» » Иңдәрендә- үҙ халҡы өсөн яуаплылыҡ

Иңдәрендә- үҙ халҡы өсөн яуаплылыҡ13-04-2018, 14:26


Иңдәрендә- үҙ халҡы өсөн яуаплылыҡ Әгәр яҡшы уҡыһағыҙ, ҙур кеше булырһығыҙ, тине уҡытыусылары. Ҡыҙыҡ, ул ҙур кеше тигәндәре нисек була икән һуң? Моғайын, беҙҙең кохоз рәйесе кеүектер, бөтәһен дә белә – мәктәптән ҡайтҡанда бәләкәй Марат Латипов шулай уйлана. Ваҡыт үтә, Ҡоръятмаҫ ауылында тыуып үҫкән малай ҙур кеше булып китә. Бында һүҙ биләгән вазифаһы хаҡында ғына түгел, ә уның кешелек сифаттары тураһында бара.

1992-2000 йылдарҙа Дәүләкән ҡалаһы һәм районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарған, бөгөн Рәсәй Федерацияһы Социаль страховка фондының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе идарасыһы, иҡтисади фәндәр кандидаты, яҡташыбыҙ Марат Мөъмин улы Латипов 15 апрелдә үҙенең 60 йәшлек юбилейын билдәләй.

Марат Мөъмин улы 1958 йылда ябай, абруйлы ғаиләлә тыуа. Атаһы, Ғәбделмөъмин Ғәбделмән улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, ғүмер буйы колхозда эшләй, әсәһе, Бибисара Зәйҙулла ҡыҙы, ғаилә усағын һаҡлай. Марат бәләкәйҙән үк ата-әсәһенең һәм эшһөйәр ауылдаштарының иң яҡшы сифаттарын үҙенә туплап, ғаилә йолаларын һеңдереп үҫә – был хеҙмәткә һөйөү, тирә-яҡтағыларға хөрмәт тыуҙыра. Алдан күреп эш итеүсән етәксе, һәләтле идарасы булыуы тап шунан килә.

Егет һәр саҡ камиллыҡҡа ынтыла. Башта Дәүләкәндәге 27-се АПТУ-ла уҡый, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлап, инженер-техник белеме ала. Бының менән генә туҡталып ҡалмай, артабан Ырымбур дәүләт университетының иҡтисад факультетында белем ала, 2008 йылда диссертация яҡлай һәм иҡтисади фәндәр кандидаты булып китә.

Үҙенең хеҙмәт юлын егет ябай комбайнер булып башлай. Эшһөйәрлеге, үҙ бурысына яуаплы ҡарашы уға һәр саҡ алға табан юл ярырға ярҙам итә. Хеҙмәт биографияһында киләһе баҫҡыстар “Россия” колхозында инженер, ВЛКСМ район комитетының икенсе секретары, КПСС район комитетының партия эшен ойоштороу инструкторы, “Асылыкүл” колхозы рәйесе, агросәнәғәт берекмәһе Советы рәйесе, ҡала Советы рәйесе вазифалары була.
1992 йылда ул Дәүләкән ҡалаһы һәм районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, Марат Мөъмин улы үҙ эшенә яуаплы ҡарауы менән айырылып тора.

Уның етәкселегендә Дәүләкән районы әүҙем үҫешә. Ауылдарға газ үткәреү уның мөһим эштәренең береһе. Ауыл халҡы өсөн ошо проблеманы хәл итеү ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеүҙә төп аҙым була, райондың меңдәрсә кешеһенең хыялы тормошҡа аша.
Юлдар – район хужалыҡтарының берҙәм системаһы артерияһы. Йәш етәксенең халыҡ тураһында хәстәрлеге юлдар төҙөлөшөндә лә күренә. Ҙур организмды бер бөтөнгә туплап, район үҙәгенән бөтә ауылдарға ошо артериялар һуҙыла. Бер-бер артлы асфальт һәм ваҡ таш түшәлгән юлдар сафҡа индерелә. Халыҡты һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителә. Марат Мөъмин улы етәкселек иткән йылдарҙа яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөлә, спорт-һауыҡтырыу комплексы, мөһим социаль объекттар сафҡа индерелә. Малсылыҡ биналары төҙөлә, торба заводы һәм башҡа производство объекттары эш башлай.
Ер кешеһе булараҡ, ауыл хужалығы ихтыяждарын етәксе яҡшы белә. Агрономия, зоотехния һәм инженерлыҡ хеҙмәттәре тейешенсә ойошторола. Иген һәм башҡа культуралар буйынса мул уңыш үҫтереп алыуҙа, малсылыҡ тармағында юғары продуктлылыҡҡа өлгәшеүҙә Дәүләкән районының һәр саҡ алдынғылар рәтендә иҫәпләнеүе осраҡлы булмай.

Райондағы яҡшы күрһәткестәр грамоталы белгестәрҙең берҙәм эшләүе һөҙөмтәһе була, район башлығы уларҙың фекеренә һәр саҡ ҡолаҡ һала. Ул Р.Ҡ. Фәтхетдинов, М.Г. Гаршин, С.А. Гәрәев, В.М. Рауилов, М.С. Каенко, С.Н. Тартыков, В.Н. Павлов, Г.Х. Хөснөтдинов кеүек абруйлы ветерандар, хужалыҡ етәкселәре менән кәңәшләшеп эш итә. Бындай үҙ-ара бәйләнеш ыңғай һөҙөмтәләр бирә һәм уңышҡа илтә. Сәнәғәт һәм ауыл хужалығы производствоһының бөтә звеноларында кадрҙарҙы белеп урынлаштырыу хужалыҡты рентабелле, рациональ, өлгөлө итеп алып барырға мөмкинлек бирә.
Заманса етәксенең эшлекле сифаттарына туҡталып, шул ваҡыттарҙа Дәүләкән ҡалаһы һәм районы хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе, арабыҙҙан ваҡытһыҙ китеп барған Рәис Ҡәнзәфәр улы Фәтхетдинов бынан бик күп йылдар элек райондың етәксеһе итеп М.М. Латиповты ҡуйғас, уның эште белеп алып барасағына шикләнмәй. Был кешенең район тарихына үҙ исемен яҡшы эш-ғәмәлдәре менән индерәсәгенә ныҡлы ышана. “Ул ең һыҙғанып эшкә тотондо. Ауылдар тәртипкә килтерелә башланы, халыҡ дәррәү күтәреп алды. Башҡарылған һәр эште Латипов шәхсән үҙе баһаланы. Ауырлыҡтарҙан ҡурҡманы, матур күрһәткестәр артынан ҡыуып, райондағы проблемаларҙы йәшермәне, ә уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләне. Аныҡ эштәре менән халыҡтың ихтирамын яуланы. Ә уның дәрестәре ябай һәм шул уҡ ваҡытта гениаль булды һәм улар кешеләргә хөрмәт, тыуған яҡҡа мөхәббәт менән нигеҙләнгәйне”.
М.М. Латипов бер ҡасан да яҡшы күрһәткестәр артынан ҡыуманы. Кешеләр, уларҙың матди һәм социаль именлеге тураһында хәстәрлек уның төп маҡсаты булып ҡалды. Ул ваҡыттарҙа ойошторолған яҡташлыҡ ҡағыҙҙа ғына ҡалманы, аныҡ эштәрҙә сағылыш тапты. Район етәксеһе яҡташтарҙы берләштерҙе. Танылған дәүләкәндәр йыйылышып, тыуған райондарының хәл-әхүәле менән ҡыҙыҡһынды, тәжрибә уртаҡлашты, проблемаларҙы ҡараны һәм ҡулдарынан килгән тиклем уларҙы хәл итеүҙә ярҙамлашты. Яҡташтарҙы бергә туплаған ошондай осрашыуҙар даими ойошторолоп торҙо.
Быуаттар алмашынғанда, 2000 йылда Марат Латиповҡа яңы яуаплы вазифа йөкмәтелде. Бында ла ҙур тырышлыҡ һалырға кәрәк ине. Етәксенән социаль өлкәлә аныҡ хәл итеүҙе талап иткән вазифаға Марат Мөъмин улы тәжрибәле хеҙмәткәр булараҡ килде. Бына инде 18 йыл дауамында ул Рәсәй Федерацияһы Социаль страховка фондының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе идарасыһы булып тора. Проблемалы һорауҙарҙы хәл итеп, коллективтың көйлө эшләүен тәьмин итеп, ҡуйылған бурыстарҙы еренә еткереп башҡара.

Фондтың төбәк бүлексәһе – Рәсәйҙә страховкалаусылары ла, страховкаланған кешеләре лә күп булған иң ҙур фондтарҙың береһе. Күрһәткестәре буйынса ла ул Рәсәйҙә алдынғыларҙан һанала. Эш күп планлы булһа ла, барыһы ла кешеләрҙең тормош сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән. Эшләүсе граждандарҙың, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең, льготаға эйә граждандарҙың мәнфәғәттәрен яҡлау - Фондтың көндәлек бурысы.

Хеҙмәт биографияһының бөтөн йылдарындағы кеүек үк, Марат Мөъмин улы эшенә грамоталы ҡарауы һөҙөмтәһендә алдына ҡуйылған бурыстарҙы хәл итеүгә өлгәшә. Лидерлыҡ һәләттәре, кешеләрҙең мохтажлыҡтарына вайымһыҙ ҡалмау – ошо күркәм сифаттар уҙаманды айырыуса биҙәй.
Уның ҡаҙаныштары төрлө кимәлдә тейешенсә баһаланған. М.М. Латипов Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы эшсәне, Рәсәй Федерацияһының Почет ордены, Рәсәйҙең эске эштәре һәм эске ғәскәрҙәре органдары хәрби хәрәкәттәр ветерандары ассосиацияһының II дәрәжә “Ҡаһарманлыҡ һәм гуманизм өсөн” ордены, шулай уҡ республика, Рәсәй күләмендәге башҡа бик күп наградалар менән бүләкләнгән.





Комментарии Вконтакте