» » «Атай, әсәй, мин – спорт ғаиләһе!»

«Атай, әсәй, мин – спорт ғаиләһе!»24-03-2017, 09:22


«Атай, әсәй, мин – спорт ғаиләһе!»Уны ойоштороусы 8-се «Ладушки» балалар баҡсаһы (мөдире Н.В. Яхина) коллективы ысын спорт һәм ғаилә байрамын үткәреү өсөн күп көс һалды. Сара мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларҙың кескәй артистарының сығыштары менән башланды. Артабан ун команда үҙҙәре менән таныштырҙы, жюри ағзаларын, тамашасыларҙы һәм көнәркәштәрен сәләмләне.
Физкультура-һауыҡтырыу комплексының иркен залында командалар көс һынашты. Уларға «Сәпкә тейҙер», «Туп менән уйын», «Уҙыш», «Төшөрөп ебәрмә», «Обручтарҙан тоннель» тип аталған һәм башҡа төрлө ете эстафетаны үтергә кәрәк ине. Командаларға физик әҙерлектәрен, етеҙлектәрен һәм, әлбиттә, татыулыҡтарын күрһәтергә тура килде. Дистанцияның иң ауыр этаптарын үтеүсе атайҙар ҙа, уларҙан ҡалышмаған әсәйҙәр ҙә, уйынға бирелгән балалар ҙа еңеү өсөн тырышты. Ғаилә командаһының һәр ағзаһы башҡаларҙы уңышһыҙлыҡҡа осрағанда йыуатып, еңеүгә өлгәшкәндә дәртләндереп торҙо.
Ярыштарҙа кемдер етеҙерәк, көслөрәк һәм шәберәк була, әлбиттә. Был юлы татыулыҡ еңде, ҡатнашыусыларҙың һәр береһе туғандарының ярҙамын тойоп, яҡшы кәйеф, онотолмаҫ тәьҫораттар алды. Ғаилә командаларының иң кескәй ағзалары айырыуса шатланды. Тағы ҡайҙа ошолай итеп атай-әсәйҙәр менән уҙышырға, улар менән бергә һикерергә, тәкмәс атырға, яҡындарың өсөн ғорурлыҡ тойғолары кисерергә, шул уҡ ваҡытта бүләктәр ҙә оторға мөмкин әле.
Эстафеталар араһында командалар хәл алғанда көйәрмәндәр ҙә тик торманы: алып барыусылар менән бергә уйнаны, балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең сығыштарын ҡараны.
Һөҙөмтәлә 1-се балалар баҡсаһы исеменән сығыш яһаусы Белинскийҙар ғаиләһе – «Иң татыу ғаилә», Мартыновтар – «Иң сыҙамдар» (4-се балалар баҡсаһы), Мигуновтар командаһы – «Иң зирәктәр» (5-се балалар баҡсаһы), Әсфәндийәровтар командаһы – «Иң етеҙҙәр» (7-се балалар баҡсаһы), Усовтар командаһы – «Иң татыуҙар» (9-сы балалар баҡсаһы), Дәүләтбаевтар ғаиләһе – «Иң шаяндар» (1-се урта мәктәптең мәктәпкәсә йәш төркөмө), Сабировтар – «Еңеүгә ынтылыш өсөн» (10-сы балалар баҡсаһы) номинацияларында еңеүгә өлгәште. Өсөнсө урынды Кошеленколарҙың ғаилә командаһы (6-сы балалар баҡсаһы) алды, икенсе урынға Самойловтар командаһы (8-се балалар баҡсаһы) сыҡты, ә беренсе урынды Шамрайҙар ғаиләһе (2-се балалар баҡсаһы) яуланы.
Бөтөн командалар ҙа приздар һәм дипломдар менән бүләкләнде. Ә тәүге өс урынды яулаусыларға кубоктар ҙа тапшырылды. Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте, физкультура-һауыҡтырыу комплексы етәкселеге, шәхси эшҡыуарҙар Гусейнов, М.С. Давидян, Е.М. Елисеева һәм «Умка» балалар магазины байрамды ойоштороуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте.

















Комментарии Вконтакте