» » Ауыл халҡы хәстәрлек өсөн рәхмәтле

Ауыл халҡы хәстәрлек өсөн рәхмәтле23-12-2014, 12:50


Ауыл халҡы хәстәрлек өсөн рәхмәтлеЭнергетиктар көнө алдынан яуаплылығы сикләнгән «Дәүләкән селтәрҙәр компанияһы» йәмғиәте эшселәре исеменә йылы һүҙҙәр әйтке килә. Һуңғы йылдарҙа беҙ, ауыл халҡы, ошо энергия менән тәьмин итеүсе ойошманың эшендә яҡшы яҡҡа һүҙгәрештәр күрәбеҙ.
2013 йылда Ҡаҙанғол ауылы старостаһы А.С. Исмәғилев, ауылдаштарының һорауы буйынса, яуаплылығы сикләнгән «Дәүләкән селтәҙәр компанияһы» йәмғиәте директоры Ф.Н. Хәбиәхмәтовҡа мөрәжәғәт итә һәм энергетиктарҙың был ауыл буйынса эш пландары тураһында аныҡ мәғлүмәт ала. Предприятие директоры менән староста бергәләп ауылдағы объекттар буйлап йөрөп сыға, ниндәй эштәр башҡарылыуын, электр менән тәьмин ителеүҙе яҡшыртыу өсөн тағы нимәләр эшләргә кәрәклеген билдәләй.
2013 йылда 10/10,4 кВ-лы комплектлы трансформатор подстанцияһына, Шишмә һәм Көньяҡ урамдарында 1,1 км оҙонлоҡтағы 0,4 кВ-лы һауа электр тапшырыу линияларына капиталь ремонт эшләнде. Иҫке таяуҙар яңы тимер-бетондан эшләнгәндәренә алмаштырылды, электр тапшырыу линиялары изоляцияланған заманса сым (СИП) менән монтажланды, урамдарға биш яҡтыртҡыс ҡуйылды. Көнсығыш урамында ваҡытлыса ағас таяуҙар тимер-бетондан эшләнгәндәренә алмаштырылды.
Яуаплылығы сикләнгән «Дәүләкән селтәрҙәр компанияһы» йәмғиәте етәксеһе Фәнил Нуриәхмәт улы Хәбиәхмәтовтың ауылға йыш килеүен, халыҡ менән аралашыуын, уларҙыө үтенес-теләктәрен иғтибарға алыуын һәм әйткән һүҙендә тороуын да билдәләп үтергә кәрәк. Мәҫәлән, быйыл 10/0,4 кВ-лы трансформатор подстанцияһы ремонтланды, Көнсығыш, Яңы, Механизаторҙар урамдарында иҫке сымдар изоляцияланған яңыларына (СИП) алмаштырылды, урамдарға алты яҡтыртҡыс ҡуйылды.
2014 йылдың ноябрендә «Дәүләкән районы Ҡаҙанғол ауылында урамдарға яҡтыртҡыстар ҡуйып, торлаҡ йорттарҙы электр менән тәьмин итеүҙе реконструкциялау» проектына дәүләт экспертизаһынан ыңғай һығымта алынды. Был проект буйынса реконструкцияланырға тейешле линияларҙың дөйөм оҙонлоғо 5,3 км тәшкил итә. Ауыл халҡы был эштәр республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы, яҡын арала башланыр тип ышана.
Ҡаҙанғол ауылында йәшәүселәр, староста советы һәм Ҡаҙанғол ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте Дәүләкән селтәрҙәр компанияһының эше менән бик ҡәнәғєт һәм уның директоры Ф.Н. Хәбиәхмәтовҡа, шулай уә үҙәкләштерелгән ремонт бригадаһы мастеры Р.Ф. Фәхретдиновҡа, участка мастеры Х.М. Усмановҡа, электромонтерҙар И.Г. Низаметдинов, А.В. Верхов, А.И. Починокҡа, тракторсы Ф.Х. Миңлейәровҡа манипулятор машинисы С.Ф. Стовбурға, быраулау машинаһы машинисы В.И. Гәрәевҡа рәхмәтле.
Был белгестәрҙең намыҫлы хеҙмәте, үҙ бурыстарына яуаплы ҡарауы һөҙөмтәһендә ауыл халҡы сифатлы электр менән тотҡарлыҡһыҙ тәьмин ителә. Беҙ кешеләр хаҡында ошондай хәстәрлекте һәм уларҙы борсоған проблемаларға иғтибарҙы юғары баһалайбыҙ.
Комментарии Вконтакте