» » “Күлдәктәребеҙ һатыуҙыҡынан һис тә ҡайтыш түгел!”

“Күлдәктәребеҙ һатыуҙыҡынан һис тә ҡайтыш түгел!”29-12-2017, 10:07


“Күлдәктәребеҙ һатыуҙыҡынан һис тә ҡайтыш түгел!”“Эко-бум” конкурсына ярашлы райондың мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре һәм педагогтары ғәҙәти булмаған мода күрһәтте
Район Мәҙәниәт йорто сәхнәһендәге подиумға ҡағыҙҙан, гәзиттәрҙән, полиэтилен пакеттарҙан, иҫке компакт-дискыларҙан, пластик шешәләрҙән һәм беҙ сүп-сар тип атаған башҡа әйберҙәрҙән күлдәктәр, костюмдар кейгән йәш моделдәр сыҡты. Уларҙың ҡайһы берәүҙәренә ике йәш тә юҡ ине.


Ғәжәйеп тамашаның дизайнерҙар һәм модельерҙары ҡала һәм райондың балалар баҡсалары тәрбиәселәре һәм ата-әсәләр ине. Ҡул аҫтындағы материалдарҙан ысын кейем килеп сыҡһын өсөн улар ҙур тырышлыҡ һалған. Әйткәндәй, быйыл конкурсанттар төрлө сығыштар әҙерләгән, берәүҙәр әкиәтте сәхнәләштергән, икенселәр музыкаль номерҙар әҙерләгән. Тамашасылар алдына күбәләк, рыцарь, принцесса, ҡурсаҡ, король, төрлө йәнһүрәттәрҙән батшабикәләр образындағы ҡыҙҙар һәм малайҙар сыҡты.

Иң ғәҙәти булмаған кейем тип тоҡтарҙан “тегелгән” Яңы йыл шыршыһы һәм бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һабанан яһалған туңдырма костюмдары аталды.
1-се урта мәктәптең мәктәпкәсә төркөмө педагогик коллективы ойошторған байрам сағыу һәм күңелле үтте. Яуаплылығы сикләнгән “БашкирНефтеМаркет - розница” йәмғиәте (директоры А.А. Мөхәмәтдинов0 бағыусы булды. Тамашасылар һәр конкурсантты дәррәү алҡышланы, уларға ҡушылып йырлап ҡына ҡалманы, бейергә лә төшөп китте. Кисә һуңында жюри ғәҙәти булмаған костюмдар әҙерләп, сәхнәгә сығырға баҙнат иткәндәре өсөн байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе, балаларға һәм уларҙың тәрбиәселәренә дипломдар һәм бүләктәр тапшырҙы.
“Эко-бум” конкурсы беҙ сүп-сар итеп ҡарарға күнеккән материалдың фантазияны эшкә егеп, ижади ҡараш менән тотонғандаиҫ киткес матур әйберҙәргә әүерелеүен күрһәтте. Сараға килеүселәр быны үҙ күҙҙәре менән күрҙе.

Комментарии Вконтакте