» » «Өләсәйем һандығы»

«Өләсәйем һандығы»14-05-2018, 14:57


«Өләсәйем һандығы»
Район Мәҙәниәт йортонда балалар яҙыусыһы, шағирә, драматург, фольклорсы, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы – яҡташыбыҙ Рәсимә Минебулат ҡыҙы Ураҡсина иҫтәлегенә арнап уҙғарылған фольклор байрамы тап ошондай исем аҫтында үтте.

Балалар ижады йорто тарафынан ойошторолған был сараға уҡытыусылар, уҡыусылар, балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр, музыкаль һәм ижади коллективтар ағзалары йыйылды. Улар шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы.

Иң яҡшы коллективтарға – «Халыҡ ынйылары» район фестивале лауреаттарына һәм дипломанттарына Дәүләкән районының мәғариф бүлеге дипломдары тапшырылды.





Комментарии Вконтакте