» » Май – юлсылар өсөн ҡыҙыу осор

Май – юлсылар өсөн ҡыҙыу осор21-05-2018, 15:38


Май – юлсылар өсөн ҡыҙыу осорСоҡор-саҡырҙарҙы ямау эштәре тамамлағандан һуң ҡала урамдарында рәхәтләнеп йөрөп буласаҡ, транспорт сараһына зарар килеү ҡурҡынысы ла юғаласаҡ. Ҡышын температураның үҙгәреп тороуы, яҙын ҡар иреүе һәм гөрләүектәр ағыуы һөҙөмтәһендә юлдарҙа соҡорҙар хасил булды, улар авария хәүефе менән янай.

Ошондай хәүеф-хәтәр булмаһын өсөн, йылы көндәр етеү менән юл хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре эшкә тотондо. Ҡала урамдарын тәртипкә килтереү өсөн уларға бер ай ваҡыт бирелә. Соҡор-саҡырҙарҙы ямау ҡыҫҡа ваҡытта һәм аҙ сығымдар менән юлды тигеҙләргә мөмкинлек бирә. Май аҙағына тиклем Дәүләкән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы белгестәре ҡаланың 30 урамында төҙөкләндереү эштәре башҡарырға ниәтләй. Соҡорҙарҙы ямауға көнөнә 20 тоннаға тиклем асфальт ҡушылмаһы китә. Айырыуса зарарланған участкаларға тотош асфальт йәйеләсәк.

Төҙөкләндереү эштәренә махсус техника йәлеп ителгән, хеҙмәткәрҙәр ҙур тырышлыҡ һала. Мастер Шамил Мәсәлимов етәкселегендә тейәгестә Рауил Ғәниев, Исмәғил Арыҫланов, компрессор яйланмаһында Сергей Зубарев, катокта Владимир Третьяк, Азат Гилдин, Земфир Ғималов, юл машинаһында Владимир Семененко, водителдәр Владимир Александров, Иван Кучеров, Илнар Шәйбәков, Радик Файзрахманов юлдарҙы ремонтлау эшен алып бара. Алексей Коноваленко, Айрат Ғәлиәкбәров, Рәүеф Кәбиров махсус техникала тәғәйен участканы асфальт түшәү өсөн әҙерләй. Эшселәр Рөстәм Арыҫланов, Анатолий Шапран, Александр Данилов, Алексей Андреев, Эльвир Арыҫланов үҙ бурысын еренә еткереп башҡара.


Комментарии Вконтакте