» » Йырҙарҙа – уның күңеле

Йырҙарҙа – уның күңеле24-03-2017, 09:33


Йырҙарҙа – уның күңелеРайон Мәҙәниәт йортоноң «Демушка» рус йыры халыҡ хоры дирижеры Нина Григорьевна Греценгер үҙенең һөнәри эшмәкәрлеге тураһында шулай ти. Уның көндәлек эше даими ижад итеүҙе, тотош коллективтың, һәр кешенең кәйефен тоя белеүҙе, түҙемлек һәм ҙур тырышлыҡ талап итә. Был сифаттарҙы Нина Григорьевна үҙендә күп йhttp://bash.asilikyl.ru/engine/skins/bbcodes/images/brkspace.gifылдар тәрбиәләй. Сәхнәгә сығарылған номер тамашасыларҙы шатландырһын өсөн бар күңелеңде, көсөңдө һалырға, ғәйәт ҙур ваҡыт бүлергә кәрәк, тип иҫәпләй үҙ эшенең оҫтаһы. Ул тамашасыларҙы тулҡынландырырға, йөрәктәренә үтеп инергә, бер үк ваҡытта кешеләргә шатлыҡ та, тәрән кисерештәр ҙә бүләк итергә тейеш.
- Эшемде еренә еткереп башҡарырға яратам, - ти ул, - шуға ла үҙемдән дә, һәүәҫкәр артистарҙан да тырышлыҡ, түҙемлек талап итәм. Репертуар һайлағанда концерттың тематикаһын, айырым һәм коллектив башҡарыусыларҙың холҡон иҫәпкә алам. Йырҙың һәр һүҙенә иғтибар итәм, уға ниндәй мәғәнә һалыныуын, тамашасылар тарафынан нисек ҡабул ителерен уйлайым. Минең өсөн төп эш йырҙың йөкмәткеһенән башлана. Артабан оҙайлы репетициялар, музыкаль материалды һәм партияларҙы өйрәнеү, тауыштарҙы берләштереү, сәхнә образы өҫтөндә эш һәм башҡа мөһим мәлдәр. Ошондай ентекле эштән һуң ғына номерҙың уңышлы буласағына өмөтләнергә мөмкин. Һәр номер алдынан сығыш яһаусыларҙың үҙҙәренән кәм тулҡынланмайым, тын алырға ла онотоп, тыңлайым, һәм уларға ышанам, әлбиттә.
Бынан утыҙ йыллап элек тирмәнселәр клубы хорын сәхнәгә сығарғанда ла Нина Григорьевна ошондай хистәр кисерә (был хорҙа ул ун йылдан ашыу дирижер була), һәм әле лә хор йырлағанда йә иһә үҙе етәкләгән «Вояж» эстрада йыры халыҡ ансамбле сығыш яһарға әҙерләнгәндә, йырсыларының береһе микрофон алдына баҫҡанда шулай уҡ тулҡынлана. Мәҫәлән, ҙур тырышлыҡ һалып, күңел биреп өйрәнгән йыр ғына бик матур килеп сыға. Сценарий авторы һәм алып барыусыһы Нина Григорьевна булған киң күләмле байрам сараларының программаһы ошолай эшләнә.
Нина Греценгер етәкселегендә әҙерләнгән номерҙарҙың уңышлы килеп сығыуы был талантлы белгестең үҙ эшен камил белеүенә лә бәйле, әлбиттә. Дәүләкәндәр уның башҡарыуындағы халыҡ һәм эстрада йырҙарын йыш ишетә. Тауыштың көслө һәм матур булыуы, үҙеңде сәхнәлә тота белеү – уңыш нигеҙе. Төрлө конкурстарҙа яуланған урындар – башҡарыу оҫталығы күрһәткесе. Мәҫәлән, былтыр ул рус йырын яңғыҙ башҡарыусыларҙың «Барыня-песня» беренсе төбәк-ара конкурсында һәм «Яратам һине, тормош!» республика конкурсында еңеүҙәр яулай. Был йырсыға ҡарап, уның ихласлығын, кешеләргә һәм тыуған ергә һөйөүен күрмәү мөмкин түгел. Нина Греценгерҙың һәр һүҙе кесе тыуған ил менән айырылғыһыҙ бәйләнеш хаҡында башҡарған йыры бер кемде лә битараф ҡалдырмай. «Ошо ғәйәт ҙур ерҙә, улым...», тигән һүҙҙәр менән башланып, «Һин тыуған ерҙә», тип тамамланған был йыр Нина Григорьевнаның ғаиләһендә иң яратҡандарҙың береһе. Күптән түгел бергә йәшәүҙәренең алтмыш йыллығын билдәләгән ата-әсәһе Антонина Петровна менән Григорий Михайлович Максимовтар ҙа уға битараф түгел. Нина Григорьевнаның Бөгөлмәлә йәшәүсе ҡыҙы Юлия ла был йырҙы ярата. Рәсәй Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәр киностудияһы кинорежиссеры, Мәскәүҙә йәшәүсе улы Максим да Дәүләкәнгә ҡайтҡанда һәм тотош ғаилә бергә йыйылғанда әсәһенән ошо йырҙы йырлауын һорай. Үҙҙәрен яратып, көтөп торған яҡындары менән осрашыу шатлығынан хәҙер инде буй еткергән балаларының күҙҙәре йәшләнә.
Яратҡан һөнәрең туғандарыңа һәм яҡындарыңа шундай бәхет бүләк иткәндә уның эш кенә түгел, ә булмыш та икәненә инанаһың.


Комментарии Вконтакте