» Материалы за Март 2018 года

Ҡаршыларға әҙербеҙ30-03-2018, 14:32 / Яңылыҡтар


Ҡаршыларға әҙербеҙ
Яҙғы ташҡын һәм ҡарҙар ирей башлар алдынан Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү системаһы Дәүләкән бүлегенең әҙерлеге тикшерелде
Һыу баҫыу ихтималлығы булған зоналарҙа йәшәүселәр өсөн ташҡын үҙенә күрә бер һынау булып тора. Көтөлмәгән хәл килеп тыумаһын өсөн етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ваҡыт бар әле. Янғын һағы, полиция, тиҙ ярҙам, коммуналь хеҙмәттәр һәм башҡалар техниканың төҙөклөгөн тикшерә, һыу кимәленең күтәрелеүе сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл осрағында элемтә сараларын әҙерләй.
 

Фәрит Ғүмәров: Янғынға ҡаршы бергәләп көрәшәйек!30-03-2018, 14:26 / Яңылыҡтар


Фәрит Ғүмәров: Янғынға ҡаршы бергәләп көрәшәйек!
Йыл башынан республикала 812 янғын сыҡты, уларҙа 69 кеше һәләк булды һәм 64 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алды. Былтырғы менән сағыштырғанда был күрһәткестәрҙең артыуы күҙәтелә
 

Бала тыуыуы – дәүләт байрамы30-03-2018, 14:21 / Яңылыҡтар


Бала тыуыуы – дәүләт байрамы
“Бала тыуыуы – айырым ғаиләнең генә байрамы түгел. Был – дәүләт байрамы. Беҙҙең балалар үҙенең нәҫелен дауам итәсәк, Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының оло бер ғаиләһен тулыландырасаҡ”. БР Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының Дәүләкән районы һәм ҡалаһындағы ЗАГС бүлеге начальнигы Альфира Гилдина яңы тыуған сабыйҙарҙы теркәү тантанаһын шундай һүҙҙәр менән башлап ебәрҙе. Сара, әлбиттә, Ғаилә йылына арналды.
Тантана сәбәпселәре Максим һәм Маргарита Кузьминдар улдары Всеволод, Рамазан һәм Татьяна Иҫәнғоловтар ҡыҙҙары Варвара менән был сәләмләүҙәрҙе һәм теләктәрҙе айырыуса бер тулҡынланыу менән тыңланы. Сабыйҙың донъяға килеүе һәр саҡ мөғжизәгә тиң: ер йөҙөнә уның үҙенә генә хас ҡылыҡтары булған өр-яңы кеше тыуа. Был оҙаҡ көтөлгән ҡыуаныслы ваҡиға, тәүге тапҡыр атай-әсәй булыусылар өсөн бигерәк тә. Ҡәҙерле йомғаҡты ҡулдарына алып, йәш атайҙарҙың сабыйҙарына ниндәй һөйөү менән ҡарағанын күрергә кәрәк ине. Йәш әсәйҙәрҙе иһә әйтеп тораһы ла юҡ.
 

Айыухан фермерҙары29-03-2018, 14:28 / Яңылыҡтар


Айыухан фермерҙары
Шәхси эшҡыуар – крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Мөнир Мәхмүт улы Хисамиев (һүрәттә) үҙ эшен 2011 йылдың йәйендә башлай. Үҙенең пай ерен ауылдаштарынан ҡуртымға алған ерҙәр менән берләштереп, үҫемлекселек менән шөғөлләнергә ҡарар итә. Район ҡаҙнаһынан бүленгән субсидияға орлоҡ ҡайтарта һәм лизингҡа «МТЗ-82» тракторын һатып ала.
 

Ғаилә – йәмғиәтебеҙҙең нигеҙе29-03-2018, 14:22 / Яңылыҡтар


Ғаилә – йәмғиәтебеҙҙең нигеҙе
Район Мәҙәниәт йортонда үткән сара Башҡортостан Республикаһында Ғаилә йылын асыуға арналды
 

Республикала балалар баҡсаларында ата-әсәләр түләүенең иң күп күләме билдәләнде21-03-2018, 14:45 / Яңылыҡтар


Республикала балалар баҡсаларында ата-әсәләр түләүенең иң күп күләме билдәләнде
Башҡортостан Хөкүмәте муниципаль балалар баҡсаларында бала ҡарау һәм тәрбиләү өсөн түләтелгән ата-әсәләр түләүенең иң күп күләмен билдәләне. Хөкүмәттең тейешле ҡарары 21 мартта төбәктең рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты.
 

Бәхет сере21-03-2018, 14:35 / Яңылыҡтар


Бәхет сере
Ирле-ҡатынлы Сәлиховтар өсөн бергә йәшәлгән алтмыш йыл ғүмер бер көн һымаҡ үтеп киткән. Хәлит Лотфулла улы менән Рәсимә Яҡуп ҡыҙы 1958 йылдың февралендә сәстәрен-сәскә бәйләй.
 

Төҙөкләндереү – мөһим бурыс21-03-2018, 14:31 / Яңылыҡтар


Төҙөкләндереү – мөһим бурыс
Төҙөкләндереү буйынса бригада – «ГорКомСервис» Дәүләкән муниципаль унитар предприятиеһының алдынғы подразделениеларының береһе.
 

Малсылыҡта – утыҙ йыл20-03-2018, 10:37 / Яңылыҡтар


Малсылыҡта – утыҙ йыл
Наталья Андреевна Калинина (һүрәттә)
 

Беҙҙең сырҙар тәмле20-03-2018, 10:24 / Яңылыҡтар


Беҙҙең сырҙар тәмле
Сыр һәм башҡа һөт продукцияһы етештереүҙә махсуслашҡан Павлуткина шәхси предприятиеһы үҙ эшмәкәрлеген 2016 йылда башлай. Бында етештерелгән сырҙар беҙ магазин кәштәләрендә күреп өйрәнгәндәренән нимәһе менән айырыла һуң? Улар махсус ҡорамалдар ярҙамында ҙур булмаған күләмдә ҡул көсө менән етештерелә, тик һөттән генә эшләнә һәм был ризыҡтарға бер ниндәй консерванттар ҡушылмай. Тимәк, продукцияның файҙалы үҙенсәлектәре лә һаҡлана.