» » Махсус медицина ярҙамы

Махсус медицина ярҙамы19-12-2016, 10:55


Махсус медицина ярҙамы
«Тормош сифаты (Сәләмәтлек)» проектына ярашлы, «Берҙәм Рәсәй» партияһы Өфө табиптары бригадаларының республика райондарына сығыуын ойоштороуҙо дауам итә

Дәүләкән үҙәк район дауаханаһында Башҡорт дәүләт медицина университетының терапевт, уролог, акушер-гинеколог, гематолог кеүек табиптары һәм йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы пациенттарҙы ҡабул итте.

Республика клиникаларында был белгестәргә эләгеү шарттары ҡатмарлыраҡ, әлбиттә. Ә инде табиптарҙың урынға килеп ҡабул итеүе ҡала һәм район халҡы өсөн яҡшы мөмкинлек. Район дауаханаһында гематолог һәм йөрәк-ҡан тамырҙары хирургының булмауын да иҫәпкә алһаҡ, был белгестәрҙең килеүе ҡайһы берәүҙәр өсөн айырыуса мөһим ине.

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы табиптары 131 пациентты ҡараны һәм клиниканың үҙендә артабан тикшереү, юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн 17 кешене һайлап алды.
Комментарии Вконтакте