18 июнь – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө16-06-2017, 09:12 / Рәсми


18 июнь – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө
Хөрмәтле медицина хеҙмәткәрҙәре, һаулыҡ һаҡлау ветерандары!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым!

Һеҙ үҙ яҙмышығыҙҙы махсус белемде, юғары квалификацияны ғына түгел, ә ауы­рыу­ҙарҙың хәленә инә белеү, хәстәрлек, итәғәтлелек талап иткән ҡатмарлы һөнәрҙәрҙең береһе менән бәйләгәнһегеҙ. Хеҙмәтегеҙ һәр ваҡыт күҙ уңында, йәмғиәттең даими күҙәтеүе аҫтында: кешеләр һеҙгә башҡаса һайлау мөмкинлеге булмағанда, иң ауыр ваҡыттарында мөрәжәғәт итә. Һәм һеҙ уларға ауы­рыу­ҙы еңергә ярҙам итәһегеҙ, һаулыҡтарын һәм ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалаһығыҙ, йәшәүгә ышаныс һәм шатлыҡ бүләк итәһегеҙ. Та­бибтарҙың, фельдшерҙарҙың, шәфҡәт туташтарының, «тиҙ ярҙам» хеҙмәткәрҙәренең, санитаркаларҙың оҫталығын һәм хәстәрлеген йөҙҙәрсә пациенттар рәхмәт менән иҫкә ала. Артабан да үҙ эшегеҙҙе намыҫлы башҡарып, дәүләкәндәрҙең һаулығын ныҡлы һаҡларһығыҙ тип ышанам.
Һеҙгә сәләмәтлек, сабырлыҡ, бәхет һәм уңыштар теләйем!

И.Ф. Мөхәмәтйәнов, Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы.
 

Боронғо йолаларҙы һаҡлап13-06-2017, 09:37 / Рәсми


Боронғо йолаларҙы һаҡлап
Тирмәгә ингән ерҙә төтөн борҡотоп ултырған самауыр һабантуйға килеүселәрҙе сәйгә саҡыра. Уның янында – байрам хөрмәтенә ҡупшы милли кейемдәр кейеп алған тирмә хужалары. Улар йырлап-бейеп, икмәк-тоҙ менән ҡунаҡтарҙы ҡаршылай.

Боронғо халыҡ йолаларына таянып биҙәлгән тирмәләрҙә ҡунаҡтар өсөн ҡайнар сәйҙең, шифалы ҡымыҙҙың, күпереп бешкән ҡаластарҙың булыуы, өҫтәлдәрҙең милли ризыҡтарҙан һығылып тороуы ҡыуаныслы ине. Әммә ҡунаҡтарҙы ҡаршылағанда һәр тирмәлә хужаларҙың яҡты йөҙө, ихлас йылмайыуҙары иң мөһиме булды.
Башҡортостан элек-электән үҙенең ҡунаҡсыллығы менән дан тота, был йола милли аш-һыуҙы әҙерләү үҙенсәлектәре, боронғо сигеү өлгөләре, балаҫ һуғыу һәм солоҡсолоҡ серҙәре, легендалары менән быуындан-быуынға тапшырылып килә.

Йыл һайын уҙғарылған тирмәләр конкурсында ҡатнашыусыларҙың элекке көнкүреш кәрәк-яраҡтарын һәм халыҡ оҫталары эшләгән әйберҙәрҙе күрһәтеп кенә ҡалмауы, ә боронғолоҡто бөгөнгө менән берләштереп, тамашасылар һәм баһалама ағзалары хөкөмөнә Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына ар­нал­ған төрлө фотокүргәҙмәләрҙе, тематик стендтарҙы, шулай уҡ балалар рәсемдәрен һәм халыҡ оҫталарының эштәрен, ауыл хужалығы алдынғыларының фотоларын ҡуйыуы ҡыуаныслы ине.
Шунлыҡтан улар күрһәткән йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр, ҡәҙерләп һаҡлаған милли кейемдәр һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары, хәҙер инде күптән оно­тол­ған ауыл хужалығы әй­берҙәре айырыуса ҡәҙерле.

Конкурс комиссияһы ағзалары яуаплылығы сикләнгән «Канаш» йәмғиәте директоры Ф.Т. Хәбибуллин башҡарыуында «Уралым» башҡорт халыҡ йырын тын да алмай тыңланы; яуаплылығы сикләнгән «Ҡаҙанғол ТПХ-һы» йәмғиәтендә бүре тиреләрен тотоп ҡараны; Ҡыҙрас ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ә.М. Хәби­әх­мәтовтың «КФХ башлығы Сә­йетгәрәев Ф.А.» хужалығы тирмәһе эргәһендә умартасылыҡ буйынса үткәргән оҫ­талыҡ дәресендә ҡатнашты.

Күҙҙең яуын алған аҫалы балаҫтар, сағыу таҫтамалдар һәм мендәр тыштары, суйын үтектәр һәм еҙ ҡомғандар, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған боронғо сепараторҙар һәм йөн иләгестәр бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Яуап­лылығы сикләнгән «Аграр традициялар» йәмғиәте тирмәһе алдында байрамдың төп символы – һабан ҡуйылғайны.

Комиссия ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләү еңел булманы. Ҡатнашыу­сы­лар­ҙың һәр береһе юғары баһаға лайыҡ ине. Әммә яуаплылығы сикләнгән «Регионагро» йәмғиәте хеҙмәтсәндәре бе­рәүгә лә ал бирмәне. Икенсе урынға яуаплылығы сикләнгән «Агротехно­ло­гиялар» йәм­ғиәте һәм «КФХ башлығы Рихтер В.Б.» хужалығы сыҡты. Яуаплылығы сикләнгән «Аграр традициялар» йәмғиәте һәм «КФХ башлығы Рих­тер С.Б.» хужалығы өсөнсө урынды бүлеште. Был хужалыҡтар киләһе йылда тирмәләр конкурсында ҡатнашырға теләүселәр өсөн өлгө булып тора.

Конкурста ҡатнашмаһалар ҙа, майҙанда мәҙәниәт бүлеге һәм «Йылылыҡ селтәрҙәре» муниципаль унитар предприятиеһы тирмәләре лә урын алғайны. Хеҙмәт коллективтары был ямғырлы, йонсоу көндә үҙҙәрен йылы ҡабул иткән һәм табын артына саҡырған тирмә хужаларынан ҡәнәғәт ҡалды.
 

«Балҡантау»ҙа яуаплы кешеләр эшләй13-06-2017, 09:34 / Рәсми


«Балҡантау»ҙа яуаплы кешеләр эшләй
Башҡорт телендә сыҡҡан район баќмаһына яҙылыусылар үҙ гәзиттәрен һәр аҙнаның тәғәйен көнөндә ҡулдарына ала

Ҡояш ҡалҡмауы ла бар, әммә гәзит сыҡмай ҡалмай, тигән шаяртыу ҙа йөрөй хатта. Һуңғы йылдарҙа киң мәғлүмәт саралары йылдам үќешеү сәбәпле, ҡағыҙ баќмалар иќкелек ҡалдығы тип әйтеүселәр ҙә юҡ түгел. Яңылыҡтарҙы интернеттан уҡып, телевизорҙан тыңлап булғанда, гәзиттең ни кәрәге бар, тиеүселәр ҙә бар. Эйе, ысынлап та, беҙ кино, эстрада йондоҙҙары, тәбиғәт ғәрәсәттәре, сәйәсмәндәрҙең эш хаҡы тураһында мәғлүмәттәрҙе йотлоғоп уҡыйбыҙ, донъя сәйәсәте, нефть һәм газға хаҡтар хаҡында бөтөн яңылыҡты беләбеҙ. Әммә шул уҡ ваҡытта тирә-яғыбыҙға баш күтәреп ҡарарға, районда, ауылдарҙа, күрше урамда булған ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһынырға, эргәбеҙҙә йәшәгән кешеләр хаҡында белергә теләмәйбеҙ. Бындай мәғлүмәттәрҙе бөтөн донъя селтәрендә табып булмайҙыр.

Район гәзитенең тәржемәселәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре А.Ә. Уразбахтина, Г.Æ. Минеғәлиева, А.Т. Муллабаева һәм З.Ә. Мостафина яҡташтары өсөн ошондай мәғлүмәттәр әҙерләй. Ҡулайлаштырыуҙың бөтөн этаптарын үтеп, үҙ иңдәренә өќтәмә яуаплылыҡ һәм йөкләмәләр алып, улар гәзит сығарыу өќтөндә эшләй. Һәр береһе ошо өлкәлә ҙур тәжрибә туплаған, үҙ ҡаҙаныштары һәм наградалары бар.

Алия Уразбахтина – Дәүләкән мәғлүмәт үҙәгенең бүлек мөдире, Гүзәл Минеғәлиева текстарҙы башҡорт теленә тәржемәләй, Зөлфиә Мостафинаның эше лә тәржемә менән бәйле. Альвера Муллабаева әҙер мәҡәләләрҙе туплап, гәзиттең яңы һанын йыя һәм Өфө ҡалаһындағы типографияға ебәрә. Улар барыһы ла гәзит ҡыҙыҡлы, уҡымлы булһын өсөн тырыша. Тәржемә­селәр бүлеге – редакцияла иң йәш һәм татыу коллектив. Шаян һүҙҙәре, ихлас йылмайыуҙары менән бүлмәләренә ингән һәр кемдең кәйефен күтәрәләр. Һөнәри байрамығыҙ менән һеҙҙе, хөрмәтле коллегалар!
 

Иртәгә – Башҡортостан Республикаһы матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө13-06-2017, 09:30 / Рәсми



Байрам менән!
Хөрмәтле матбуғат, мәғлүмәт һәм
полиграфия хеҙмәткәрҙәре,
тармаҡ ветерандары!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым!

Йәмәғәтселектең, сәйәси, мәҙәни һәм социаль тормоштоң мөһим өлөшө булған киң мәғлүмәт сараларының әһәмиәтен баһалап бөтөрлөк түгел.
Беҙҙең райондағы мәғлүмәт яланы күп төрлө: яңы элемтә каналдары, конкуренция барлыҡҡа килә. Бөгөн кешеләр мәғлүмәтте ниндәй сығанаҡтан алыуҙы үҙҙәре һайлай: урындағы матбуғат, телевидение, радио дәүләкәндәргә ҡала һәм районда барған ваҡиғаларҙы яҡтырта. Һөнәри этика, гражданлыҡ яуаплылығы, камиллыҡҡа ынтылыш ошо тармаҡта эшләүселәргә артабан да яңы уңыштарға өлгәшергә, халыҡтың ышанысын һәм һөйөүен яуларға булышлыҡ итер, тип ышанам.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек, ижади уй-ниәттәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын теләйем.
И.Ф. Мөхәмәтйәнов, Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы.
 

“Тауыш. Дәүләкән” конкурсы ҡыҙа13-06-2017, 09:28 / Рәсми


“Тауыш. Дәүләкән” конкурсы ҡыҙа
Яңғыҙ йырсыларҙың район конкурсына тәүге йомғаҡтар яһалды
6 июндә һайлап алыу турында ҡатнашыусылар араһынан 30 бала ҡалды. Тап уларҙың башҡарыу оҫталығы остаздарын башҡарыусыға йөҙө менән боролорға мәжбүр итте һәм икенсе турға үтеү хоҡуғын бирҙе. Остаздар ролендә, былтырғы кеүек үк, район Мәҙәниәт йорто һәм сәнғәт мәктәбе хормейстерҙары Н.И. Греценгер, В.Р. Садиҡова, Н.Н. Белов. Ҡайһы бер конкурсанттарға улар өсөһө лә бер юлы әйләнде, был алҡыштарға күмелде. Кемдер жюриҙың бер йәки ике ағзаһына оҡшаны. Бер нисә бала тауыш өҫтөндә эшләү буйынса кәңәштәр алып конкурстан төшөп ҡалды.
Тыңлау тамамланғандан һуң, унар ҡатнашыусынан торған өс команда төҙөлдө. Аҙна дауамында остаздар йәш башҡарыусылар менән шөғөлләнде, улар өсөн концертҡа йырҙар һайланы. Концерт иртәгә район Мәҙәниәт йортонда буласаҡ һәм йырсыларҙың нимәгә өлгәшеүҙәрен күрһәтәсәк. Һайлап алыу йомғаҡтары буйынса һәр остаздың командаһында бишәр бала ҡала.
Иртәгә кемдәр ҡалғанын асыҡларбыҙ!
 

“Матур, сағыу һәм уңайлы!”9-06-2017, 10:23 / Рәсми


“Матур, сағыу һәм уңайлы!”
Новосибирск, Краснодар, Силәбе, Өфө һәм республикабыҙҙың, шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан балаларҙың ата-әсәләре яуаплылығы сикләнгән “Дәүләкән аяҡ кейемдәре фабрикаһы” йәмғиәте етештергән продукция хаҡында шулай белдерә.
Бынан тыш, фабрикала тегелгән аяҡ кейемдәре яҡындағы сит ил ҡалаларына ла оҙатыла, хаҡтарының сифатына тап килеүе менән ҡыуандыра. Әйтергә кәрәк, фабрикала продукцияның сифатына етди иғтибар бирелә. Йәш граждандар уңайлы һәм матур аяҡ кейемендә йөрөһөн өсөн махсус комиссия аҙна һайын барлыҡ етештереү процесына мониторинг үткәрә.
 

Илде һаҡлаусылар хөрмәтенә9-06-2017, 10:16 / Рәсми


Илде һаҡлаусылар хөрмәтенә
Ҡалала тағы бер иҫтәлекле объект артты
Балалар сәнғәт мәктәбе бинаһы фасадында 1941-1945 йылдарҙа бында Развед­чиктарҙың хәрби авиация училищеһы (ВАУР) штабы урынлашҡанлығы хаҡында яҙылған мемориаль таҡтаташ урынлаштырылды. Уны тантаналы асыу хөрмәтенә мәктәп алдында митинг үткәрелде, унда хеҙмәт ветерандары, эҙләнеү отрядтары һәм уларҙың етәкселәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре саҡырылды.
 

Район хеҙмәт алдынғыларын данлай9-06-2017, 10:11 / Рәсми


Район хеҙмәт алдынғыларын данлай
Боронғонан килгән Һабантуй байрамы бай мәҙәни һәм әхлаҡи әһәмиәткә эйә. Ул игенсенең хеҙмәтен данлай, күп милләтле халҡыбыҙҙың берҙәмлеген сағылдыра. Йыл һайын һабантуйҙа ауыл эшсәндәре яҙғы баҫыу эштәренең тамамланыуын байрам итә, мал ҡышлатыу­ға йомғаҡ яһай, хеҙмәт, мәҙәниәт, спорт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа тармаҡтар алдынғыларын тәбрикләй.
Сәсеү эштәре тамамланғандан һуң ҡойма ямғырҙар башланыуына ҡарамаҫтан, шул иҫәптән һабантуй көнөндә лә, 3 июндә йөҙләгән дәүләкәнле “тәбиғәттә насар һауа торошо юҡ” тигән уйҙар менән Сергиополь ауылы эргәһендәге ғәжәйеп урынға байрамға ашыҡты. Иртәнән туҡтамаған ямғыр уға айырыуса бер төҫ бирҙе.
 

Ҡала һәм район: үќеш баќҡыстары9-06-2017, 10:05 / Рәсми


Ил төбәктәре менән көслө
Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа ҡала һәм районыбыҙ һиҙелерлек булып үҙгәрҙе. Мәктәптәр төҙөү һәм реконструкциялау, уларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу, мәктәпкәсә төркөмдәр асыу белем биреү кимәлен яңы баќҡысҡа күтәрҙе. Әлеге ваҡытта йәш ата-әсәләр ҡаланың төньяҡ микрорайонында 260 урынға иќәпләнгән яңы балалар баҡсаһы асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Был төҙөлөш тамамланыу алдында, уны быйыл көҙ асыу күҙаллана. Шулай уҡ 2017 йылда Ҡоръятмаќ ауылы урта мәктәбендә мәктәпкәсә төркөм асыу планлаштырыла.
Ҡала һәм район: үќеш баќҡыстары
 

Берҙәмлекте нығытыу өсөн9-06-2017, 09:55 / Рәсми


Берҙәмлекте нығытыу өсөн
Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин «VI Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы
Документта Халыҡ-ара фольклор фестивалдәр һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының ҡарарына ярашлы Рәсәй Феде­рацияһының 2020 йылда VI Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу хоҡуғына эйә булыуы билдәләнә. Указға ярашлы, Өфө уны үткәреү урыны буласаҡ.
Халыҡ-ара сараның ҙур мәҙәни әһәмиәткә эйә булыуы менән бәйле Рәсәй Хөкүмәтенә VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитетын булдырырға ҡушылды. Ул иһә үҙ сиратында төп саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға тейеш.
Документҡа ярашлы, Рәсәй Феде­рацияһы субъекттарының дәүләт власы органдарына VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнеүҙә һәм уны уҙғарыуҙа ҡатнашырға кәңәш ителгән.
— Фольклориаданың Башҡортостанда – Европа менән Азия тоташҡан ерҙә үтеүе символикаға эйә. Мәҙәниәттәрҙең үҙ-ара ҡушылыуы Көнсығыш һәм Көнбайышты ғына түгел, ә бөтә донъя халыҡтарын берләштерә ала. Бер-береһенең ҡаҙаныштары менән танышып, үҙ рухи йолаларының күркәм һәм үҙенсәлекле булыуын асыҡлап, кешеләр мәҙәни тормошон байыта һәм ҡитғаларҙы яҡынайта, – тип билдәләне Рөс­тәм Хәмитов. – VI Бөтә донъя фольклориадаһын Өфөлә уҙғарыу тураһындағы ҡарар Башҡортос­тандың милләт-ара бер­ҙәмлек, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ үҫешенә, шуның менән Рәсәй берҙәмлеген нығытыуға ла индергән өлөшөн баһалау ул. ШОС һәм БРИКС саммиттары кеүек халыҡ-ара кимәлдәге ҙур сараларҙы уҙғарыу тәжрибәһенә эйә булған Башҡор­тостан ошо яуаплы бурысты, һис шикһеҙ, үтәй аласаҡ.
Бөтә донъя фольклориадаһы Халыҡ-ара фольклор фестивалдәр һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының рәсми саралар өлөшө булып тора. Ғәҙәттәгесә, унда 60-80 илдән өс мең самаһы артист ҡатнаша.
Тәүге Фольклориада 1996 йылда Гол­ландияла, икенсеһе – 2000 йылда Япо­нияла уҙғарыла. Венгрия өсөнсө Фольк­лориаданы үткәреү урыны була. 2012 йылда Көньяҡ Кореяла дүртенсе Бөтә донъя фольклориадаһы уҙа. 2016 йылда Бөтә донъя фольклориадаһы Мексикала гөрләй.
2015 йылда 45-се Бөтә донъя конгресында һәм Халыҡ-ара фольклор фестивалдәр һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының генераль ассамблеяһында 2020 йылда Фольклориаданың Башҡортостан Респуб­ли­каһында уҙғарылыуы иғлан ителгәйне.