» » Сәсеүгә әҙерлек тулы ҡеүәткә бара

Сәсеүгә әҙерлек тулы ҡеүәткә бара13-04-2018, 14:20


Сәсеүгә әҙерлек тулы ҡеүәткә бара Яҙҙың һуңлап килеүе баҫыу эштәрен тотҡарлай. Әммә был игенселәрҙең кәйефен һис тә төшөрмәй. Яуаплылығы сикләнгән «Восход» йәмғиәте эшсәндәре янында булып, быға тағы бер тапҡыр инандыҡ. Ауыл хужалығы предприятиеһы аграрийҙары сәсеүгә әҙерлек буйынса ҙур эш башҡарған.

- Беҙҙең бурыс – сәсеүҙе юғары кимәлдә үткәреү. Бының өсөн бөтөн шарттар һәм мөмкинлектәр бар. Яғыулыҡ-майлау материалдары һәм ашламалар ҡайтартылды. Бөтөн культуралар буйынса районлаштырылған сорттар орлоғо ла етерлек. Был йәһәттән А.А. Дон етәкләгән агрономия хеҙмәтенең өлөшө ҙур. Раҫланған эш планына ярашлы 2504 гектарҙа яҙғы культуралар сәсеү бурысы тора. Майҙандарҙың өстән бер өлөшөн төп культура – «Архат» сортлы бойҙай биләйәсәк. Шулай уҡ техник һәм мал аҙығы культураларын үҫтерәсәкбеҙ.

Хужалыҡ механизаторҙары һәм техник хеҙмәтләндереү звеноһы техниканы һәм тупраҡ эшкәртеү механизмдарын баҫыу эштәренә ентекле әҙерләй, - тип һөйләй яуаплылығы сикләнгән «Восход» йәмғиәте директоры В.В. Остапенко.

Яҙғы сәсеүгә төшкәс, һәр минут ҡәҙерле буласаҡ. Унда ҡатнашыусыларҙың яуаплылығы, техниканың төҙөклөгө һәм көйлө эшләүе генә уңыш килтерәсәк – механизаторҙар быны яҡшы аңлай.

Юрий Князев сәсеү барышында бер йыл ғына ҡатнашмай. Һөнәри оҫталығы, оҙаҡ йыллыҡ хеҙмәт стажы уға бар эште сифатлы башҡарырға булышлыҡ итә. Коллегаһы Дмитрий Гудзовский ҙа унан ҡалышмай. Сәсеү осорондағы тәүлек әйләнәһенә эш үҙ һөҙөмтәһен бирә.
Механизаторҙар Сергей Кояшев һәм Михаил Конюхов техник һәм мал аҙығы культураларын сәсеүҙә тырышып эшләй. Тупраҡты сәсеүгә әҙерләүселәрҙең иңендә лә ҙур яуаплылыҡ ята. Сергей Куимов, Александр Штельваг, Виктор Полежаев һәм Андрей Самойленко дым ҡаплауҙа һәм культивациялауҙа ҡатнашасаҡ. Үҙ техникаһын улар күптән инде әҙерләп ҡуйған.

Предприятиеның машина-трактор паркы, уның техник торошо Игорь Кривдюк менән Дмитрий Прокопов етәкселек иткән инженерлыҡ хеҙмәтенең айырым иғтибарын талап итә. Баш белгес һәм уның ҡулы аҫтында эшләүселәр техника һынатмаһын өсөн мөмкин булғандың барыһын эшләй.
Водителдәр Валерий Полежаев, Юрий Пенеров, Станислав Полежаев, Евгений Василько мөһим бурыс башҡара – сәсеү комплекстарын бөтөн кәрәкле материалдар менән тәьмин итә.

Тиҙҙән баҫыуҙар трактор шауына күмелер. Игенселәрҙең тырыш хеҙмәте үҙ емештәрен бирер, баҫыу эшсәндәре мул уңыш үҫтереп алыр.

Механизаторҙар Юрий Князев һәм Дмитрий Гудзовский.
Комментарии Вконтакте