» » Хәбәрһеҙ юғалған... атай-әсәйҙәр

Хәбәрһеҙ юғалған... атай-әсәйҙәр23-05-2018, 15:19


Хәбәрһеҙ юғалған... атай-әсәйҙәрРәсәй суд приставтары федераль хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының бурыслыларҙы һәм балаларҙы эҙләү буйынса эште ойоштороу бүлегендә оҙаҡ ваҡыт ҡайҙалығы билдәһеҙ булған граждандарҙан бәлиғ булмаған балаларын ҡарауға аҡса түләттереү тураһындағы эштәр тикшерелә.

Ағымдағы йылдың ғинуар-февраль айында суд приставтары судҡа ебәреү өсөн бурыслыларҙы ҡайҙалығы билдәһеҙ тип таныу тураһында 12 материал әҙерләне. Суд ҡарарҙары менән уларҙың алтауһы ҡәнәғәтләндерелде. Ҡалғандары тикшереү өҫтөндә.

Белешмә өсөн: 2017 йылда судтар тарафынан бурыслыларҙы ҡайҙалығы билдәһеҙ тип таныу тураһында 20 ғариза ҡәнәғәтләндерелде.
Алименттар буйынса бурысы булған кешенең оҙаҡ юғалып тороуы – баланың хоҡуҡтарын боҙоу ул. Алимент түләүсенән йыл дауамында бер хәбәр ҙә булмаһа, был факт, РФ Граждандар кодексының 42-се статьяһына ярашлы, ҡыҙыҡһынған кешегә, мәҫәлән, баланың әсәһенә бурыслы кешене ҡайҙалығы билдәһеҙ тип таныу тураһында ғариза менән судҡа мөрәжәғәт итеү хоҡуғын бирә.

Кеше тейешле тәртиптә ҡайҙалығы билдәһеҙ тип танылһа, уның ғаиләһе ҡараусыһын юғалтҡан ғаиләгә тиңләштерелә. Шулай итеп, алимент түләттерә алмағандар дәүләттән ҡараусыһын юғалтыусылар сифатында пособиеға иҫәп тота ала. Суд, суд приставтары хеҙмәте материалдарына нигеҙләнеп, ошо хаҡта ҡарар ҡабул итә. Ыңғай ҡарар булғанда бала ҡараусыһын юғалтыу буйынса пособиеға хоҡуҡ ала.

Ҡануниәттә яңғыҙ бала тәрбиәләүсе әсәй йә атай өсөн төрлө ташламалар һәм пособиелар ҡаралған. Күптәр был турала белмәй. Шуға күрә, ошондай хәлдә ҡалһағыҙ, йәшәгән урын буйынса социаль яҡлау бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк, бында инспекторҙар һәр аныҡ осраҡ өсөн ҡаралған ташламалар һәм түләүҙәр хаҡында ентекләп аңлатасаҡ.

Мәҫәлән, Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Киров районы бүлегендә Өфө ҡалаһында йәшәүсе бер кешегә ҡарата алимент буйынса 500 мең һумдан ашып киткән бурысты түләттереү хаҡында эш ҡуҙғатылды.
Ирҙең күрһәтелгән адрес буйынса йәшәмәүен, саҡырыу буйынса суд приставтары бүлегенә килмәүен, алименттар буйынса бурысын түләмәүен иҫәпкә алып, суд приставы-башҡарыусы бурыслыны эҙләү тураһында ҡарар сығарҙы. Әммә уны табып булманы. Был ваҡыт эсендә әсә кеше баланы үҙе генә тәрбиәләне.
Суд приставы-башҡарыусы ҡатынға ирен ҡайҙалығы билдәһеҙ тип таныуҙы һорап судҡа мөрәжәғәт итеү хоҡуғынан файҙаланырға кәңәш итте. Һөҙөмтәлә суд үҙ ҡарарын сығарҙы, уға ярашлы граждан рәсми рәүештә ҡайҙалығы билдәһеҙ тип танылды. Ошо факт әсәгә социаль хеҙмәттәргә айлыҡ пособиеға ғариза менән мөрәжәғәт итеү хоҡуғын бирҙе.

Был йүнәлештә эш дауам итә.
Комментарии Вконтакте