» Материалы за Июль 2017 года

Ауыл халҡы сәләмәт булһын өсөн28-07-2017, 11:14 / Яңылыҡтар


Ауыл халҡы сәләмәт  булһын өсөн Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһына ярашлы Алға ауыл Советы ауыл биләмәһендә йәшәүселәр һайлаған беренсе проектты тормошҡа ашырыу тамамланды
 

Балалар сәнғәт мәктәбе: кисә, бөгөн, иртәгә28-07-2017, 11:11 / Яңылыҡтар


Балалар сәнғәт мәктәбе: кисә, бөгөн, иртәгәБалалар сәнғәт мәктәбенең фасадына «1971-1988 йылдарҙа был бинала Дәүләкән музыка училищеһы урынлашҡан» тигән мемориаль таҡта ҡуйылды
 

Республика иҡтисады юғары кимәлдә28-07-2017, 11:08 / Яңылыҡтар


Республика иҡтисады юғары кимәлдәТөбәк Башлығы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә ошо хаҡта белдерҙе
 

Ҡотло булһын Ураҙа байрамы4-07-2017, 09:31 / Яңылыҡтар


Ҡотло булһын Ураҙа байрамы
25 июндә Мәкәш ауылы мәсетендә Ураҙа ғәйете үтте
Халыҡ әүҙем ҡатнашты байрамда. Ауыл мәсете имамы Мирғәле хәҙрәт бар кешене изге Рамаҙан айының тамамланыуы һәм Ураҙа ғәйете менән ҡотланы. Байрам намаҙҙары уҡылды. Халыҡ Мирғәле хәҙрәттең вәғәздәрен ихлас тыңланы. Урындағы хакимиәт башлығы Миҙхәт Маликов, хажиә Клара Хәмиҙуллина ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Миҙхәт Ғөбәйҙулла улы үҙ сығышында урындағы халыҡтың әүҙемлеген, ярҙамсыллығын билдәләп үтте. Алдағы байрамдарҙа ла берҙәм булып, уларҙы матур итеп уҙғарырға яҙһын, тип теләне. Клара Мөхәмәҙиә ҡыҙы Мәкәш ауылы халҡының борон-борондан дини, әҙәпле булыуын әйтеп үтте. Тирә-яҡтағы ауылдар беҙҙең халыҡтан үрнәк алып йәшәне, тине ул. Сөнки беҙҙең кешеләр түҙем, сабыр, әҙәпле. Хәҙистә әйтелгәнсә, улар үҙенә теләгәнен башҡаларға ла теләй, тип билдәләне ул.
Шуныһы ҡыуаныслы, байрамға йәше лә, ҡарты ла килгәйне. Етмешләгән кеше бер булып, аҙан тыңлап, намаҙҙар уҡып, Хоҙайға рәхмәтен еткерҙе. Ураҙа байрамы табынын Мирғәле хәҙрәт хәләл ефете Фәнүзә менән ойошторғайны. Ҡорбан салып, һарыҡ итенән былау бешереп, байрам өҫтәлдәрен емешеләк, ҡоймаҡ-бәлештәр менән тултырып, ихлас итеп һыйланы улар ауыл халҡын. Ауылдаштар ҙа күстәнәсһеҙ килмәне байрамға, ул бик күңелле, матур булды.
Шуны ла билдәләп үткем килә: ауылыбыҙ өҫтөндә көн дә аҙан тауыштары яңғырап тора. Халыҡ дингә, мәсеткә тартыла. Мирғәле хәҙрәт ғәрәп телен, Ҡөрьән-Кәримде өйрәнеү һабаҡтары уҙғара. Изге Рамаҙан айында мәсетебеҙҙә Тәрәүих намаҙҙары уҡылды, төн урталарында ауылыбыҙ өҫтөндә аҙан тауыштары яңғырап торҙо. Былар бөтәһе лә ауыл мәсете имамы Мирғәле хәҙрәттең, Фәнүзә абыстайҙың тырышлығы, уларҙың ҡаҙанышы. Алдағы көндәрҙә уларға сәләмәт булып, ауыл халҡы менән бергә дин юлында ҡалып, татыу, тыныс тормошта йәшәргә яҙһын.

 

Футбол миҙгеле ҡыҙған мәл4-07-2017, 09:27 / Яңылыҡтар


Дәүләкәндең һәүәҫкәр футболсылары ошо көндәрҙә етенсе чемпионатын уҙғара. Быйыл алты команда майҙан алып сентябргә тиклем йәйге кубок өсөн көс һынаша
Райондың спорт тормошо бик бай. Йәштәр араһында хоккей, самбо, волейбол, баскетбол һәм, әлбиттә, футбол кеүек спорт төрҙәре киң таралған.
Дәүләкәндең мини-футбол буйынса һәүәҫкәр командаһы төҙөлөүгә лә бына инде ете йыл. Был «Спарта» футбол клубының элекке капитаны Тимур Яруллиндың идеяһы (хәҙер ул Өфөләге «Вымпел» футбол клубы капитаны). Ул ваҡытта, 2010 йылда, Тимур Өфө ҡалаһында ихата командалары араһында чемпионат ойоштороусы була, уның нисек уҙғарылыуын яҡшы белә һәм беҙҙең ҡалала ла шуға оҡшаш сара үткәрергә хәл итә. Дәүләкән футболсылары был идеяны шунда уҡ күтәреп ала. Бағыу­сылыҡ ярҙамы булмағанлыҡтан, бөтәһен дә үҙҙәренә эшләргә тура килә: ҡаланың физкультура-һауыҡтырыу комплексында залды арендалау өсөн аҡса табалар һәм эштән, уҡыуҙан бушаған ваҡыттарында уйынға йыйылалар.
«Ошо йылдар эсендә сағыу матчтар ҙа, ауыр мәлдәр ҙә булды, - тип һөйләй бөгөнгө чемпионатты ойоштороусыларҙың береһе Александр Степин. – Әммә әкренләп бөтәһе лә яйға һалынды, мин үҙем дә уйындар үткәреү менән шөғөлләнә башланым. Һуңғы ике йылда чемпионат йәнләнә генә. Беҙ әкренләп алға барабыҙ».
Ете йыл эсендә Лиганың составы ла үҙгәрә: бер командалар килә, икенселәре китә, ҡайһы берҙәре аҙ ғына уйнай ҙа, юҡҡа сыға. Бөгөнгө көндә Дәүләкәндең футбол лигаһында иң тәүге миҙгелдән башлап чемпионатта ҡатнашыусы бер нисә спорт коллективы бар. Улар – «Заря», «Курмыш», «Колос», «Спарта» командалары. Беренселектә даими ҡатнашыусылар араһында ҡаланың «Иман» тип аталған мосолмандар командаһы ла бар. Йыл һайын уйындарға йәш егеттәр ҡушыла. Яҡын ра­йон­дарҙа йәшәүсе һәүәҫкәр спортсылар ҙа Лига тарафынан үткәрелгән чемпионаттар менән ҡыҙыҡһына. Мәҫәлән, Раевка ауылы футболсылары чемпионаттарҙа даими рәүештә ҡатнаша, ә күптән түгел генә уҙғарылған беренселектә Өфө­нөң «Brazzers» командаһы лайыҡлы уйын күрһәтте. Дәүләкән футбол лигаһын ойоштороусылар ситтән килгән бындай командалар күберәк булһа, төбәк масштабында ла турнирҙар үткәреү мөмкин булыр ине, тигән теләк белдерҙе.
Әлеге ваҡытта ярыштарҙа һигеҙәр уйынсынан торған алты команда ҡатнаша. Улар – «Курмыш», «Орион», «Заря», «Спарта», «Колос» һәм «Иман» командалары. Көҙөн уйын йомғаҡтары буйынса еңеүселәр билдәләнәсәк, уларға кубоктар һәм миҙалдар тапшырыласаҡ. Шулай уҡ был миҙгелдең иң яҡшы уйынсылары асыҡланасаҡ.
Дәүләкәндең һәүәҫкәр футболсылар лигаһы чемпионаты сиктәрендә үткәрелгән уйындарҙа төрлө йәштәге кешеләр ҡатнаша, улар араһында уҡыусылар ҙа, өлкәндәр ҙа бар. Киләһе миҙгелдә командалар тағы ла күберәк булһын ине, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Футбол миҙгеле ҡыҙған мәл
2016 йылѓы чемпионатта 1-се ћєм 2-се урынды яулаѓан «За­ря» ћєм «Курмыш» командалары.
 

Республика социаль-иҡтисади яҡтан яҡшы үҫешкән тәүге 10 төбәк иҫәбенә инде4-07-2017, 09:23 / Яңылыҡтар


Республика социаль-иҡтисади яҡтан яҡшы үҫешкән тәүге 10 төбәк иҫәбенә инде
Башҡортостан социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары буйынса иң яҡшы 10 төбәк иҫәбенә инде. Был рейтингты «Рәсәй бөгөн» дәүләт медиагиганты структураһында булған «Рейтинг» Рәсәй мәғлүмәт агентлығы төҙөгән.
2016 йыл йомғаҡтары буйынса, республика үҙ позицияһын яҡшыртҡан һәм хәҙер илдең 85 төбәге араһында һигеҙенсе урынды биләй.
Алдынғы өс төбәк исемлегендә – Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Ханты-Манси автономиялы округы – Югра.
Иң яҡшы бишәү исемлеген Мәскәү өлкәһе һәм Татарстан яба.
Алтынсы һәм етенсе урындарҙа – Ямал-Ненец автономиялы округы һәм Ленинград өлкәһе.
Башҡортостан Республикаһы 2015 йылда рейтингтың 10-сы урынында ине. 2016 йылда ул үҙ күрһәткестәрен ике баҫҡысҡа яҡшыртып, һигеҙенсе урынды биләй.
Төбәктәрҙе баһалау рейтингына иҡтисадтың масштабы, уның һөҙөмтәлелеге, шулай уҡ бюджет һәм социаль өлкә кеүек мөһим күрһәткестәр инә.
Тәҡдим ителгән мәғлүмәттәргә ярашлы, былтыр республикала тауар етештереү һәм хеҙмәттәр күләме — 1870,67 миллиард, тупланма бюджеттың иһә 195,17 миллиард һум тәшкил иткән. Иҡтисадта мәшғүл кешеләрҙең иҫәбе 1,895 миллиондан артҡан.
Республикала бер кешегә йыйылма бюджеттың килеме 47,97 мең һумға еткән.
Башҡортостанда һәр кешегә төп капиталға инвестициялар 88,71 мең һум тәшкил иткән.
Былтыр республикала килемле эшләгән предприятиеларҙың өлөшө 79,5 процентҡа барып еткән.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
 

Был кис күңелдәрҙә оҙаҡҡа ҡалыр4-07-2017, 09:22 / Яңылыҡтар


Дәүләкәндәр район өсөн әһәмиәтле ике ваҡиғаның шаһиты булды
Был кис күңелдәрҙә оҙаҡҡа ҡалыр
Ҡала майҙанында Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһына ярашлы төҙөлгән фонтан асылды. Ҡаланың биҙәгенә әйләнгән был мәҙәниәт объекты мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре үткән көндө сафҡа индерелде. Был мәл һуңғы мәктәп байрамы менән бәйле иң сағыу ваҡиға булып сығарылыш класы уҡыусыларының хәтерендә ҡалыр, әлбиттә.
Был кис күңелдәрҙә оҙаҡҡа ҡалыр
Был кис күңелдәрҙә оҙаҡҡа ҡалыр
«Сығарылыш-2017» байрамы Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары менән асылды. Дәүләкән районы хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов егет-ҡыҙҙарҙы мәктәпте тамамлауҙары менән ҡотланы, белем һәм тәрбиә биргәндәре өсөн уҡытыусыларға, ата-әсәләргә рәхмәт әйтте.
Оло тормош юлына аяҡ баҫҡан кисәге уҡыусыларға район хакимиәте башлығы, талап ителгән һөнәрҙәргә эйә булып, йәш белгестәр сифатында районға ҡайтыу теләген еткерҙе, уларҙың емешле хеҙмәте киләсәктә ҡала һәм райондың үҫешенә нигеҙ булыр, тигән ышаныс белдерҙе.
Был кис күңелдәрҙә оҙаҡҡа ҡалыр
Был кис күңелдәрҙә оҙаҡҡа ҡалыр
Артабан уҡыу алдынғыларына «Уҡыуҙағы уңыштары өсөн» миҙалдары тапшырылды. 167 мәктәп тамамлаусының 47-һе ошо наградаға лайыҡ булды. Иң күп миҙалсылар 5-се гимназиянан – 13 ун беренсе класс уҡыусыһы миҙал менән билдәләнде. 4-се лицей һәм 7-се урта мәктәп иҫәбендә туғыҙар миҙалсы. 3-сө башҡорт гимназия-интернатында – биш, лицей-интернатта ике уҡыусы ми­ҙалға эйә булды. Реконструкциянан һуң асылған 1-се урта мәктәпте тамамлаусы иң һәләтле бер уҡыусыға ла ошондай уңыш йылмайҙы. Ауыл мәктәптәре уҡыусыларының да белеме билдәләп үтелде. Романовка һәм Яңы Йәнбәк урта мәктәптәрен дүртәр уҡыусы миҙалға тамамланы. Әйткәндәй, районда берҙәм дәүләт имтиханынан 100 балл йыйыуға өлгәшкән берҙән-бер уҡыусы Анастасия Леонтьева (уҡытыусыһы А.В. Леонтьева) Яңы Йәнбәк мәктәбен миҙалға тамамлаған. Ул бындай юғары балға рус теле буйынса өлгәшкән.
Был кис күңелдәрҙә оҙаҡҡа ҡалыр
Был кис күңелдәрҙә оҙаҡҡа ҡалыр
Мәктәп менән хушлашыу байрамын дауам итеп, сығарылыусылар вальста өйөрөлдө, һауаға салют атылды. Кисә Өфө ҡалаһынан килгән ҡунаҡтар – «7 Пятниц» кавер-төркөмө музыканттары һәм «ТриСКА» оркестры, шулай уҡ «Mate Kenzo» төркөмөнөң сығышы менән дауам итте. «Тауыш. Дәүләкән» район конкурсы еңеүсеһе Лиана Ғибәҙуллина ла мәктәп тамамлаусыларҙы ҡотлап, йыр башҡарҙы.
Күңелле, дәртле сығарылыш кисәһе әкренләп Йәш­тәр көнөнә арналған сараға әйләнеп китте, ә был байрам беҙҙә тап 27 июндә билдәләнә.