» » Страница 3

«Йондоҙло сәғәт. Дәүләкән-2018»10-04-2018, 10:01 / Яңылыҡтар


«Йондоҙло сәғәт. Дәүләкән-2018»
Район Мәҙәниәт йортонда «Йондоҙло сәғәт. Дәүләкән-2018» конкурсы финалистары ҡатнашлығында ҙур концерт үтте, унда ҡала һәм райондың иң ҡыйыу һәм талантлы кешеләре йыйылды.
 

КВН-20186-04-2018, 10:15 / Яңылыҡтар


КВН-2018
Алыҫта, офоҡта...
 

«Ғаилә – туған тел һаҡсыһы»6-04-2018, 10:07 / Яңылыҡтар


«Ғаилә – туған тел һаҡсыһы»
Мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре ошондай девиз аҫтында район фестивале уҙғарҙы. Ул күптән түгел генә үҙ ишектәрен асҡан 12-се «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһында үткәрелгән тәүге ҙур сара булды
 

Ҡорамалдарҙың төҙөклөгө өсөн яуаплы6-04-2018, 09:57 / Яңылыҡтар


Ҡорамалдарҙың төҙөклөгө өсөн яуаплы
Алексей Анатольевич Кузьмичев яуаплылығы сикләнгән “ДМК-Агро” йәмғиәтенең малсылар коллективында слесарь-ремонтсы булып эшләй. Фермалағы барлыҡ механизмдарҙың көйлө эшләүе һәм төҙөклөгө өсөн ул яуаплы. Әммә уның төп бурысы һауыу ҡорамалдарының төҙөклөгөн күҙәтеүҙә тотоу, сөнки һыйырҙарҙы һауған саҡта улар ватылып, тотҡарлыҡтар була икән, етештәреүсәнлек кәмей тигән һүҙ.
 

Һәр саҡ ярҙамға әҙер3-04-2018, 15:15 / Яңылыҡтар


Һәр саҡ ярҙамға әҙер
Беҙҙең ҡалала һәм районда гражданлыҡ яуаплылығын тойоп йәшәгән кешеләр аҙ түгел. Эске эштәр органдарында эшләгән, бөгөн хаҡлы ялда булған Альберт Курчбекович Клявлин шундайҙарҙың береһе
 

Быуындар осрашыуы3-04-2018, 15:11 / Яңылыҡтар


Быуындар осрашыуы
Әхиәр Хәкимов исемендәге йорт-музей хеҙмәткәрҙәре белем биреү учреждениелары һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнашлығында сара үткәрҙе
Уны Әхиәр Хәкимов исемендәге йорт-музей директоры Минегөл Рәис ҡыҙы Мәүлийәрова асты. Үҙенең сығышында ул Әхиәр Хәсән улының тормошо һәм ижад юлы хаҡында һөйләне, яҙыусының Бөйөк Ватан һуғышы тематикаһына ентекле туҡталды, уның кешелектең иң яуыз дошманы – фашизмға ҡаршы алышта ҡатнашыуын бәйән итте. М.Р. Мәүлийәрова район Мәҙәниәт йортоноң бәләкәй залына йыйылыусыларҙы музейҙың барлыҡҡа килеү тарихы һәм эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.
 

Ҡаршыларға әҙербеҙ30-03-2018, 14:32 / Яңылыҡтар


Ҡаршыларға әҙербеҙ
Яҙғы ташҡын һәм ҡарҙар ирей башлар алдынан Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү системаһы Дәүләкән бүлегенең әҙерлеге тикшерелде
Һыу баҫыу ихтималлығы булған зоналарҙа йәшәүселәр өсөн ташҡын үҙенә күрә бер һынау булып тора. Көтөлмәгән хәл килеп тыумаһын өсөн етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ваҡыт бар әле. Янғын һағы, полиция, тиҙ ярҙам, коммуналь хеҙмәттәр һәм башҡалар техниканың төҙөклөгөн тикшерә, һыу кимәленең күтәрелеүе сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл осрағында элемтә сараларын әҙерләй.
 

Фәрит Ғүмәров: Янғынға ҡаршы бергәләп көрәшәйек!30-03-2018, 14:26 / Яңылыҡтар


Фәрит Ғүмәров: Янғынға ҡаршы бергәләп көрәшәйек!
Йыл башынан республикала 812 янғын сыҡты, уларҙа 69 кеше һәләк булды һәм 64 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алды. Былтырғы менән сағыштырғанда был күрһәткестәрҙең артыуы күҙәтелә
 

Бала тыуыуы – дәүләт байрамы30-03-2018, 14:21 / Яңылыҡтар


Бала тыуыуы – дәүләт байрамы
“Бала тыуыуы – айырым ғаиләнең генә байрамы түгел. Был – дәүләт байрамы. Беҙҙең балалар үҙенең нәҫелен дауам итәсәк, Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының оло бер ғаиләһен тулыландырасаҡ”. БР Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының Дәүләкән районы һәм ҡалаһындағы ЗАГС бүлеге начальнигы Альфира Гилдина яңы тыуған сабыйҙарҙы теркәү тантанаһын шундай һүҙҙәр менән башлап ебәрҙе. Сара, әлбиттә, Ғаилә йылына арналды.
Тантана сәбәпселәре Максим һәм Маргарита Кузьминдар улдары Всеволод, Рамазан һәм Татьяна Иҫәнғоловтар ҡыҙҙары Варвара менән был сәләмләүҙәрҙе һәм теләктәрҙе айырыуса бер тулҡынланыу менән тыңланы. Сабыйҙың донъяға килеүе һәр саҡ мөғжизәгә тиң: ер йөҙөнә уның үҙенә генә хас ҡылыҡтары булған өр-яңы кеше тыуа. Был оҙаҡ көтөлгән ҡыуаныслы ваҡиға, тәүге тапҡыр атай-әсәй булыусылар өсөн бигерәк тә. Ҡәҙерле йомғаҡты ҡулдарына алып, йәш атайҙарҙың сабыйҙарына ниндәй һөйөү менән ҡарағанын күрергә кәрәк ине. Йәш әсәйҙәрҙе иһә әйтеп тораһы ла юҡ.
 

Айыухан фермерҙары29-03-2018, 14:28 / Яңылыҡтар


Айыухан фермерҙары
Шәхси эшҡыуар – крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Мөнир Мәхмүт улы Хисамиев (һүрәттә) үҙ эшен 2011 йылдың йәйендә башлай. Үҙенең пай ерен ауылдаштарынан ҡуртымға алған ерҙәр менән берләштереп, үҫемлекселек менән шөғөлләнергә ҡарар итә. Район ҡаҙнаһынан бүленгән субсидияға орлоҡ ҡайтарта һәм лизингҡа «МТЗ-82» тракторын һатып ала.