» Материалы за Октябрь 2017 года

1 ноябрь – Суд приставтары көнө. Закон һәм ғәҙеллек хаҡына хеҙмәт итәбеҙ31-10-2017, 10:22 / ---


1 ноябрь – Суд приставтары көнө. Закон һәм ғәҙеллек хаҡына хеҙмәт итәбеҙБыйыл 1 ноябрҙә Суд приставтары федераль хеҙмәтенә 152 йыл тула. Был йылдар эсендә хеҙмәттең үҙ тарихы, йолалары һәм геройҙары барлыҡҡа килде.
 

Ислам донъяһы. Мәсет ишектәре һәр ваҡыт асыҡ булһын31-10-2017, 10:19 / Яңылыҡтар


Ислам донъяһы. Мәсет ишектәре һәр ваҡыт асыҡ булһынРайон мосолмандарының сираттағы йыйылышы Ҡыҙрас ауылында үтте, унда күрше Әлшәй, Шишмә райондарынан дин әһелдәре, шулай уҡ Ҡыҙрас ауыл Советы ауыл биләмәһендә йәшәүселәр йыйылды.
 

Йәрминкәгә килегеҙ!31-10-2017, 10:17 / Яңылыҡтар


Йәрминкәгә килегеҙ!Хөрмәтле дәүләкәндәр һәм ҡунаҡтар!
Шәмбе, 4 ноябрҙә, ҡаланың үҙәк майҙанында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған йәрминкә буласаҡ.
 

Төп бурыс – бешмә ауырыуын иҫкәртеү24-10-2017, 09:26 / Яңылыҡтар


Төп бурыс – бешмә ауырыуын иҫкәртеү19 октябрҙә Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәтендә Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеге, енәйәттәрҙе иҫкәртеү һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса комиссия ултырышы булды. Уны район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия рәйесе А.Ә. Шәйҙуллин үткәрҙе.
 

Тыуған ерҙе данланылар24-10-2017, 09:24 / Яңылыҡтар


Тыуған ерҙе данланыларҠала китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған саралар барышында үҙ уҡыусыларын ихлас ҡабул итте
Байрам алдынан китап һөйөүселәр менән осрашыуҙар циклын 7-се урта мәктәптең 1-се класс уҡыусылары өсөн «Күңелемә яҡын тыуған ер» тип аталған видеосәйәхәт асып ебәрҙе. Балалар байрамдың тарихы, республиканың атрибутикаһы, башҡорт шиғриәте һәм фольклоры менән танышты, сара һуңында халыҡ әкиәттәре буйынса төшөрөлгән йүнһүрәт ҡараны.
 

Игенсенең көҙгөһө – көҙ9-10-2017, 09:40 / Яңылыҡтар


Игенсенең көҙгөһө – көҙҠаҙанғол тәжрибә хужалығы ураҡ осоронда районда иң күп күләмдә эш башҡарған хужалыҡтарҙың береһе. Бында 4,4 мең гектар майҙанда иген культуралары һуғып алынған, тулайым йыйым 12 мең тоннанан ашыу тәшкил итә. Гектар ҡеүәте - 28 центнер. Майҙандарҙың яртыһын тиерлек төп аҙыҡ культураһы - ужым бойҙайы биләй.
 

Ололарҙы ололап...9-10-2017, 09:37 / Яңылыҡтар


Ололарҙы ололап...Беҙҙең ҡалала, бөтөн илдәге кеүек үк, 1 октябрҙә ғаиләнең иң өлкән ағзалары – өләсәйҙәрҙе һәм олатайҙарҙы тәбрикләү матур йолаға әүерелде
Халыҡ-ара ололар көнө алдынан район Мәҙәниәт йортонда ошо байрамға арналған концерт булды. Ул башланғансы уҡ мәҙәниәт йорто фойеһында кеше күп ине – элекке таныштар бер-береһен сәләмләп, күрешеүҙәренә ҡыуанды, һаулыҡ һорашты, яңылыҡтары менән бүлеште. Артабан тамашалар залына инеп ултырып, ҡотлауҙар ҡабул итергә әҙерләнде.