» » Сик буйы тарихы – ил тарихы

Сик буйы тарихы – ил тарихы25-05-2018, 12:32


Сик буйы тарихы – ил тарихыХалыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – дәүләттең иң мөһим бурыстарының береһе, ул тик ныҡлы һәм оборонаға һәләтле армия булғанда ғына тормошҡа ашырыла ала. Шул уҡ ваҡытта ил сигенең бөтөнлөгөн һаҡлау ҙа бик мөһим. Шул саҡта ғына күгебеҙ тыныс буласаҡ.

Сик буйында хеҙмәт итеүҙең Тыуған илгә тоғролоҡ һәм илһөйәрлек мәктәбе булыуын да билдәләп үтергә кәрәк. Ватанды һаҡлаусы һалдаттың хәрби йолалары быуаттан-быуатҡа тапшырыла. Ил сиге хәскәрҙәре борон замандарҙа барлыҡҡа килгән, уның тарихы бер нисә йөҙ йыллыҡты үҙ эсенә ала. Күскенселәр һөжүм иткән замандарҙа кенәздәр үҙ биләмәләре сигендә ҡәлғә-ҡалалар төҙөргө мәжбүр булған.

Совет дәүләтенең ил сиге ғәскәрҙәре Совнаркомдың 1918 йылдың 28 майындағы махсус ҡарары менән булдырылған. Граждандар һуғышы осоронда дәүләт сиген һаҡлаусы һалдаттар хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссариаты ҡарамағына күскән. Беҙҙең илдә Погрничниктар көнө тап 28 майҙа билдәләнә. Сик һаҡсыларына Бөйөк Ватан һуғышының беренсе сәғәттәрендә һәм көндәрендә айырыуса ауырға тура килә. 1941 йылдың 22 июнендә тап улар фашист баҫҡынсыларының төп көсөн үҙҙәренә ҡабул итә. Брест крепосын обороналау уларҙың батырлығын раҫлай. Һуғыш йылдарында 17 меңгә яҡын ил сиген һаҡлаусы һалдат һәм офицер орден-миҙалдар менән билдәләнгән, 150-нән ашыуы Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған һәм улар араһында беҙҙең яҡташыбыҙ – Ивановка ауылында тыуып үҫкән В.И. Утин да бар.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ил сиге ғәскәрҙәре СССР дәүләт хәүефһеҙлеге комитетының төп идаралығына буйһона. 1993 йылда Федераль ил сиге хеҙмәте булдырыла, ә 2003 йылдың яҙында уның функциялары Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенә тапшырыла.

Дәүләтебеҙ сиген һаҡлаусы ғәскәрҙәрҙең төп хәрби көсө – эре тораҡ пункттарҙан алыҫ урынлашҡан ил сиге заставаһы. Ундағы яугирҙәрҙең һаны 30-ҙан 50-гә етә. Шулай уҡ ил сиге ғәскәрҙәре диңгеҙ порттарында, аэропорттарҙа, контроль-үткәреү пункттарында, шулай уҡ халыҡ-ара автомобилдәр үткәреү пункттарында тикшереүҙе тормошҡа ашырыу буйынса вәкәләттәргә эйә.

Бөгөнгө көндә ил сиге ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү – абруйлы һәм яуаплы бурыс. Бөгөн 100 меңгә яҡын офицер һәм һалдат ошо бурысты үтәй. Ил сиге ғәскәрҙәре хәҙер тик контракт буйынса хеҙмәт итеүселәрҙән генә тора. Бөгөн илдә ошо хеҙмәттең 11-гә яҡын төбәк идаралығы эшләй, улар 61 мең километрға яҡын Рәсәй сиген һаҡлай.

Тәүлек һайын 10 меңдән ашыу наряд хеҙмәткә баҫа, тиҫтәләгән самолет һәм вертолет, йөҙләгән ил сиге карабы файҙаланыла. Рәсәйҙең ил сиге ғәскәрҙәре Тажикстан һәм Әрмәнстандың тышҡы сиктәрендә үҙ функцияһын үтәй. Элегерәк Ҡырғыҙстан, Белоруссия һәм Ҡаҙағстанда ил сиге хеҙмәте төркөмдәре будырылғайны.

Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең ил сиге ғәскәрҙәрен тулыландырырға теләүселәр мотлаҡ рәүештә хәрби хеҙмәт үтергә һәм ныҡлы рухлы булырға тейеш. 2008 йылда дәүләт сиген һаҡларға теләүселәр өсөн талаптар ҡәтғиләнде. Шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк, был ғәскәргә саҡырыу буйынса хеҙмәткә алмайҙар. Унда 18-ҙән 38 йәшкә тиклемге «контрактниктар» хеҙмәт итә һәм улар тулы урта белемгә эйә булырға тейеш. Һәм, әлбиттә, ил сиге һаҡсыһының һау-сәләмәт, шулай уҡ биографияһының «таҙа» булыуы ла мотлаҡ.

Был һанап үтелгәндәр ил сиге хеҙмәтенә һәм уға талаптарға ҡыҫҡаса ғына һүрәтләмә.

Дәүләт сиген һаҡлауға дәүләкәндәр ҙә үҙ өлөшөн индерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, райондың ил сиге һаҡсылары йәмәғәт ойошмаһы был хеҙмәттең тарихы тураһында тулы мәғлүмәткә эйә түгел. Нигеҙҙә, ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан иҫәпләнә. Үткән быуаттың 30-сы йылдар аҙағынан алып бөгөнгө көнгә тиклем Дәүләкән һәм Әлшәй райондарынан яҡынса 1200-ҙән ашыу кеше ил сиге ғәскәрҙәренә алынған. Улар фашист илбаҫарҙары, япон милитаристары менән алыштарҙа, 1969 йылда Советтар Союзы – Ҡытай сигендәге Даманский утрауындағы, Афғанстан, Тажикстан, Әрмәнстан, Чечня, Грузиялағы ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан, элекке совет дәүләтенең союздаш республикалары араһындағы килешеү бөтөрөлгәндән һуң яңы дислокация урындарында заставалар ҡорған. Дәүләкән егеттәре Калининград өлкәһенең Багратионовск ҡалаһындағы В.И. Утин исемендәге ил сиге заставаһында хеҙмәт итте.

Беҙ Имай-Ҡарамалы ауылында тыуып үҫкән, Даманский утрауын һаҡлағанда башын һалған ... ... Әхмәҙиетың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ, В.И. Утиндың ҡаһарманлығы, Афғанстанда хәрби бурысын үтәгән ил сиге һаҡсылары, шул иҫәптән запастағы полковник, Ивановка ауылында тыуып үҫкән А. Иванов, О. Хәмиҙуллин, В. Стороженко, Р. Ғәббәсов, шулай уҡ Әлшәй, Дәүләкән райондары һәм Дәүләкән ҡалаһының хәрби комиссары урынбаҫары, Алыҫ Себерҙәге ил сиге ғәскәрҙәренең авиация часында хеҙмәт иткән Н. Воронов һәм моряк-ил сиге һаҡсылары Р. Ғатауллин, Р. Хәкимов, И. Захаров, С. Кузьмин, В. Нехорошков менән ғорурланабыҙ.

БР «Ил сиге ғәскәрҙәре ветерандары» йәмәғәт ойошаһының район бүлексәһе 2014 йылда булдырылды. Ул 130-ҙан ашыу элекке ил сиге һаҡсыларын бергә тупланы. Дөйөм тырышлыҡ менән ошо ваҡытта бик күп изге эштәр эшләнде. Беҙ 2015 йылдың 22 июненән башлап районда үткәрелгән патриотик йүнәлештәге бөтөн сараларҙа ҡатнашабыҙ, ҡалабыҙҙа республикала тәүгеләрҙән булып ил сиге һаҡсылары хөрмәтенә һәйкәл астыҡ. Әйткәндәй, 2018 йылдың 26 майында Өфө ҡалаһының Еңеү паркында республика һәйкәле асыла.

Башланған эш дауам итәсәк.

Ил сиге ғәскәрҙәренең 100 йыллығы алдынан «йәшел фуражка» йөрөтөүселәрҙең барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, тыныс күк йөҙө һәм йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүҙә яңы уңыштар теләйем. Йәмәғәт ойошмаһы эшендә әүҙем ҡатнашҡан бөтөн ил сиге ветерандарына рәхмәт белдерәм.

Комментарии Вконтакте