» » Тыуған ерҙе данланылар

Тыуған ерҙе данланылар24-10-2017, 09:24


Тыуған ерҙе данланыларҠала китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған саралар барышында үҙ уҡыусыларын ихлас ҡабул итте
Байрам алдынан китап һөйөүселәр менән осрашыуҙар циклын 7-се урта мәктәптең 1-се класс уҡыусылары өсөн «Күңелемә яҡын тыуған ер» тип аталған видеосәйәхәт асып ебәрҙе. Балалар байрамдың тарихы, республиканың атрибутикаһы, башҡорт шиғриәте һәм фольклоры менән танышты, сара һуңында халыҡ әкиәттәре буйынса төшөрөлгән йүнһүрәт ҡараны.

Тантанаға бер көн ҡала китапханаға килеүселәрҙе милли кейемдәрҙәге ҡыҙҙар ҡаршыланы, улар ҡунаҡтарға «Республиканың биографияһы: суверенитет һәм уны ҡабул итеү» тип исемләнгән мультимедия күргәҙмәһен ҡарарға тәҡдим итте. Китап һөйөүселәр көн дауамында Башҡортостан тураһындағы әҙәбиәт менән танышты, тыуған ерҙең иҫтәлекле урындары һәм матурлығы хаҡында видеояҙмалар ҡараны, викторина һорауҙарына яуап бирҙе һәм башҡорттарҙың ҡымыҙ, сәк-сәк, бауырһаҡ, бал, ҡаҙылыҡ кеүек милли аш-һыуынан ауыҙ итте.

Башҡортостан Республикаһы көнөндә беҙҙең китапхана Үҙәк балалар китапханаһы менән берлектә ҡала майҙанында үткән байрамда ҡатнашты. Бында халыҡ өсөн «Яратам һине, Башҡортостан!» тигән китаптар күргәҙмәһе ойошторолдо, Дәүләкән ҡалаһының 100 йыллығына һәм Республика көнөнә арналған викторина үткәрелде, шулай уҡ «Башҡорт мозаикаһы» тигән фольклор сараһы әҙерләнде.

Комментарии Вконтакте