» » Йәштәр советы – ғәмәлдә!

Йәштәр советы – ғәмәлдә!23-05-2018, 15:14


Йәштәр советы – ғәмәлдә!«Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмеге Советы (вәкәләтле органы) ҡарамағындағы иң яҡшы Йәштәр советы-2017» республика конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Дәүләкән районы муниципаль район Советы ҡарамағындағы Йәштәр советы «Муниципаль берәмектең депутаттар корпусы менән әүҙем хеҙмәттәшлек өсөн» номинацияһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының махсус дипломы менән наградланды.

Был награда Дәүләкән районында биш йыл дауамында эшләп килгән йәштәр йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының үҙ бурыстарына намыҫлы ҡарауын раҫлай. «Совет составына уҡыусылар һәм студенттар, эшләп йөрөүсе йәштәр һәм башҡалар инә. Шулай итеп, совет йәш дәүләкәндәрҙе борсоған һорауҙар, яҡын киләсәктә мотлаҡ хәл ителергә һәм киләсәк пландарға индерелергә тейешле мәсьәләләр хаҡында белеп тора», - тип һөйләй Йәштәр советы рәйесе В.Г. Маслов.
Ойошма эшмәкәрлегенең төп принциптарының береһе – башҡа йәмәғәт ойошмалары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү, улар араһында республика Йәш депутаттар ассоциацияһының урындағы бүлексәһе беренсе урында тора. Йәштәр советы Ассоциация йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе эшенә ярашлы үткәрелгән ҡабул итеүҙәрҙә ҡатнаша. Ошондай осрашыуҙар ваҡытында күтәрелгән мәсьәләләрҙе хәл итеүгә район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт буйынса белгестәре, башҡа бүлектәр һәм хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителә. Берҙәм тырышлыҡ менән төҙөкләндереү, мәҙәни ял һәм спорт саралары үткәреү, спорт инвентарҙары менән йыһазландырыу мәсьәләләре хәл ителә.

Дәүләкән районы муниципаль район Советы менән хеҙмәттәшлекте Йәштәр советы эшенең мөһим йүнәлештәренең береһе тип әйтергә була. Ултырыштарҙа, асыҡ тыңлауҙарҙа ҡатнашыу, ҡарарҙар ҡабул иткәндән үҙ тәҡдимдәреңде индереү мөмкинлеге йәштәр өсөн урындағы үҙидара мәктәбе булып тора, ә депутаттар корпусы өсөн иһә был – һиҙелерлек ярҙам, эште йәш быуын вәкилдәренең фекерен иҫәпкә алып ойоштороу мөмкинлеге ул. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы дипломы райондың йәштәр советы активистарының үҙ бурыстарын уңышлы башҡарыуы хаҡында һөйләй.

Автор: В. Пахомова.
Комментарии Вконтакте