» Редакция тарихынан

Редакция тарихынан

Бөгөн йәшәп килгән «Асылыкүл» гәзите һәм уның дубляж варианты «Балҡантау» оҙайлы һәм данлы юл үткән. Район гәзитенә район үҙе ойошторолған йылда уҡ нигеҙ һалына. 1930 йылдың башында Мәскәүҙән бер төркөм журналистар Дәүләкәнгә килеп төшә һәм урындағы гәзит эшен ойоштороу менән шөғөлләнә башлай. Күсмә редакция менән бергә ҡалаға типография хеҙмәткәрҙәре лә килә.
Мәскәү ҡалаһы пролетарийҙары дәүләкәндәргә даими рәүештә гәзит баҫтырыу өсөн типография ҡорамалдарының тулы комплектын бүләк итә. Баҫманың тәүге һанын әҙерләп, улар урындағы кадрҙарҙы ижади эшкә һәм гәзит баҫыу һөнәренә өйрәтә.


«Победим» тип аталған гәзиттең тәүге һаны 1930 йылдың 8 мартында донъя күрә. Журналистар коллективының беренсе етәксеһе И. Антонов була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, редакция буйынса бойороҡтар китаптарында мөхәррирҙәрҙең фамилияларынан башҡа бер төрлө мәғлүмәт тә һаҡланмаған. Шуға күрә тәүге 12 йыл эсендә И. Антоновтан һуң эшләгән етәкселәрҙең исемдәрен генә һанап үтәбеҙ: И.И. Лисков, А.И. Леонтьев, А. Комиссаренко, Я. Шульман. Заманалар ҡатмарлы булғанлыҡтан, вазифалы кешеләр йыш алмашынған, күрәһең. Көнсөллөк һәм ошаҡ, гәзиттә киткән хаталар, сәйәси белемдең етешмәүе һ.б. сәбәптәр арәаһында эштән алыу осраҡтары булып торған.
1932 йылдың ғинуарынан районда «Колхозсы» исемле башҡорт телендәге гәзит тә сыға башлай. Уның тәүге мөхиррире Сабитов фамилиялы кеше булған. Ә 1937 йылдан коллективҡа Т.М. Сәхибгәрәев етәкселек итә. 1941 йылдың сентябрендә уны фронтҡа оҙаталар. «Колхозсы» гәзитенә мөхәррир булып танылған башҡорт яҙыусыһы Али Карнай тәғәйенләнә. Әммә биш айҙан һуң уны ла эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыралар. Фронтта Али Карнай Башҡорт кавалерия дивизияһының «Башҡорт атлылары» гәзитендә яуаплы сәркәтип була. 1943 йылда яҙыусы, журналист, яугир Ватан өсөн яуҙа башын һала.
Дәүләкән район гәзите хеҙмәткәрҙәре, бөтөн ил менән бергә һуғыш ауырлыҡтарын кисерә, аслығын да, яланғаслығын да күрә. Әммә журналистар үҙҙәренә йөкмәтелгән төп бурысты яҡшы аңлай һәм дәһшәтле ошо йылдарҙа район халҡын ялҡынлы һүҙе менән дәртләндерә, агитация һәм пропаганда эшен алып бара.
Артабанғы йылдарҙа С. Ғафанов, Р. Суфиянов «Колхозсы»ның мөхиррире була. Ә «Победим» гәзитенә фронттан ауыр йәрәхәттәр алып ҡайтҡан С.М. Халиҡов 1947 йылда етәкселек итә башлай.


Халыҡ хужалығына һуғыш һалған яраларҙы төҙәтеү осоро еңелдән булмай. Гәзит хәбәрселәре һәр саҡ тормоштоң алдынғы сафында атлай. Иген баҫыуҙарынан, завод корпустарынан, мәктәп һәм клубтарҙан яҙылған репортаждар гәзит биттәренән төшмәй. Урындағы журналистарҙың өлгөрлөгө һөҙөмтәһендә район халҡы бөтә илдә барған хәл-ваҡиғалар тураһында мәғлүмәтте ваҡытында ала.
1950 йыл – гәзитебеҙ тарихында иҫтәлекле мәл. Уның рус телендәге тәүге һаны сығыуға 20 йылдан артыҡ ваҡыт үткәс, атап әйткәндә, 1950 йылдың 15 декабрендә быға тиклем айырым йәшәп килгән ике баҫма бер редакцияға берләшә. «Победим» - «Еңербеҙ» гәзите коллективын С.М. Халиҡов етәкләй.
1954 йылда быға тиклем ун йылдан ашыу әҙәби хеҙмәткәр булып эшләгән Ғ.Ш. Рауилова мөхәррир итеп тәғәйенләнә. Ошо уҡ йылдың октябрендә «районка» «Ленинское знамя» - «Ленин байрағы» исеме менән сыға башлай. Тағы ла һигеҙ йыл үткәс, 1962 йылдың майында БАССР Мәҙәниәт министрлығының Полиграфиздат бүлеге буйынса бойороҡҡа ярашлы район гәзиттәрен берләштереү менән бәйле, Дәүләкән район гәзите ябыла. Артабан өс йыл буйына Әлшәй һәм Дәүләкән райондарының берлектәге гәзите генә сыға.
1965 йылдың мартында иһә үҙебеҙҙең район гәзите «Знамя» - «Байраҡ» исеме менән ҡайтанан нәшер ителә башлай. Уға ике йыл Х.М. Әхмәтйәнов етәкселек итә. 1967 йылдың июленән биш йыл дауамында А.А. Балобнов мөхәррир булып эшләй. Артабан алты йыл (1972-1978 йылдар) редакция коллективын Т.Б. Рәжәпов етәкләй.
Гәзит тарихында мөхәррир вазифаһында иң оҙаҡ эшләгән кеше – журналистика ветераны М.Н. Мөхәмәҙиев. Ул 17 йыл буйына, 1995 йылға тиклем ошо бурысты үтәне. Быға тиклем оҙаҡ йылдар – урындағы радио мөхәррире, һуңыраҡ район гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре булып эшләгән Ғ.Н. Ильясова шул йылда остазынан эстафетаны ҡабул итеп алды һәм мөхәррир вазифаһында 12 йыл эшләне. Был ваҡыт эсендә редакция тормошонда етди үҙгәрештәр булды. 1999 йылдың ноябренән гәзитте компьютерҙа йыйыу һәм версткалау индерелде. Шулай итеп, гәзиттең макетын эшләү элек полиграфистар бурысы булһа, хәҙер редакция хеҙмәткәрҙәре иңенә ятты. Типография эшселәренә әҙер гәзитте баҫтырып сығарыу ғына ҡалды.

2007 йылдың 1 ғинуарынан район гәзите «Асылыкүл» - «Балҡантау» исемдәре менән сыға башланы. Был үҙгәреш Рәсәйҙең мәғлүмәт даирәһен тәртипкә килтереү маҡсатында, гәзиттәрҙең исемдәре ҡабатланмаһын өсөн республиканың Матбуғат һәм полиграфия эштәре буйынса идаралығы тәҡдиме менән индерелде.
2007 йылдың июлендә И.Й. Аҡҡолов мөхәррир итеп тәғәйенләнде. Ул коллектив эшмәкәрлеген артабан модернизациялау һәм үҙгәртеп ҡороу эшен дауам итте. 2009 йылдың ғинуарынан башлап гәзит Өфөләге 1-се типографияла баҫыла. Дәүләкән полиграфистарының эш күләме шаҡтай кәмене, һөҙөмтәлә урындағы типография коллективы ныҡ ҡыҫҡартылды.
Дәүләкәндәр гәзитте төҫлө форматта алдыра башланы. Сағыу фотоһүрәттәр, рубрикалар, төрлө биҙәү элементтары баҫмаға яңы төҫ, матурлыҡ өҫтәне.
2009 йылдың авгусында Дәүләкән журналистары һәм полиграфистары тормошонда мөһим ваҡиға булды. Татыу, күп йылдар бергә хеҙмәттәшлек иткән, әммә икеһе ике төрлө редакция һәм типография коллективтары Башҡортостан Республикаһы «Асылыкүл» редакция-нәшриәт комплексы дәүләт унитар предприятиеһына берләште, уны И.Й. Аҡҡолов етәкләне. Бер нисә айҙан һуң, 2010 йылдың ғинуарында, гәзит хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең тарихи бинаһына күсте. Алыҫ 1930 йылда, борон Дәүләкән сауҙагәрҙәре хужа булған ошо бинала, Мәскәү гәзитселәре үҙҙәренең күсмә типографияһы менән эш башлаған.
Ваҡыт, техник прогресс тормошобоҙға күп үҙгәрештәр алып килде. Элекке типография эшенең күп өлөшөн, заманса компьютер технологияһын ҡулланып, хәҙер редакция коллективы башҡара. «Асылыкүл» редакция-нәшриәт комплексы полиграфистары шулай уҡ заманса техника һәм IT-технологиялар ярҙамында открытка, саҡырыу ҡағыҙы, буклет, брошюра, китап, маҡтау ҡағыҙы, рәхмәт хаттары һәм грамоталар кеүек юғары сифатлы продукция сығара.
Редакция хеҙмәткәрҙәре, һөнәри йолаларына тоғро ҡалып, һәр ваҡыт ваҡиғалар уртаһында булырға, гәзит биттәрендә беҙҙең районда һәм ҡалала ғына түгел, ә республикала, илдә, бөтөн донъяла барған хәлдәр тураһында һөйләргә тырыша. Район гәзите редакцияһының татыу коллективы гәзит уҡыусылар тормоштоң төрлө өлкәһенә ҡағылған тулы мәғлүмәткә эйә булһын өсөн көс ҡала.
«Асылыкүл» редакция-нәшриәт комплексы хеҙмәткәрҙәре хеҙмәт ветерандары, төрлө йылдарҙа урындағы матбуғат эшенә тос өлөш индергән коллегалары менән ғорурлана. Коллективта гәзиттең барлыҡ мөхәррирҙәрен йылылыҡ һәм ихтирам менән телгә алалар, бөгөн эшләп йөрөгән хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын юғары баһалайҙар. Улар араһында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Бусарева Татьяна Михайловна бар.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Макиша Дмитрий Владимирович, тиҫтә йылдар ошо коллективта эшләгән С.Ш. Тәүлийәрова, Р.Ш. Зиннурова, Л.Г. Башлыкова, С.А. Печаткин, Ф.В. Миранова, Л.А. Солтанова, В.И. Кузнецова, М.З. Зангурова, К.М. Мөхәрәмова, В.М. Төхвәтуллина предприятиеның хөрмәтле ветерандары.
Тормош дауам итә, һәм бөгөн алмашҡа йәштәр – уларҙың эшен лайыҡлы дауам итеүселәр килә. «Асылыкүл» - «Балҡантау» гәзите, элеккесә, халыҡта ҙур һорау менән файҙалана, уны ҡалала һәм ауылдарҙа теләп уҡыйҙар. Төрлө быуын кешеләре гәзит биттәрендә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәтте таба ала. ШуҠа күрә, заманса технологияларҙың йылдам үҫеүенә ҡарамаҫтан, район гәзите тиражын элекке кимәлдә һаҡлап ҡала.


Вернуться назад