» » «Ғаиләм – ҡәлғәм»

«Ғаиләм – ҡәлғәм»15-05-2018, 10:23


«Ғаиләм – ҡәлғәм» Раев ауылы мәктәбендә «Халыҡ ижады ынйылары-2018» район фестиваль-конкурсына ярашлы Ғаилә йылына арнап үткәрелгән сара шулай аталды. Уны ауылдың мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо, байрамда Ғизетдиновтар ғаиләһе ҡатнашты.

Гүзәлиә Флорид ҡыҙы һәм Азамат Самат улы икеһе лә Раев ауылында тыуып үҫкән, бер-береһен бала саҡтан белә, мәктәптә лә бергә уҡыйҙар, артабан ғаилә ҡоралар. Уларҙың ике ҡыҙы үҫеп килә, өлкәндәре Аделинаға туғыҙ йәш, ә Эвелинаға – ете, ул быйыл мәктәпкә барырға йыйына. Апаһына оҡшарға тырышып, тик «бишле» һәм «дүртле» билдәләренә генә уҡырға теләй. Ҡыҙҙар атай менән әсәйҙең ҙур ҡыуанысы. Ғизетдиновтар – ауылда иң хөрмәтле ғаиләләрҙең береһе. Гүзәлиә Флорид ҡыҙы Раев ауылы мәктәбе директоры вазифаһын башҡара, ә Азамат Самат улы ошонда уҡ хәүефһеҙ йәшәү нигеҙҙәре һәм физик культура дәрестәрен алып бара. Улар балаларын төрлө яҡлап үҫтерергә тырыша, хужалыҡтарын да бына тигән итеп алып бара.

Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г.Ф. Сарманаева менән төп китапханасы Г.В. Абдуллина алып барған сара ғаиләнең үҙҙәре менән таныштырыуынан башланып китте. Ҡыҙҙар ата-әсәһенә арнап шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы, бейене. Артабан өлкәндәр алып барыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, бер-береһен ни тиклем яҡшы белеүҙәрен һәм аңлауҙарын күрһәтте. Ғизетдиновтар ғаиләһе тормоштарындағы иң сағыу мәлдәрҙе сағылдырған фотоһүрәттәрҙән ҙур булмаған күргәҙмә лә эшләгәйне. Гүзәлиә Флорид ҡыҙы ҡул эштәренә лә маһир, ул бәйләгән әйберҙәр байрамға килгән ауылдаштарын таң ҡалдырҙы.

Раев ауылы үҙешмәкәр артистары башҡарыуындағы йырҙар сараға айырым биҙәк өҫтәне, килеүселәргә яҡшы кәйеф бүләк итте.

Комментарии Вконтакте