» » Әҙип иҫтәлегенә

Әҙип иҫтәлегенә29-12-2014, 13:39


Әҙип иҫтәлегенәКүптән түгел беҙҙең ҡалала милли көрәш һәм билбаулы көрәш буйынса Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов иҫтәлегенә арналған республика турниры үтте. Изге йолаға әүерелгән был бәйге быйыл туғыҙынсы тапҡыр батырҙарҙы бер майҙанға йыйҙы һәм әҙиптең 85 йыллығына арналған йомғаҡлау сараһы булды.Унда Дәүләкән спортсыларынан тыш, Шишмә, Миәкә, Ауырғазы, Әлшәй райондары командалары көс һынашты.
Ярышты асыу тантанаһында райондың мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Р.В. Әхмәтрәхимов һәм «Самбо-75» балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры В.В. Терентьев сығыш яһаны. Улар был турнирҙың сәләмәт тормошто пропагандалауҙа, милли көрәште үҫтереүҙә һәм, әлбиттә, халыҡ яҙыусыһының иҫтәлеген мәңгеләштереүҙә тотҡан ролен билдәләне, көрәшселєргє уөыштар теләне.
Көсөргәнешле алыштар милли көрәштә – биш, билбаулы көрәштә өс ауырлыҡ категорияһында ойошторолдо. Бил бирмәҫ батырҙар исемлеге яңы исемдәр менән тулыланды. Еңеүселәргә Почет грамоталары, дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Командалар араһында иһә дәүләкәндәр беренсе урын яуланы һәм ярыштың күсмә кубогына эйә булды. Ауырғазы көрәшселәре – икенсе, Миәкә районы спортсылары өсөнсө урынға сыҡты.
Комментарии Вконтакте