» Материалы за Ғинуар 2018 года

Улар бешергән икмәк тәмле31-01-2018, 10:23 / Яңылыҡтар


Улар бешергән икмәк тәмле«Дәүләкән икмәк-булка изделиелары комбинаты» пекарняһы тәүлегенә дүрт тоннанан ашыу икмәк-булка һәм кондитер изделиелары етештерә, үҙенең продукцияһын ҡала һәм райондың сауҙа нөктәләренә, мәктәпкәсә учреждениеларына һәм мәктәптәренә тарата, шулай уҡ Әлшәй, Бүздәк, Шишмә, Благовар райондарына, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларына һатыуға сығара. Яңы ғына бешкән тәмле ризыҡтар ҡулланыусылар араһында ҙур һорау менән файҙалана.
 

Дәүләкән журналистары иң яҡшылар рәтендә26-01-2018, 15:50 / Яңылыҡтар


Дәүләкән журналистары иң яҡшылар рәтендәБашҡортостандың баш ҡалаһында, “Башинформ” агентлығының конференция залында, Рәсәй матбуғаты көнөнә арналған сара үтте
Байрамға киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, журналистар, нәшриәтселәр һәм полиграфистар йыйылды. Беҙҙең райондан “Дәүләкән” телерадиокомпанияһы һәм Дәүләкән мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
 

Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлаған көндө кешенең барған ерендә тауыш биреүенә ғаризалар ҡабул ителә башлай26-01-2018, 15:45 / Яңылыҡтар


Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлаған көндө кешенең барған ерендә тауыш биреүенә ғаризалар ҡабул ителә башлайРәсәй Федерацияһы Президентын һайлау көнөндә, 2018 йылдың 18 мартында, һайлаусы паспортында күрһәтелгән теркәлгән – йәшәгән адресы буйынса булмай икән, ул тауыш биреүҙең яңы тәртибенән файҙалана ала.
Ошо айҡанлы беҙ территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Шаров Вячеслав Александровичҡа һорауҙар бирҙек.
 

Абруйлы аҡһаҡал12-01-2018, 09:58 / Яңылыҡтар


Абруйлы аҡһаҡалВетеран-журналист Минеғәзим Ниғмәтйән улы Мөхәмәҙиев яңы йылдың беренсе көндәрендә ҙур ғүмер байрамын – 85 йәшлек юбилейын билдәләне.
 

Иң мөһиме – һыу менән тәьмин итергә12-01-2018, 09:55 / Яңылыҡтар


Иң мөһиме – һыу менән тәьмин итергәСуйынсы ауылында Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыуға арналған йомғаҡлау йыйылышы тантаналы минуттарҙан - ошо ауылдың иң оло кешеләренең береһе, педагогик хеҙмәт ветераны Мөхтәрәмә Ғабдрахман ҡыҙы Сәйәхованы 90 йәше менән тәбрикләүҙән башланды.
 

Дәүләкән балы танылу яулай12-01-2018, 09:53 / Яңылыҡтар


Дәүләкән балы танылу яулайҠаҙанғол ауыл Советы ауыл биләмәһендә асыласаҡ кооператив участкаларҙың береһен тап ошондай девиз аҫтында ойоштороу күҙаллана
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.З. Хәмитовтың башланғысы һәм ярҙамы менән «Башҡортостан бал ҡорто» тип аталған республика ауыл хужалығы эшкәртеү-һатыу кооперативы булдырылды.
 

Яңы йылға - матур бүләк менән9-01-2018, 09:35 / Яңылыҡтар


Яңы йылға  - матур бүләк менәнРайон Мәҙәниәт йортонда ошо мәҙәниәт учреждениеның “Урындағы мәҙәниәт йорто” федераль партия проектында ҡатнашыуы йомғаҡтарына арналған тантаналы сара үтте