» » Эш йүнәлештәрен билдәләнеләр

Эш йүнәлештәрен билдәләнеләр7-02-2018, 14:25


Эш йүнәлештәрен билдәләнеләр
Район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм уың ауыл филиалдары өсөн семинар ойошторолдо, унда 2017 йылға йомғаҡ яһалды һәм яңы эш йүнәлештәре билдәләнде.

Район Мәҙәниәт йортоноң төп методисы Фәнүзә Закирова үҙ сығышында ҡала һәм районда Экология йылына ярашлы алып барылған мәҙәни эш төп саралар планына ярашлы алып барылыуын билдәләне, улар буйынса аҙна һайын фотоотчеттар яһалды. Семинарҙа республика фестивалдәрендә, конкурстарында һәм районда уҙғарылған мәҙәни сараларҙа даими ҡатнашыусылар билдәләнде. Иң әүҙемдәр араһында Ивановка (мөдире Т.М. Салова), Ленинск (Э.Ф. Әрҙәширова), Александровка (А.И. Бланк), Ҡоръятмаҫ (Д.Р. Ғәләүетдинова), Ташлы-Шәрип (Р.М. Романко), Алға (Р.Р. Ғәзизова), Сергиополь (Л.А. Воробьева) һәм Көрмәнкәй (Р.Б. Рәхимова) филиалдары аталды.

Башҡортостанда Ғаилә йылына, Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылына, шулай уҡ илдә Бала саҡ ун йыллығы башланыуына арнап үткәрелгән саралар ҡала һәм райондың клуб учреждениелары эшендә төп йүнәлеш буласаҡ.

Методистар Венера Садиҡова, Маргарита Петрова һәм Кифая Минеғолова методик һәм ижади эш буйынса яңы мәғлүмәт менән сығыш яһаны, район Мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Артем Машков йыйылыусыларҙы 2018 йылға мәҙәни саралар планы менән таныштырҙы. Семинар балаҫ сигеү буйынса оҫталыҡ дәресе менән тамамланды, был иһә, бәлки, район Мәҙәниәт йорто филиалдарында ошо йүнәлештә яңы түңәрәктәр асыуға этәргес булыр.
Комментарии Вконтакте