» » Совет ултырышы булды

Совет ултырышы булды23-12-2014, 12:47


Совет ултырышы булдыШишәмбе, 16 декабрҙә Дәүләкән районы муниципаль район Советының быйылғы йылдағы һуңғы ултырышы булды, уның эшендә хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары, район хакимиәте бүлектәре начальниктары, район прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре, биләмәләр башлыҡтары, предприятиелар, хужалыҡтар, ойошмалар етәкселәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
Көн тәртибенә түбәндәге мәсьәләләр сығарылды: «2015 йылға һәм 2017 йылға тиклемге осорға БР Дәүләкән районы муниципаль районының социаль-иҡтисади үҫешен прогнозлауҙы раҫлау тураһында», «2015 йылға һәм 2016-2017 йылдарҙың планлы осорона Дәүләкән районы муниципаль районы бюджеты тураһында», «2015 йылға Дәүләкән районы муниципаль районында муниципаль милекте хосусилаштырыу программаһын раҫлау тураһында», «Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы муниципаль районында етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларҙы социаль яҡлау буйынса саралар тураһында».
Көн тәртибендәге һорауҙар буйынса йыйылыусылар алдында Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары О.А. Шумакова, Дәүләкән районы муниципаль районының ауыл хужалығы идаралығы начальнигы – хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Р.Ғ. Әхмәтйәнов, хакимиәт башлығының финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары – Дәүләкән районы муниципаль районының финанс идаралығы начальнигы З.Н. Ғайсин, БР Ер-милек мөнәсәбәттәре министрлығының Дәүләкән районы һәм ҡалаһындағы милеккә идара итеү комитеты рәйесе А.Ғ. Иҫәнбаев, хакимиәт башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Ғ.Ш. Ҡотлоғәлләмов сығыш яһаны.
Ҡаралған мәсьәләләр буйынса фекер алышыуҙа иҡтисад, бюджет, һалымдар һәм милек мәсьәләләре буйынса Советтың даими комиссияһы рәйесе В.И. Мөхәмәтдинов, социаль-гуманитар мәсьәләләр һәм хоҡуҡ тәртибе һағы буйынса Советтың даими комиссияһы рәйесе Ф.Ғ. Ахунйәнова ҡатнашты.
Совет ултырышы эшендә Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы З.Ғ. Бикбулатов ҡатнашты һәм сығыш яһаны.
Ҡаралған мәсьәләләр буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.

Автор: В. Пахомова.
Комментарии Вконтакте