» » Йыйылыш булды

Йыйылыш булды6-03-2017, 10:30


Йыйылыш булды
Мәсеттә Дәүләкән ҡалаһы мәхәлләһе ағзаларының дөйөм йыйылышы үтте. Имам-хатип Рәфис хәҙрәт мосоломандар дини ойошмаһының 2016 йылдағы эшенә анализ яһаны, мәхәлләнең хәҙер Дәүләкән ҡалаһы «Нәбиулла» урындағы мосолман дини ойошмаһы тип аталыуын әйтте.

Ислам дине нигеҙҙәрен өйрәнергә теләүселәр өсөн йыл һайын мәсеттә курстар ойошторолоуы, уларға йөҙҙән ашыу кеше йыйылыуы ҡыуандыра. Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары матур үтә. Көн һайын биш намаҙ, һәр йомала йома намаҙҙары уҡыла. Бында никах уҡытырға, сабыйға исем ҡуштырырға була.

Таш манара төҙөү өсөн хәйер йыйыу дауам итә. 2016 йылда уның нигеҙе һалынды. Эш быйыл да туҡтамаҫ һәм ҡала, район халҡы был изге ғәмәлдә ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итер, тип ышанабыҙ.
Йыйылыш булды
Мәсет активы һәм хәҙрәт төрлө төбәк, республика һәм бөтөн Рәсәй форумдарында, ислам белемен үҫтереү, дини, әхлаҡи эште ойоштороу, радикаллекте иҫкәртеү буйынса уҙғарылған конференцияларҙа һәм осрашыуҙарҙа даими ҡатнаша.

Мәсеттә йәштәр һәм мосолман ҡатын-ҡыҙҙары советтары ойошторола. Былтыр мәсет исеменән дини эш менән шөғөлләнеүселәрҙең барыһы ла БР Үҙәк диниә назаратында аттестация үтте һәм ҡала-районда дини эшмәкәрлек алып барыуға рөхсәт таныҡлығы алды. Шуға күрә, мулла саҡырып, ниндәй ҙә булһа дини сара уҙғарырға ниәтләүселәр Үҙәк диниә назаратынан рөхсәт ҡағыҙын талап итергә тейеш.

Йыйылышта шулай уҡ ғаилә ҡиммәттәрен, әхлаҡлылыҡты һаҡлауға, үҫеп килеүсе быуынға тәрбиә биреүгә бәйле һорауҙар ҙа ҡаралды. Унда ҡатнашыусылар дини-әхлаҡи тәрбиә биреүҙә, тарихи, мәҙәни, дини һәм милли ҡиммәттәрҙе һаҡлауҙа дәүләт власының бөтөн структуралары, ижтимағи ойошмалар менән тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек алып барырға хәл итте.


Комментарии Вконтакте