҡтар


Изге Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!
Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр!
Барығыҙҙы ла Ураҙа байрамы менән ихлас күңелдән тәбрик итәм. Рамаҙан айы – ураҙа тотоу, сабырлыҡ, мәрхәмәтлек, йомартлыҡ, изге ғәмәлдәр ҡылыу айы ул. Ғәйет, тимәк, кешеләргә яҡты йөҙөң, йылы һүҙең, бүләктәрең, яҡшы эшең менән шатлыҡ-ҡыуаныс килтереү. Аллаһы Тәғәлә ураҙа тотҡандарҙың ураҙаларын, намаҙ уҡығандарҙың намаҙҙарын, саҙаҡа ҡылғандарҙың саҙаҡаларын, изге ғәмәл ҡылғандарҙың изгелектәрен ҡабул итһә ине, ил-көндәребеҙгә именлек, халыҡтар араһына татыулыҡ, йән һәм тән сәләмәтлеген, иман ҡеүәтен, ике донъяның бәхет-сәғәҙәттәрен насип итһә ине!
Ураҙа ғәйете намаҙы һәм вәғәзе 25 июндә Дәүләкән ҡалаһы мәсетендә – 9.00 сәғәттә, ауыл мәсеттәрендә 10.00 сәғәттә башлана. Рәхим итегеҙ!
Ураҙа фитырын һәр кем ураса 100 һум, хәллерәктәр 300 һум күләмендә, йә иһә ике килограмм ярма итеп мохтаждарға тарата.
Дәүләкән районы имам-мөхтәсибе Рәфис хәҙрәт Сафин.