» » Теләк кенә булһын, бейеклектәрҙе яуларбыҙ!

Теләк кенә булһын, бейеклектәрҙе яуларбыҙ!25-08-2017, 09:55


Теләк кенә булһын, бейеклектәрҙе яуларбыҙ!Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк! Барыбыҙға ла таныш был һүҙҙәр Яңы Йәнбәк урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Анна Витальевна Леонтьеваға атап әйтелгән һымаҡ.
- Үҙемде белгәнемдән алып, бала сағымдан уҡ мәктәпкә бәйле уйындар уйнарға ярата инем. Әхирәттәрем менән үҙебеҙҙе йыш ҡына уҡытыусы сифатында хис итә торғайныҡ. Ҡулыбыҙға аҡбур, күрһәткес алып, йәнәһе лә алдыбыҙҙа ултырған уҡыусыларға нимәлер аңлатҡан булабыҙ, - тип һөйләй Анна Витальевна. Әммә ул саҡта был бары тик уйын ғына булһа, бөгөн инде барыһы ла ысынбарлыҡ: дәрестәр ҙә, уҡыусылар ҙа.
Анна Витальевна алдына “кем булырға?” тигән һорау килеп баҫмай, ул үҙенең мотлаҡ уҡытыусы буласағын яҡшы белә. Өҫтәүенә уларҙың нәҫелдәрендә беҙҙең райондың белем биреү учреждениеларында эшләүгә арнаған кешеләр күп, етмәһә күбеһе филологтар. Башта “башланғыс кластар уҡытыусыһы” һөнәре буйынса Бәләбәй педагогия училищеһын, артабан Стәрлетамаҡ педагогия академияһын тамамлап, А.В. Леонтьева ауыл мәктәбе уҡыусыларына рус теле һәм әҙәбиәтенән дәрестәр бирә башлай. Бөгөн уның педагогик стажы 18 йыл тәшкил итә.
Уҡытыусының эшенең төп күрһәткесе булып уҡыусыларҙың имтихандарҙа юғары балдар йыйыуы тора. Әйтергә кәрәк, уның фәне буйынса уҡыусылар йылдан-йыл Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшыра, ә быйыл уларҙың береһе – Анастасия Леонтьева иң юғары һөҙөмтә күрһәтә. Бындай еңеүҙәргә өлгәшеү уҡыусы менән уҡытыусының көндәлек ныҡышмалы хеҙмәтенән башҡа мөмкин түгел, әлбиттә. Анна Витальевна бар йөрәге менән эшкә бирелгән кеше. Быға раҫлау – төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡан өсөн алынған күп һанлы дипломдар һәм рәхмәт хаттары, мәктәпте тамамлағандан һуң бер нисә йыл үткәс ҡунаҡҡа килгән уҡыусылары.
- Минең эшемдә иң мөһиме – балалар менән аралашыу, - ти Анна Витальевна. – Улар менән бар мәшәҡәт онотола, үҙеңде йәшәреп киткәндәй тояһың. Уҡытҡан фәнеңә ҡыҙыҡһыныу уятам тиһәң, ваҡыт менән бер аҙымдан барырға, яңы технологиялар индерергә кәрәк. Әгәр баланың уҡырға теләге һәм ынтылышы бар икән, ул мотлаҡ бейеклектәрҙе яулаясаҡ.


Автор: О. Юдина.
Комментарии Вконтакте