» » Ғаилә йылына арналған Гете уҡыуҙары

Ғаилә йылына арналған Гете уҡыуҙары23-04-2018, 16:03


Ғаилә йылына арналған Гете уҡыуҙары
Башҡортостан архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжының Дәүләкән филиалында Башҡортостанда Ғаилә йылына арналған «Гете уҡыуҙары» VIII ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы.

Башҡортостан архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжының Дәүләкән филиалы мөдире Ольга Владимировна Котова ҡунаҡтарҙы сәләмләп, Дәүләкән ҡалаһында һәм районында Гете уҡыуҙарын үткәреү изге йолаға әйләнде, ул немец телен яратыусыларҙы ғына түгел, ә бөтөн донъяға билдәле шағир, мәғрифәтсе, дәүләт эшмәкәре, ғалим һәм философтың әҫәрҙәрен үҙ итеүселәрҙе йылдан-йыл күберәк йәлеп итә, тип билдәләне.

Ошо сараға башланғыс һалыусы педагогик хеҙмәт ветераны Бубнова Ольга Николаевнаның сығышы йыйылыусыларҙа айырым ҡыҙыҡһыныу уятты. Ҡала һәм райондың 5 – 11 класс уҡыусылары, шулай уҡ тикшеренеү һәм ижади эштәр етәкселәре төрлө темаға арналған 15 эш тәҡдим итте. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре: «Мин, һин, ул – татыу ғаилә», «Бөтәһе лә ғаиләнән башлана», «Ваҡыт интерьерында ғаилә портреты», «Тыуған усаҡ йылыһы», «Ғаилә һәм никах: йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр» һәм башҡалар.

Номинацияларҙа еңеүселәр Дәүләкән районы муниципаль районы мәғариф бүлегенең почет грамоталары менән наградланды.

Сит телдәр уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе, 1-се урта мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы Эльвира Фәнис ҡыҙы Астраханова ошондай матур сара ойошторғандары, ҡыҙыҡлы сығыштар өсөн ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе, уларға яңынан-яңы уңыштар теләне.

Автор: Т. Бусарева.
Комментарии Вконтакте