» » Табын, тимәк, көслө, ғәйрәтле

Табын, тимәк, көслө, ғәйрәтле6-03-2017, 10:26


Табын, тимәк, көслө, ғәйрәтле
Башҡортостандың барлыҡҡа килеүенең 100 йыллығына ярашлы, республикала ырыу йыйындарын үткәреү дауам итә
Табын, тимәк, көслө, ғәйрәтле
Район Мәҙәниәт йортоноң Ҡыҙрас филиалында табын ырыуы вәкилдәренең дә фекерҙәштәренә әйтер һүҙҙәре етерлек ине. Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар: ғалим, БДПУ профессоры Әхмәт Хәжиәхмәт улы Дәүләтҡолов, «Табын ырыуы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы, табындарҙың IV йыйынын ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары Рәйлә Камил ҡыҙы Вәхитова, Дәүләкән районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе З.Н. Ғайсиндың ҡатнашыуы уның мөһимлегенә раҫлау булды. Ҡыҙрас ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Ә.М. Хәбиәхмәтов биләмә халҡының йәшәйеше, көнкүреше менән таныштырып үткәндән һуң, Өфөнән килгән ҡунаҡтар тарихи сығанаҡтарға нигеҙләнеп, табын ырыуы, башҡорт халҡының үткәне тураһында һүҙ алып барҙы.

Мәкәш ауылынан Клара Хәмиҙуллинаның сығышы бик фәһемле булды. Ғүмер иткән төйәгенең үткәненә һәм бөгөнгөһөнә битараф булмаған ағинәй тарих менән ҡыҙыҡһына, төрлө мәғлүмәттәр туплай. Уның тырышлығы баһаға лайыҡ, әлбиттә, Клара инәй йәштәр, киләсәк быуын тарихыбыҙҙы, үҙенең тамырҙарын белһен өсөн тырыша бит. Уның һүҙҙәрен ветерандарҙың урындағы ойошмаһы рәйесе Ҡәҙир Ҡасимов та ҡеүәтләне.
- Ауылда халыҡтың көнкүреше яҡшырҙы, - тине ул, - шундай уңайлыҡтар булдырыуҙа, матур биналар төҙөүҙә ярҙам иткән етәкселәребеҙҙе оноторға ярамай.

Ғафури районы һылыуы, инде сирек быуаттан ашыу Дәүләкән кешеһе булған Фәилә Әнүәр ҡыҙы Дәүләтгәрәеваның сығышында табын ыруы вәкиле булыуында ғорурлыҡ тойғолары ярылып ята ине.
- Килен булып төшкәс, ике район һөйләше араһында күп айырма күрмәнем. Баҡтиһәң беҙ ырыуҙаштар булып сыҡтыҡ, - тип ҡыуанысын белдерҙе ул.

Сарала табын ырыуының ҡор башы тәғәйенләнде. Биләмә халҡы бер тауыштан Айрат Исламғәле улы Әхмәтғәлинды ошо вазифаға тәҡдим итте.
Табын, тимәк, көслө, ғәйрәтле
Резеда Ҡорбанғәлиева ла, мәҙәниәт хеҙмәткәре булараҡ, урындағы ер-һыу атамаларын өйрәнә, ауылдың тарихын өйрәнеү буйынса ҙур эш алып бара. Йыйылыусыларҙы ул үҙенең нәҡел шәжәрәғе менән таныштырҙы.

Сара һуңында табын ырыуының резолюцияһы ҡабул ителде, биш кешенән торған ойоштороу комитеты һайланды. 25 февралдә Айрат Әхмәтғәлин, Резеда Ҡорбанғәлиева, Рафаил Дәүләтбаев табындарҙың IV йыйынына барып ҡайтты.
Комментарии Вконтакте