» » Ҡыҙыҡһыныу кәмемәһен

Ҡыҙыҡһыныу кәмемәһен7-03-2017, 12:29


Ҡыҙыҡһыныу кәмемәһен
4-се лицейҙың 9-сы класс уҡыусыһы Евгения Афанасьева йәмғиәтте өйрәнеү һәм хоҡуҡ фәндәре буйынса Бөтөн Рәсәй олимпиадаһының республика этабында призер булды

- Үҙемдең еңеүемде мин татыу ғаиләбеҙгә арнайым, - ти төплө белем алыуҙы маҡсат итеп ҡуйған уҡыусы.

– Әсәйем Лариса Геннадиевна һәм атайым Лев Юрьевич минең менән ғорурланһын. Тап уларҙың тырышлығы ярҙамында мин күп мәғлүмәттәр алырға ынтылам, был миңә киләсәктә юғары уҡыу йортонда уҡырға һәм һөнәремдә ҡулланырға булышлыҡ итәсәк.

Женяның ҡаҙаныштары күп, әммә быйылғы йыл уның өсөн айырыуса уңышлы. Уҡыусыларҙың Бөтөн Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында ҡатнашыуҙың һөҙөмтәһе – ете еңеү һәм биш призлы урын. Бындай күрһәткестәргә өлгәшеү нисек мөмкин булды тигән һорауға ҡыҙыҡай педагогтарының ярҙамын һәм үҙенең күп көс һалыуын билдәләй. Ул фәнни-популяр һәм әҙәби китаптар уҡыу менән мауыға. Уның яратҡан китаптары араһында Ф.М. Достоевскийҙың һәм Жюль Верндың әҫәрҙәре булыуы ғәжәп түгел, сөнки улар кешенең психологияһын аңларға, үҙең өҫтөндә даими эшләү, ҡаршылыҡтар алдында туҡталып ҡалмау проблемаларҙы хәл итеүҙә иң яҡшы юл икәнлегенә төшөнөргә ярҙам итә. Ә эшһөйәрлек сифаттары уға Стретенскийҙарҙан – өләсәләре Надежда Федоровна менән Надежда Артемьевнанан күскән. Тормошто һөйөү, яуаплылылыҡ тойғоһо өләсәһе Евгения Семеновнанан мираҫ булараҡ ҡалған. Женя уның тураһында яҡты иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлай.

Һәр нәмәгә ыңғай ҡарашта булған уҡыусы яҙҙың тәүге байрамы көндәрендә барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға сәләмәтлек, бәхет, күберәк изгелек ҡылыуҙарын теләй.

Комментарии Вконтакте