» » Ужым бойҙайы – төп культура

Ужым бойҙайы – төп культура21-05-2018, 16:34


Ужым бойҙайы – төп культураШәхси эшҡыуар – крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Рәүеф Фәйзулла улы Хәсәнов (һүрәттә) дүрт тиҫтә йылға яҡын ғүмерен баҫыу эштәренә арнаған. Күпселек йылдары фәнгә бағышлана – Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институтында эшләй, яуаплылығы сикләнгән “Ҡаҙанғол ТПХ-һы” йәмғиәтендә баш агроном була, ә бөгөн крәҫтиән-фермер хужалығына етәкселек итә, 800 гектарҙан ашыу ерҙе эшкәртеү менән шөғөлләнә.

Был яҙғы көндәрҙә Рәүеф Фәйзулла улының төп хәстәрлеге ужым бойҙайы сәсеүлектәрен тәрбиәләү. Көҙҙән ул 350 гектарҙа сәселгән.
Уны тейешле кимәлдә минераль ашламалар индереп, элиталы “Башкирская 10” һәм “Скипетр” сорттарын сәсәләр.

Сәсеүлектәр яҡшы ҡышлаған, әммә яҙҙың һалҡын килеүе баҫыу эштәрен бер аҙ һуңлатҡан. Көндәр йылыныу менән минераль ашламалар индереләсәк, ҡоротҡостарға, төрлө ауырыуҙарға һәм ҡый үләндәренә ҡаршы көрәш башланасаҡ. Бының өсөн техника ла, кәрәкле препараттар ҙа әҙер. Был агроысул ике-өс көндә башҡарыла.

Гектарынан утыҙ центнерҙан ашыу уңыш алырға иҫәп тотаһың икән, яҙ-йәй айҙарында айырыуса тырышлыҡ һалырға кәрәк.
Көнбағыш сәсеү өсөн дә тупраҡ әҙер. Быйыл ул 250 гектар майҙанды биләйәсәк. Шулай уҡ пар ерҙәре лә ҡалдырылған. Пар ерҙәрен эшкәртеү ҙә тейешле технологияға ярашлы башҡарыласаҡ, сөнки ужым бойҙайын үҫтереүҙә тупраҡ әҙерләү мөһим роль уйнай.

БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы эшсәне Р.Ф. Хәсәнов өсөн быйылғы йыл юбилейлы – ғинуар айында ул үҙенең 60 йәшен билдәләгән.



Комментарии Вконтакте