» » Тыныслыҡты һәм татыулыҡты һаҡлау маҡсатында

Тыныслыҡты һәм татыулыҡты һаҡлау маҡсатында22-05-2018, 11:32


Тыныслыҡты һәм татыулыҡты  һаҡлау маҡсатындаДәүләкән районы муниципаль район хакимиәтендә конфессия-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләләре буйынса комиссияның сираттағы киңәйтелгән ултырышы үтте. Уның эшендә дин әһелдәре, ҡала һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары, йәмәғәтселек, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
Ултырышта Рәсәй Федерацияһында дин тотоуҙың азатлығына ҡағылышлы закон буйынса фекер алышыу булды, дини экстремизм һәм ксенофобияның таралыуына ҡаршы тороу мәсьәләләре ҡаралды.


Көн тәртибендәге мәсьәләләр буйынса сарала ҡатнашыусылар алдында Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Ю.А. Кузнецов, хакимиәттең юрисконсульты Р.Р. Мәмлиев, комиссия секретары В.Д. Шәүәлиева, Дәүләкән районы имам-мөхтәсибе Рәфис Сафин сығыш яһаны.

Рәсәй Эске эштәр министрлығы Дәүләкән районы буйынса бүлегенең уголовный розыск бүлексәһе оперуполномоченныйы полиция лейтенанты Д.И. Сафин выждан иреклеге (кешенең динде тотоу-тотмауы үҙ теләгендә булыу) тураһындағы закондың боҙолоуын иҫкәртеү йәһәтенән эштең нисек ойошторолоуы, шулай уҡ дини берләшмәләр хаҡында һөйләне.

Ауыл биләмәләре имамдары үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе.

Ултырыш әңгәмәләшеү форматында дауам итте, унда күп эшлекле тәҡдимдәр яңғыраны.

Ултырыш һуңында районда конфессия-ара татыулыҡты һәм килешеүсәнлекте һаҡлауға һәм артабан нығытыуға йүнәлтелгән ҡарарҙар ҡабул ителде.


Автор: В. Пахомова.
Комментарии Вконтакте