“Районка”ны уҡығыҙ – бүләктәр отоғоҙ!25-05-2018, 12:35 / Яңылыҡтар


“Районка”ны уҡығыҙ – бүләктәр отоғоҙ!
Подписчик көнө иртәнге сәғәт 10-да башлана тип иғлан ителеүенә ҡарамаҫтан, 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына район гәзитенә тәүгеләрҙән булып яҙылыр өсөн үҙәк почтаға кешеләр иртәнге һигеҙҙән үк килә башланы. Төшкө ял ваҡытында халыҡ айырыуса күбәйҙе. Ҡала һәм районда йәшәүселәрҙең күбеһе эш көнөнән һуң почта бүлексәләренә килде.
 

Сик буйы тарихы – ил тарихы25-05-2018, 12:32 / Яңылыҡтар


Сик буйы тарихы – ил тарихы
Халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – дәүләттең иң мөһим бурыстарының береһе, ул тик ныҡлы һәм оборонаға һәләтле армия булғанда ғына тормошҡа ашырыла ала. Шул уҡ ваҡытта ил сигенең бөтөнлөгөн һаҡлау ҙа бик мөһим. Шул саҡта ғына күгебеҙ тыныс буласаҡ.
 

Хәбәрһеҙ юғалған... атай-әсәйҙәр23-05-2018, 15:19 / Яңылыҡтар


Хәбәрһеҙ юғалған... атай-әсәйҙәр
Рәсәй суд приставтары федераль хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының бурыслыларҙы һәм балаларҙы эҙләү буйынса эште ойоштороу бүлегендә оҙаҡ ваҡыт ҡайҙалығы билдәһеҙ булған граждандарҙан бәлиғ булмаған балаларын ҡарауға аҡса түләттереү тураһындағы эштәр тикшерелә.
 

Йәштәр советы – ғәмәлдә!23-05-2018, 15:14 / Яңылыҡтар


Йәштәр советы – ғәмәлдә!
«Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмеге Советы (вәкәләтле органы) ҡарамағындағы иң яҡшы Йәштәр советы-2017» республика конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Дәүләкән районы муниципаль район Советы ҡарамағындағы Йәштәр советы «Муниципаль берәмектең депутаттар корпусы менән әүҙем хеҙмәттәшлек өсөн» номинацияһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының махсус дипломы менән наградланды.
 

Тыныслыҡты һәм татыулыҡты һаҡлау маҡсатында22-05-2018, 11:32 / Яңылыҡтар


Тыныслыҡты һәм татыулыҡты  һаҡлау маҡсатында
Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәтендә конфессия-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләләре буйынса комиссияның сираттағы киңәйтелгән ултырышы үтте. Уның эшендә дин әһелдәре, ҡала һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары, йәмәғәтселек, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
Ултырышта Рәсәй Федерацияһында дин тотоуҙың азатлығына ҡағылышлы закон буйынса фекер алышыу булды, дини экстремизм һәм ксенофобияның таралыуына ҡаршы тороу мәсьәләләре ҡаралды.
 

Һәр төркөмдөң үҙ мөйөшө22-05-2018, 11:29 / Яңылыҡтар


Һәр төркөмдөң үҙ мөйөшө
Беҙ барыбыҙ ҙа бала саҡ иленән, тимәк, балалар баҡсаһынан. Уҙған йылдың ноябрь айында 12-се «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты. Унда йәш ярымдан алып алты йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләнгән 12 төркөм эшләй. Әлеге ваҡытта улар тәрбиәселәре менән баҡса биләмәһен йәшелләндерә.
 

Ужым бойҙайы – төп культура21-05-2018, 16:34 / Яңылыҡтар


Ужым бойҙайы – төп культура
Шәхси эшҡыуар – крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Рәүеф Фәйзулла улы Хәсәнов (һүрәттә) дүрт тиҫтә йылға яҡын ғүмерен баҫыу эштәренә арнаған. Күпселек йылдары фәнгә бағышлана – Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институтында эшләй, яуаплылығы сикләнгән “Ҡаҙанғол ТПХ-һы” йәмғиәтендә баш агроном була, ә бөгөн крәҫтиән-фермер хужалығына етәкселек итә, 800 гектарҙан ашыу ерҙе эшкәртеү менән шөғөлләнә.
 

Ветеранға – сәскәләр15-05-2018, 10:30 / Яңылыҡтар


Ветеранға – сәскәләр
Румана Ғиниәт ҡыҙы Миңлеғолова ҡулдарында снайпер винтовкаһы тотмаған, артиллерия уты аҫтында йөрөмәгән, уның тирәләй пулялар һыҙғырып осмаған, снарядтар шартламаған. Уның өсөн фронт тылда була. Бөйөк Еңеүҙә уның кеүек үҙ-үҙен аямай көс түккән хеҙмәтсәндәребеҙҙең өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
 

«Ғаиләм – ҡәлғәм»15-05-2018, 10:23 / Яңылыҡтар


«Ғаиләм – ҡәлғәм»
Раев ауылы мәктәбендә «Халыҡ ижады ынйылары-2018» район фестиваль-конкурсына ярашлы Ғаилә йылына арнап үткәрелгән сара шулай аталды. Уны ауылдың мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо, байрамда Ғизетдиновтар ғаиләһе ҡатнашты.
 

«Өләсәйем һандығы»14-05-2018, 14:57 / Яңылыҡтар


«Өләсәйем һандығы»
Район Мәҙәниәт йортонда балалар яҙыусыһы, шағирә, драматург, фольклорсы, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы – яҡташыбыҙ Рәсимә Минебулат ҡыҙы Ураҡсина иҫтәлегенә арнап уҙғарылған фольклор байрамы тап ошондай исем аҫтында үтте.