» » Мәшәҡәттәр менән янып йәшәй

Мәшәҡәттәр менән янып йәшәй10-04-2018, 09:51


Мәшәҡәттәр менән янып йәшәй
Айырым кешеләр менән эшләү, ҡалала йәшәүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырыу – Дәүләкән ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше. Шуға ла халыҡ менән үҙ-ара аңлашыу, төрлө микрорайондарҙа йәшәүселәр менән бәйләнеш булдырыу бик мөһим.

«Дәүләкәндәр араһында битараф булмаған, әүҙем йәшәү рәүеше алып барған кешеләр бик күп, - тип һөйләй Дәүләкән ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Н.И. Воронова. – Урал урамында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Василий Иванович Поляков – шундайҙарҙың береһе. Ул беҙҙең хакимиәткә йыш килә, етешһеҙлектәргә зарланмай, һәр ваҡыт үҙ тәҡдимдәрен еткерә, мәҫәлән, ҡайҙалыр нимәнелер алмаштырырға, йүнәтергә кәрәклеген әйтә».

Бынан бер нисә йыл элек тап В.И. Поляков (һүрәттә) урамда йәшәүселәрҙән тротуар һалыу өсөн ҡултамға йыйыу мәсьәләһен ҡуҙғатҡан. Был һорау ыңғай хәл ителеп, эштәр башланғас, ул асфальт һалыу барышын контролдә тотҡан.

Бай тормош тәжрибәһе туплаған ветеран ошо урамда йәшәүселәрҙең дөйөм хәстәрлектәрен үҙ өҫтөнә ала, микрорайонда таҙа һәм йәмле булһын өсөн борсола.
«Күрше урамға ла асфальт түшәһендәр, ә машиналар йөрөгән юлға махсус арҡыры һикәлтә эшләһендәр ине, - ти Василий Иванович. – Был урамдан йәйәүлеләр ҙә, машиналар ҙа күп йөрөй, уны мотлаҡ төҙөкләндерергә кәрәк».

Быйыл В.И. Поляков ҡала территорияһында Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһын тормошҡа ашырыу буйынса инициатив төркөм составына инә. Реконструкциялау һәм төҙөкләндереү өсөн ҡасандыр дәүләкәндәрҙең иң яратҡан ял итеү урыны булған, хәҙер иһә үҙенең бар матурлығын һәм йәмен юғалтҡан үҙәк парк һайланды. Эшкә Василий Иванович кеүек етди кешеләр тотонғас, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеүҙә шик юҡ.

Ветеранды төҙөкләндереү мәсьәләһе генә борсомай. Ул тирә-яҡтағыларға һәр ваҡыт иғтибарлы һәм ихтирамлы мөнәсәбәттә. Был турала, мәҫәлән, Дәүләкән һөт компанияһы коллективында ла яҡшы беләләр, бында Василий Иванович күп йылдар ветерандар ойошмаһын етәкләй. Уҙаман үҙенең бергә эшләгән дуҫтарын да онотмай. Бына шундай егәрле, ихлас, әүҙем, ә иң мөһиме – мәрхәмәтле кеше йәшәй беҙҙең ҡалала.


Комментарии Вконтакте