» » “Районка”ны уҡығыҙ – бүләктәр отоғоҙ!

“Районка”ны уҡығыҙ – бүләктәр отоғоҙ!25-05-2018, 12:35


“Районка”ны уҡығыҙ – бүләктәр отоғоҙ!Подписчик көнө иртәнге сәғәт 10-да башлана тип иғлан ителеүенә ҡарамаҫтан, 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына район гәзитенә тәүгеләрҙән булып яҙылыр өсөн үҙәк почтаға кешеләр иртәнге һигеҙҙән үк килә башланы. Төшкө ял ваҡытында халыҡ айырыуса күбәйҙе. Ҡала һәм районда йәшәүселәрҙең күбеһе эш көнөнән һуң почта бүлексәләренә килде.

Бәләбәй механизациялау һәм электрификациялау колледжының Дәүләкән ҡалаһындағы филиалы уҡытыусыһы Наталья Сергеевна Понамарева “районка”ға яҙылып, гәзитте ҙур ихласлыҡ менән уҡыуын белдерҙе. Баҫмала уның өсөн һәр мәғлүмәт ҡыҙыҡлы һәм файҙалы тип һанай. Көнө буйы эш урынында булғанлыҡтан, ул район кимәлендә үткәрелгән сараларға йыш йөрөй алмай, ваҡиғалар үҙәгендә була алмай. Район гәзите иһә уға тап ошондай мәғлүмәт сығанағы булып тора.

Хеҙмәт ветераны Рәйфә Миңлеғужа ҡыҙы Солтанғолова гәзитте “энәһенән ебенә ҡәҙәр” уҡый. Был көндө ул район гәзитенә үҙе өсөн генә түгел, яҡындары өсөн дә яҙылды. Бынан тыш Рәйфә Миңлеғужа ҡыҙы республика баҫмаларын да алдыра. Редакциянан тапшырылған бүләккә ул бик ҡыуанды, әлбиттә.
Элекке уҡытыусы, хеҙмәт ветераны Валентина Васильевна Шестаева дәүләкәндәрҙең ҡаҙанышы, ветерандарҙың тормошо һүрәтләнгән, социаль түләүҙәр, тормошобоҙҙа йыш осраған проблемаларҙы хәл итеү юлдары тураһындағы мәҡәләләрҙе ҡыҙыҡһынып уҡый.

Фәриҙун ауылында йәшәүсе Нурия Ҡотлойәр ҡыҙы Янбаева “Балҡантау” гәзитен уҡырға ярата. Уға ауыл хужалығы эшсәндәре, тармаҡтағы һуңғы үҙгәрештәр хаҡында уҡыуы ҡыҙыҡлы.

Өс йәки алты айға яҙылырға уйлаусылар икенсе варианҡа туҡталды, ни тиһәң дә ярты йылға яҙылып, подписка квитанцияһын редакцияға килтерергә һәм бүләк уйнатыуҙа ҡатнашырға мөмкин бит.

Автор: Т. Бусарева.
Комментарии Вконтакте